Бөтә яңылыҡтар
Фекер
26 Ғинуар 2018, 14:05

Белегеҙ: был мутлыҡ!

Хәтәр осорҙа йәшәйбеҙ. Виртуаль донъя ҡасандыр курсы юғары булыу менән һушыбыҙҙы алған евро, долларҙарҙы ҡыҫырыҡлап, криптовалюта заманына алып килде. Элек байҙар аҡсаларын сит ил банкыһында һаҡлап, арттырып алһа, хәҙер һәр кеше йыйған ғына һумдарын криптовалютаға әйләндерергә ашыға. Уны һатып алыусыларға тиҙ килем вәғәҙә итәләр, йәнәһе компьютер «сысҡанына» бер баҫҡандан виртуаль миллионерға әйләнәһегеҙ. Шулай килеп сыҡһын өсөн башта йөҙәр мең һум ысын аҡса һалыу кәрәклеген белгертәләр. Аҡсаһыҙ интеккәндәр еңел генә байыу ысулын тәҡдим иткәндәрендә кешенән бурысҡа алып булһа ла һумдарҙы миллиондарға әйләндереп ҡалырға тырыша. Ҡарап тороуға яп-ябай ҙа баһа!

Белегеҙ: был мутлыҡ!
Хәтәр осорҙа йәшәйбеҙ. Виртуаль донъя ҡасандыр курсы юғары булыу менән һушыбыҙҙы алған евро, долларҙарҙы ҡыҫырыҡлап, криптовалюта заманына алып килде. Элек байҙар аҡсаларын сит ил банкыһында һаҡлап, арттырып алһа, хәҙер һәр кеше йыйған ғына һумдарын криптовалютаға әйләндерергә ашыға. Уны һатып алыусыларға тиҙ килем вәғәҙә итәләр, йәнәһе компьютер «сысҡанына» бер баҫҡандан виртуаль миллионерға әйләнәһегеҙ. Шулай килеп сыҡһын өсөн башта йөҙәр мең һум ысын аҡса һалыу кәрәклеген белгертәләр. Аҡсаһыҙ интеккәндәр еңел генә байыу ысулын тәҡдим иткәндәрендә кешенән бурысҡа алып булһа ла һумдарҙы миллиондарға әйләндереп ҡалырға тырыша. Ҡарап тороуға яп-ябай ҙа баһа!
ндәй артҡаны ап-асыҡ күренә. Башта хатта кеше ышанһын өсөн һалынған суммаларына ярашлы бонус та күсереп баралар, бер мәртәбә бирелә торған түләүен дә түләйҙәр. Ә бына төп суммаға билдәле ваҡытта тейергә ярамай. Сөнки ул «инвестицияға» һалын-ған. Бер йылдан инде әйҙә үҙең һалған 300 мең һумды, мәҫәлән, 20 миллион итеп сисеп ал. Бына байлыҡ!
Цифрлы финанс пирамидалары, майнинг, крипто аҡса янсығын боҙоу кеүек ят һүҙҙәр көндән-көн йәшәйешебеҙгә тәрәнерәк үтә бара. Селтәрле иҡтисади революция эҙҙәренә ниндәй кибер енәйәттәр баҫа? Нимә һуң ул криптовалюта? Бөгөнгө һү-ҙебеҙ ошо хаҡта.
Криптовалютаның асылы, банкыларҙы урап үтеп, донъяның теләһә ниндәй илендәге кеше йәки ойошма менән туранан-тура иҫәпләшеүгә ҡайтып ҡала. Аңлашылыуынса, ул бер илдең валютаһына ла, банк йәки финанс системаһына ла нигеҙләнмәгән. Теләһә ниндәй дәүләттең аҡса берәмеге иҡтисади төшөнсә булып тора—ул берәй ниндәй тауар менән тәьмин ителергә тейеш. Әйтәйек, килемде бер һумға арттырыу өсөн өҫтәмә рәүештә бер һумлыҡ тауар етештерергә йәки хеҙмәт күрһәтергә кәрәк, был—дәүләт ҡаҙнаһын тотоп торған төп нигеҙ. Һәм халыҡтың йәшәү кимәле лә шуға бәйле. Ә криптовалюта (биткоин да шуға инә) өсөн быларҙың береһе лә әһәмиәткә эйә түгел. Тимәк, ул ысын валюта булып иҫәпләнә лә алмай.
Ә уны прапогандалаусылар бөгөн халыҡҡа криптовалюта тиҙҙән ҡағыҙ аҡсаларҙы әйләнештән сығартасаҡ, һуңғы вагонға өлгөрөп ҡалайыҡ тип аңдарын томалай. Күптәр йыйған ғына аҡсаларын виртуаль аҡсаға әйләндерергә йүгерә, бер биткоин өсөн 6,5 мең евро бик күп күренһә, унан арзаныраҡ аналогтары ла бар. Тик цифрлы тәңкә лә алдаҡсы булыуы ихтимал бит әле...
Мине лә бер нисә йыл рәттән әхирәттәрем, туғандарым «финанс проекты»нда ҡатнашырға саҡыра. 1 мең һум түләп уйынға инәһең дә, артыңдан 4 кеше ҡуйһаң, һиңә айына 20 мең һум килем килеп торасаҡ. Шәп бит! 1 меңең 20 мәртәбәгә артып ҡайта. Бынан тыш уйынды ойоштороусылар ойошмаға иң әүҙем йәлеп итеүселәргә сит илдә ял итеү турҙарын, автомобиль, фатир бүләк итеү, балаңды сит илдә уҡытыу кеүек дәртләндереү сараларын да хәстәрләгән. Йәнәһе лә, бер ниндәй ҙә алдаҡ юҡ, бөтәһе лә ап-асыҡ, шәхси кабинет аша инеп, килемдәрҙе компьютер аша күҙәтеп бараһың. Әммә виртуаль аҡса миллиондар булып күренһә лә, ғәмәлдә ул юҡ. Шулай һе-мәйгәндәр бөгөн аҙмы ни? Үҙем-дең апай-һеңлеләрем 20-шәр мең һум аҡсаларын шунда һалып уларҙан ҡолаҡ ҡаҡты.
Биткоин ярҙамында аҡса эшләүгә ҡоролған уйын барлыҡҡа килгәс бер оло ғына инәй фатирын киңәйтеүгә йыйған 400 мең һум аҡсаһын криптовалютаға һалған. Шул рәүешле белем биреү пакетына эйә булған инәй аҡсаһының үҫеш курсын компьютер аша ҡарап 23 миллион һумға етеүенә ҡыуанып ултыра.
—Ул ойошма аҡсаһын ҡайҙа шул тиклем ныҡ үҫетерә ала һуң? —тигән һорауға инәйебеҙ: «Уларҙың һатыу итеү майҙансыҡтары киң, шул арҡала аҡса өйрөлә,—тип аңлата.—Минең виртуаль аҡсамды ойошма бер йылдан биржаға сыҡҡас ҡына ҡайтара ала. Ул арауыҡта мин фатир эҙләй торам».
12 йыл акциялар менән һатыу менән шөғөлләнгән трейдер Анатолий Радченко аңлатыуынса, бындай ысул Буратиноның 4 тәңкәһен ергә күмеп унан ағас үҫеп сығып, күп аҡса биреүен көтөп ултырыуын хәтерләтә. Һуңғы йылдарҙа А.Радченко цифрлы валюталар менән эш итә. Ул биткоинға артыҡ аҡсаны, йәғни уны юғалтыуҙан зыян күрелмәгән осраҡта ғына һалырға кәңәш итә.
—Ә бит был криптовалютаны бөтә донъяға таратырға тырышҡан әҙәмдәр (уны Сатоси Накамато уйлап тапҡан) демократик күренеш булыуын, ә хөкүмәт һәм рәсми органдарҙың уны быуырға тарышыуын күрһәтергә ынтыла. Хәйер, Мавроди ҙа үҙенең «МММ» пирамидаһын рекламалауға ла ваҡытында күпме көс һалды. Был бик үҙгәреүсән донъя. Донъяла криптовалюталар бөтәһе ете йөҙ тирәһе. Нормаль криптовалютаны яһалмаһынан нисек айырырға һуң? Криптовалюта үҙәкләштәрелмәгән һәм берәүгә лә буйһонмай. Уның башланғыс коды асыҡ һәм уны һәр теләгән кеше асып ҡарап, эшмәкәрлеген күҙәтә ала. Битконнекттың башланғыс коды бер ҡайҙа ла күрһәтелмәй. Уны тормошҡа ашырыусылар ҙа билдәһеҙ.
—Әгәр һеҙгә килемегеҙҙе көнөнә, йылына 100 процентҡа арттырып аҡса эшләй алыуҙы гарантиялаһалар, белегеҙ: был мутлыҡ,—ти БДУ-ның Сибай институты уҡытыусыһы, иҡтисад фәндәре кандидаты Гөлшат Илдар ҡыҙы Яҡшымбәтова.—Билдәле булыуынса, төрлө ерҙәрҙә төрлө йыйындар уҙғарыла. Әгәр шундай йыйылыштарҙың береһендә аҡса эшләү тураһында һүҙ ҡуҙғатылһа, был инвестицион совет тигәнде аңлата. Һәм бындай эшмәкәрлеккә рөхсәт булырға тейеш. Ә беҙ финанс пирамидаларына йәлеп итеүсе лидерҙарҙы күккә сөйөп, уларҙы аяғүрә баҫып ҡаршы алып, Аллаһҡа табынған кеүек табынабыҙ. Башлыҡтарының күбеһе мутлыҡ өсөн енәйәти яуапҡа тарттырылғанын, уларҙың уйында кешеләрҙе алдап, өҫтәмә килем алыу ғына булыуын уйлап та бирмәй. Тикшерә башлаһаң, кеше аҡсаһын үҙләштереп байыуҙы маҡсат итеп ҡуйған компанияларҙың теркәлгән урындары ла аныҡ ҡына билдәле, банкыла шәхси иҫәптәре лә булмай. Финанс отчетлығы тураһында әйтеп тораһы ла түгел.
Беҙҙең илдә криптовалюта менән эшмәкәрлек әлегә бер нисек тә көйләнмәгән. Рәсәй Президенты В.Путин ҡушыуынса, 2018 йылдың йәйенә был өлкәлә эшсе документ закон булырға тейеш. Интернет селтәрендә ярҙам һораған сайттарға ла ыша-нырға ярамай. Унда күсерелгән аҡса күп осраҡта мохтаждарға түгел, мутлашыусылар файҙаһына тотонола.
Рәсәйҙә былтырға хәтле криптовалютаға бәйле енәйәт эштәре ҡуҙғатылмаған. 2017 йылдың сентябрендә Кострома өлкәһендә 3 кеше ҡулға алынған. Улар йө-ҙәрләгән банк карточкалары ҡулланып, биткоинды 500 миллион һум аҡсаға әйләндереп алған. Мутлашыусыларға законһыҙ банк эшмәкәрлеге буйынса енәйәт эше асылған.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Көнсығыш-Себер институты уҡытыусыһы, подполковник Владимир Батоев әйтеүенсә, биткоиндар енәйәт донъяһына ла ныҡлы үтеп инә бара. Уларҙы енәйәтселәр наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешендә, фәхишәлектә, педофилия һәм үлтерештә ҡуллана. Күптән түгел Воронежда йәшәүсе бер әҙәм илерткес матдәне криптовалютаға һатҡан. Уны үҙ нәүбәтендә 1 миллион һум аҡсаға алмаштырған. Ә бит бындай килешеүҙәр көн һайын атҡарылып тора. Биткоиндар барлыҡҡа килгәндән алып торгнетҡа миллиард долларҙан күберәк аҡса күсерелгән. Хоҡуҡ һаҡлау орган-дарына криптовалюта хаҡында ниндәйҙер мәғлүмәт табыу, уларҙың транзакцияларын асыҡлау бик ауыр. Сөнки уларҙы кем ебәргәне лә, кем алғаны ла билдәһеҙ. Виртуаль аҡсаға бәйле хоҡуҡтарға ҡаршы эшмәкәрлекте өйрәнгән подполковник һүҙҙәренә ҡарағанда, криптоенәйәтселәр менән көрәшеү шул тиклем ҡатмарлы. Криптовалютаның, башлыса биткоиндың әйләнешен контролдә тотоу өсөн бындай эшмәкәрлек алып барыусы субъекттарҙы лицензиялауҙың теркәү системаһын булдырыу зарур.
Аҡсаһын криптовалютаға һалған теге инәй әхирәте менән сәй эсә-эсә миллиондарының нисек үҫкәнен компьютеры аша күҙәтә. Ул мониторына текләгәндә телевизорҙы ҡабыҙҙым. Әмәлгә ҡалғандай, яңылыҡтарҙа Псков ҡалаһында бер әҙәмдең полицияға 10 миллион һумлыҡ криптовалютаһын хакерҙар сисеп алыуын хәбәр иткәне хаҡында һөйләйҙәр. Хәҙер хоҡуҡ һаҡсылары алдында криптовалюта дилеммаһын асыҡлау—мөлкәтме ул, әллә түләү сараһымы икәнен билдәләү бурысы тора. Быға аныҡлыҡты тик закон бирә ала. Әлегә, закон булмағас, эксперттар үҙәк банкыға цифрлы финанс пирамидаларға мөнә-сәбәт тураһында рәсми һығымта сығарырға тәҡдим итә.
Шуны иҫтә тотоғоҙ: миллиондарса биткоин «аҡса» отһағыҙ ҙа, уны иҡтисадтың реаль өлкәһендә—сауҙа нөктәләрендә, банкыла—бер кем дә ҡабул итмәйәсәк. Дөрөҫ, ошо «криптосекта» (финанс белгестәре уны шулай атай) эсендә ул әйләнештә була ала, тик ситтә, йәғни ысын донъяла уны ҡулланыу шул тиклем уңайһыҙ: курсы тиҙ үҙгәрә, тормошобоҙҙо бер нисек тә еңелләштермәй һәм кредит картабыҙҙы ла алмаштыра алмай. Теге инәй шикелле ғүмер буйы йыйған аҡсағыҙҙы үҙ мәнфәғәтегеҙгә тотонмай, уны арттырам тип мутлашыусыларға биреп, иртәгә байығыуығыҙҙы көтөп ултырмағыҙ. Беҙҙең халыҡ бер ваҡытта ла еңел генә аҡса эшләмәгән һәм эшләмәйәсәк. Бушлай сыр тәпелә генә була түгелме?
Читайте нас: