Бөтә яңылыҡтар
Фекер
26 Ғинуар 2018, 12:05

Бәйән дә, документаль повесть та түгел...Әкиәт

Мөжәүир хәҙрәт» китабын яҙыр алдынан Лира Әхмәт-Яҡшыбаева Сибай ҡалаһында йәшәүсе 80 йәшен үткән Үлмәҫбикә Ҡәҙерғолова менән кәңәшләшә. —Китап сығарыуға хәҙрәттең рухы ризамы икән?—тип һорай ул унан.—Риза булмаған ҡайҙа ул! …Риза ул, риза! Һиңә фатихаһын да биреп яталыр әле! …Китабыңды тиҙерәк сығар! Уны бөтә халыҡ көтә,—тип яуап бирә әбей (Лира Әхмәт—Яҡшыбаева. Халҡыбыҙ изгеләре. Өфө, «Китап», 2014).Мөжәүир хәҙрәттең улы Мөхәммәт авторға һөйләй. «Атайым төшөмә инде лә…, әллә ниндәй туннелдәр аша осороп, мине һинең яныңа ҡалдырып китте»,—ти.«Мөхәммәттең төшөн әүлиә олатайҙың миңә ошо китабымды яҙырға фатиха биреүелер, тип аңланым»,—тип яҙа Лира ( 7-се бит).

Мөжәүир хәҙрәт» китабын яҙыр алдынан Лира Әхмәт-Яҡшыбаева Сибай ҡалаһында йәшәүсе 80 йәшен үткән Үлмәҫбикә Ҡәҙерғолова менән кәңәшләшә.
—Китап сығарыуға хәҙрәттең рухы ризамы икән?—тип һорай ул унан.
—Риза булмаған ҡайҙа ул! …Риза ул, риза! Һиңә фатихаһын да биреп яталыр әле! …Китабыңды тиҙерәк сығар! Уны бөтә халыҡ көтә,—тип яуап бирә әбей (Лира Әхмәт—Яҡшыбаева. Халҡыбыҙ изгеләре. Өфө, «Китап», 2014).
Мөжәүир хәҙрәттең улы Мөхәммәт авторға һөйләй. «Атайым төшөмә инде лә…, әллә ниндәй туннелдәр аша осороп, мине һинең яныңа ҡалдырып китте»,—ти.
«Мөхәммәттең төшөн әүлиә олатайҙың миңә ошо китабымды яҙырға фатиха биреүелер, тип аңланым»,—тип яҙа Лира ( 7-се бит).
Китап 2004 йылда донъя күрә. Автор раҫлауынса, ул Мөжәүир хәҙрәттең үҙенә лә оҡшаған. Лираның төшөнә инеп: «Һиңә рәхмәт әйтергә килдем, Табын балаһы! Ырыуҙаштарымдың мине мәңге онотмаҫын белә инем. Әммә һинең, бүтән ырыу затының, мине былай ҙурлауын көтмәгәйнем»,—тигән (293 б.)
Әлеге көндә был китаптың ете баҫмаһы донъя күрҙе (297 б.). «Иң яҡшы башҡорт китабы» тигән республика конкурсында ул беренсе урынды яуланы» (9 б.).
Китапта һүҙ «Манһыр әүлиәһе, халыҡ табибы, күрәҙәсе һәм дин әһеле Сиражетдинов Мөжәүир Уйылдан улы (1876-1967) хаҡында» бара (164 б.).
Һүҙлектәр аңлатыуынса, әүлиә (провидец)—человек, который может провидеть, ясновидец. Бындай һәләт бик һирәк кенә кешеләргә бирелә икән. «Әүлиәләр 10-11 мөсәлгә (120-130 йыл) бер генә тыуа»,—ти автор (172 б.).
Мөжәүир үҙенең әүлиә икәнен ун бер йәшендә белә. «Бала сағында йәйғор нуры аша уға Алла Тәғәләнең суфый шәйехтәренә, әүлиәләргә һәм изгеләргә Юғарынан бирелә торған тәбиғи һәләт—кәрәмәт бирелә» (164 б.). «Миндә ниндәйҙер илаһи ҡөҙрәт бар. Ул миңә йәйғор аша бирелде»,—ти Мөжәүир (178 б.).
Лира Әхмәт-Яҡшыбаева Мөжәүир хәҙрәтте тәбиғәттән дә көслө зат тип иҫәпләй. Ул тәбиғәт менән идара итә ала. Әҫәрҙә быны раҫлаусы миҫалдар етерлек. Шуларҙың ҡайһы берҙәрен һанап китергә була.
Лира Әхмәт-Яҡшыбаева Манһырға барышлай йыуа, ҡуҙғалаҡтар эҙләп ҡарай. Элек ер ябып ултырған шифалы үләндәрҙең еҫе лә, еле лә күренмәй. Шул саҡ Мөжәүир хәҙрәттең улы Хәмидун осрай. Күтәреп алған тоғон сисә лә Лираға йыуалар, ҡуҙғалаҡтар сығарып бирә. «Ҡайҙан йыйҙығыҙ һеҙ быны. Беҙ күпме эҙләһәк тә тапманыҡ»,—тигәс, Хәмидун: «Атайым һеҙҙе шаяртҡан икән. Ыҙалап йыйып йөрөмәһен китап яҙыусы Лира ҡыҙым, әҙеренән алһын»,—тигән.—Ул беҙҙе лә шулай мәрәкәләп ала» (8-9 б.).
Бынан аңлашыуынса, Мөжәүир хәҙрәт йыуаларҙы, ҡуҙғалаҡтарҙы теләһә үҫтерә, теләмәһә—юҡ икән.
Мөжәүир хәҙрәт ямғыр ҙа яуҙыра ала. «Кәрәк саҡта ямғыр яуҙырғым килә,—ти ул дуҫы Fибаҙуллаға.
—Теләп кенә ямғырҙы яуҙырып булмайҙыр ул, малай.
—Була.
—Нисек?
—Хәҙер ҡарап тор.
Мөжәүир тыны менән тартып алырҙай булып баш осонда өйөрөлгән бер аҡһыл ғына болотҡа текләне. Балаларса һамаҡлап та алды:
—Ямғырым, яу, яу,
Иген үҫһен тау-тау!
Ышанһаң—ышан, ышанмаһаң—юҡ, баяғы болот ҡайнап, ҡабарып күк йөҙөн ҡаплап алды һәм күкрәп ямғыр яуа ла башланы. Мөжә-үирҙең кәрәмәт тыуҙыра алыу һәләтлегенә ышана алмаған Fибаҙулла ҡыуыш эсенә йү-гереп ингәс, көлөп, шаяртты:
—Әтеү һин ямғырҙы туҡтата ла алаһыңдыр әле.
Мөжәүир етди ине.
—Ҡарап ҡарайыҡ,—тине, әлегә тиклем һис тә бындай эшкә тотоноп ҡарағаны булмаһа ла йәнә күккә ҡараны. Ҡулдары менән болотто ҡыуған хәрәкәттәр яһаны.
—Таралығыҙ, болоттар! Беҙгә ямғыр кәрәкмәй! Ары ағылығыҙ! Китегеҙ!
Яуын нисек тиҙ яуа башлаһа, шулай тиҙ туҡталды» (177-178 б.).
Мөжәүир хәҙрәт тәбиғәт менән идара итеү һәләтен үҙенең шәхси мәсьәләләрен хәл итеү өсөн дә файҙалана. Fашиҡ булған ҡыҙы Сөмбөләне Мерәҫ ауылы муллаһы икенсе бисәлеккә алырға йөрөгәндә, «үҙенең тылсым көсөн ҡулланып…ҡыҙҙы һаҡларға тырыша. Мулла ҡыҙҙы алырға килгәндә, уның юлына «биш- алты ажар бүрене сығарып», кире ҡайтарып ебәрә. «Теге бай икенсе тапҡыр юлға сығам тип торғанда, йәшен йәшнәп, күк күкрәп ямғыр ҡойоп яуа. Өсөн-сөгә ынтылғанда, егеп барам тигән күркле аты ҡасып китеп, харап итә» ( б. 199-200). Һөҙөмтәлә бай ҡыҙҙан төңөлә. Мөжәүир хәҙрәт шулай итеп маҡсатына өлгәшә: Сөмбөләгә өйләнә.
Мөжәүир хәҙрәттең тәбиғәт менән идара итеүен авторға мәғлүмәт биреүсе сығанаҡтар ҙа раҫлай. Мәхмүтова Зәйнәп һөйләүенсә, бер ваҡыт Мөжәүир хәҙрәт Баймаҡҡа дуҫына бара. Дуҫы улы Fәйзуллаға ҡунаҡтың атын йылғаға алып барып эсереп килергә ҡуша. Улы теләр-теләмәҫ кенә, һуҡранып ризалаша. «Атты һуғарып кире ҡайтҡанда Fәйзулла күрмәгәнен күрә: йә ҡолағы төбөнән зыйлап пулялар үтеп китә, йә ҡаршыһына бүре өйөрө килеп сыға, йә алдында киң йылға пәйҙә була. Малай хитлана-хитлана саҡ ҡайтып инә» (307 б.). Быларҙы Мөжәүир хәҙрәт ойошторған икән.
Үлгәс тә хәҙрәт тәбиғәт менән етәкселек итеүен туҡтатмай. «2006 йылда Ман-һырҙа Мөжәүир хәҙрәттең тыуыуына 130 йыл тулыуҙы билдәләп үтергә булдылар,—тип яҙа автор.—Ләкин сараны үткәреү алдынан изге уйлы бер кешене ныҡ ҡына рәнйеттеләр. Әүлиә рухы был хәлгә үҙенең риза түгеллеген белдергәндер: сара башланыр алдынан ағастарҙы тамырынан йолҡоп ырғытырҙай булып дауыл ҡупты, күк йөҙөн ҡурғаштай ҡап-ҡара болот ҡаплап алды, ҡойоп ямғыр яуҙы, әйтерһең, ямғыр һыуы ерҙе әшәкелектән, яуызлыҡтан, иблис ҡотҡоһонан таҙартырға теләне» (9 б.).
Лира Әхмәт-Яҡшыбаева Мөжәүир хәҙрәтте тәбиғәт ҡанундарына буйһонмаған эштәр башҡарырға ла һәләтле, ти. Быға миҫалдар әҫәрҙә бик күп.
Мерәҫ муллаһынан тартып алғас, Мөжәүир Сөмбөләгә бала имеҙеп ултырған ҡатынды күрһәтә. «Был һин беҙҙең бәпесебеҙ менән»,—ти (200 б.).
Үҙе лә тәбиғәттә булмағанды күрә ала. «Халҡыбыҙ изгеләре» китабының 184-186-сы биттәрендә уның ен ҡыҙҙарын күреүе, улар менән аралашыуы һүрәтләнә.
Мөжәүир хәҙрәт икенсе кеше ҡиәфәтенә лә инә ала икән. «Үлмәҫбикә бала тапҡас, исем ҡушыу өсөн Темәстән Мостафа мулланы саҡырырға була. Шуны уйлап торғанда, ишек асылып китә лә, Мостафа мулла килеп керә. Ҡыҙға Гөлгенә тип исем ҡушып, күҙ алдынан юҡ була. Аҙаҡ Мөжәүир хәҙрәт Үлмәҫбикәнең төшөнә кереп әйтә: «Үҙең Мостафа мулла ла, Мостафа мулла тип ултырғас, яныңа Мостафа мулла булып килдем инде»,—ти (286 б.).
Үлмәҫбикә Ҡәҙерғоловаға хәҙрәт башҡа ҡиәфәттәрҙә лә күренгән. «Әүлиә ун дүрт йәшлек сағымда, аҡ әбей ҡиәфәтенә инеп, мине үҙе эҙләп тапты»,—ти ул (401 б.).
Мөжәүир хәҙрәт доға уҡып ишектәр-ҙең йоҙағын аса ала. «Хәҙ-рәт бер өшкө-рөп ебәргәйне, ишек йоҙаҡтары үҙенән үҙе асылды»,—тип яҙа автор. Төрмәлә ул, шул юл менән камеранан сығып, тәһәрәт алып керә торған булған (216, 221 б.).
Йылайыр төрмәһендә, тәфтишсе үҙе менән насар мөғәмәлә иткәс, Мөжәүир хәҙрәт уға фалиж һуҡтыра. «Тәфтишсе хәҙрәттең ҡулындағы тиҫбене тартып алырға ынтылғас: «Ҡағылма бысраҡ ҡулың менән»,—тип хәҙрәт ҡулын этеп ебәрә. «Шул саҡ һары русты, әйтерһең, алмаштырҙы ла ҡуйҙылар. Тау ярырҙай аҡырған әҙәмдең теле көрмәлде, уҫал ҡараған күҙҙәре ғәрешкә терәлгәндәй йыуашайҙы, тын алышы ауырлашты, быуындары кәрһеҙләнде. Өнө быуылып, саҡ тын алып ултырһа ла, әшәке ғәҙәтен ҡуймай, ҡатлы-ҡатлы итеп һүгенде. Тотҡоно алдында ҡапыл меҫкен хәлгә ҡалып, бер ни ҡыла алмауына, әй, үкенде. Атып ҡына йығыр ине—ҡулы тыңлауһыҙға әйләнде»,—тип тасуирлана был ваҡиға әҫәрҙә ( 216 б).
Ҡатынын туҡмап, өйҙән ҡыуып, ике игеҙәк балаһын ҡышҡы һыуыҡҡа сығарып ебәргән иҫерек Әсҡәт, Мөжәүир хәҙрәт килеп ингәс, уға ташлана. Кәмһетә, иңенәкилеп йәбешә, һөйрәкләп ишектән сығарып ташларға теләй. Шунда хәҙрәт «утлы ҡарашын әҙәм аҡтығына төбәне. …Был ҡараш Әсҡәттең тәнен йәшен утындай үтәнән-үтә өттө. Ултырған еренән ир гөрһөлдәп иҙәнгә ауҙы» (250 б.).
Бәхтиәр, хәҙрәт булып кейенеп, сәхнәлә ҡылана башлай. Уның бәйһеҙлеге хәҙрәттең зитына тейә. Ул мәҙәксенең үҙен ҡыҙыҡ итә. Өҫтөндәге барлыҡ кейемен систертә һәм шәп-шәрә көйө сәхнәлә теләһә нәмә ҡыландырып йөрөтә башлай» (219 б.).
Бухгалтер Сөләймән, Мөжәүир хәҙрәт Сталинға ҡаршы һүҙ йөрөтә, тип районға барып ошаҡлай. Бер нисә көндән ул хәҙрәттең тылсым көсө менән телһеҙ ҡала (230 б.).
1939 йылда Өфө төрмәһендә Мөжәүир хәҙрәтте хөкөм итеүгә суд бара. Илленән ашыу шаһит, телһеҙ ҡалып, һөйләй алмай (219 б.).
Көҙ көнө Үлмәҫбикә, әхирәте Маһираны аптыратып, Фәйзулла ауылына еләк йыйырға бара. Ашарға ултыралар. Шунда Үлмәҫбикә ҡатҡан ҡоротон ағас төбөнә ырғыта. «Бер ҙур кәүҙәле йәнлек пәйҙә булды, түңгәк өҫтөндәге баяғы ҡоротто һоғондо ла, тау битләп саптырып китеп тә барҙы. Уның эҙенән эре-эре еләктәр тәгәрәшеп ятып ҡалды. Маһираның ҡото осто. Унда еләк ҡайғыһы юҡ ине. Ә Үлмәҫбикә йүгереп йөрөп еләк йыя башланы. Һутлы еләктәрҙе туйғансы ашап та алды» (291 б.). Китапта ошо хәл Мөжәүир хәҙрәттең эше тип күрһәтелә (291 б.).
Фәйрүзә Пригородный тигән утарҙан Баймаҡҡа йәшелсә ташый. Бер саҡ юлда һалдат кейемендәге ике ҡасҡын баҫтыра. Тота алмай. Баҡһаң, Мөжәүир хәҙрәт ҡотҡарған икән. «Зирәк күренә, моғайын, аңғарыр, тип, атыңды бышҡырттым, боролтоп ҡараттым. Иң шәәъ Аллаһ, һиҙгерһең»,—ти (259 б.).
тулы варианты гәзиттең 4-се һанында.