АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
12 Ғинуар 2018, 16:36

БАШТАҒЫ «БАТШАНЫ» АЛЫШТЫРЫРҒА КӘРӘК... Аҙағы

Баланы артыҡ бәпләргә ярамай. Балама рәхәт булһа, миңә лә рәхәт тип уларҙы аҡса биреп ҡотортоу яҙыҡ эш. Беҙҙе 18 йәшебеҙ тулһа, атай-әсәйҙәребеҙ уҡығыҙ, һөнәр алығыҙ тип сығарып ебәрҙеләр. Һеҙҙе лә шулай иттеләр. Юғалмағанһығыҙ бит был тормош диңгеҙендә, донъя көтәһегеҙ. Ә нишләп һеҙ үҙ балаларығыҙҙы ғәрип тип уйлайһығыҙ? Улар беҙҙән дә яҡшы йәшәйәсәк. Унан тағы ата-әсә мәңге түгел. Балалар үҙ көстәре менән йәшәп өйрәнһен.

Дауамы. Башы 1-се һанда.
Ваҡ эш менән шөғөлләнергә теләүселәр аҙ, бөтәһенә лә күп һәм шунда уҡ кәрәк. Улай булмай, күпкә дәғүә итергә эске энергетикаң мөмкинлек бирмәй. Әгәр үҙ эшеңә яуапһыҙ ҡараһаң, эсең тулы аламалыҡ булһа, бәләкәй генә ҡыйынлыҡ осраһа ла башыңды эйһәң, бер нәмә лә килеп сыҡмаясаҡ. Күрәһеңме, ил, йәмғиәт, эш тип һөйләһәк тә, киләбеҙ ҙә шул кешегә—үҙеңә килеп текәләбеҙ. Кеше үҙгәрмәй, үҙгәрергә лә теләмәй. Бөгөн матди яғы ла, рухи яғы ла теүәл булып, етеш тормошта бик һирәктәр бәхетле йәшәй. Күпселек фәҡирлектә көн итә. Ни өсөн? Сөнки халыҡ үҙ өҫтөндә эшләргә, аң кимәлен, рухи яҡтан үҫешергә теләмәй. Бөтә бәлә шунда.
—Рухи яҡтан үҫеште нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ?
—Рух, иман тураһында һүҙ ҡуҙғатһаң, күптәр бөтә нәмәне ташларға ла Аллаға табынып ултырырға кәрәкме тип һорай. Аллаһ Тәғәлә һорағанды түгел, хәрәкәт иткәнде ярата. Матди тормошта сама тигән нәмәне белергә, нәфсене тыя белергә тейешбеҙ. Кешенең эске донъяһы ярлы икән ул нәфсеһен тыя алмай, байлыҡ артынан ҡыуа ғына. Шунан уны донъя баҫа башлай. Енәйәт эшенә тарыймы, һаулығы ҡаҡшаймы, шулай сама белмәгәнлектән, һынау артынан һынауға дусар була. Матди тормоштоң ваҡытлыса булыуын аңларға кәрәк. Тамағың туҡ, өҫтөң бөтөн, балаларың имен-һау, йәшәр урының бар икән шул етә. Донъя артынан ҡыуырға ярамай.
Аллаһ Тәғәләнең барлығына ышанырға кәрәк. Ер, һыу, һауа, күк уның ҡөҙрәте булыуын танып белеү зарур. Шунан инде башҡа тәғлимәттәр яйлап асыла.
—Минең улым, мәҫәлән, Ер шары ҙур шартлауҙан барлыҡҡа килеү теорияһына ышана. Уның был ҡарашын нисек үҙгәртергә?
—Үҙе үк әйтеп тора, ҙур шартлау теорияһы! Ә ҡайҙа иҫбатламаһы?
Иң беренсе балаға уның йән булыуын аңлатырға кәрәк. Шунан ғына тән. Ҡыйынлыҡтар алдында бөгөлөп төшмәһендәр өсөн баланы баштан өйрәтеү яҡшы. Беҙ ҙә 18 йәшлек улыбыҙға белем бирҙек, тормош ҡағиҙәләрен өйрәттек, әммә әле ул уларҙы ҡулланмай. Йәшлек менән аңламай, ғаилә ҡороп ауырлыҡтар менән осрашһа, шунда алған белемен ҡуллана башлаясаҡ, тип уйлайым. Тормош ҡыйынлыҡтары аша кеше үҙгәрә. Әгәр рухың көслө икән, яҡшы яҡҡа үҙгәрәһең. Рухи көсө булмағандар һына.
Баланы артыҡ бәпләргә ярамай. Балама рәхәт булһа, миңә лә рәхәт тип уларҙы аҡса биреп ҡотортоу яҙыҡ эш. Беҙҙе 18 йәшебеҙ тулһа, атай-әсәйҙәребеҙ уҡығыҙ, һөнәр алығыҙ тип сығарып ебәрҙеләр. Һеҙҙе лә шулай иттеләр. Юғалмағанһығыҙ бит был тормош диңгеҙендә, донъя көтәһегеҙ. Ә нишләп һеҙ үҙ балаларығыҙҙы ғәрип тип уйлайһығыҙ? Улар беҙҙән дә яҡшы йәшәйәсәк. Унан тағы ата-әсә мәңге түгел. Балалар үҙ көстәре менән йәшәп өйрәнһен.
—Һәр кемебеҙ даими таҙарыныу өҫтөндә эшләргә тейешме? Өйөбөҙ ялтлап торһа ла, мегаполистан алыҫ йәшәһәк тә теләйбеҙме-юҡмы мебель өҫтөнә туҙан ултыра. Ошоноң кеүек кешегә лә таҙарынып тороу зарурҙыр ул.
—Даими таҙарыныу—көнсығыш медицинала ла, көнсығыш психологияһында ла мөһим иҫәпләнә. Яҙыусы, философ, бизнес-тренер Рами Блект бер нисә төрлө таҙарыныу ысулдары тәҡдим итә. Рухи үҫешкә ынтылған кеше үҙ-үҙен ағыулаған бөтә насар ғәҙәттәрҙән—тәмәке тартыуҙан, илерткес, иҫерткес, наркотик матдәләр ҡулланыуҙан баш тартырға тейеш. Хатта сәй, кофены саман тыш эсеүҙән тыйылыу ҙа яҙыҡ булмаҫ.
Физик кимәлдә таҙарыныуға килгәндә, кеше организмы шулай ҡоролған, унан билдәле миҡдарҙа шлактар бүленеп сыға. Шундай үҙенсәлек бар: көн дауамында организмға аҙыҡ кәрәк, ә кис тән киреһенсә, токсиндар бүлеп сығара. Шуға күрә көнсығыш медицина төнгө кершәндәр менән ҡулланырға тәҡдим итмәй. Аюверда әйтеүенсә, 95 процент ауырыуҙар кешенең эсәктәрендә шлак йыйылыуҙан барлыҡҡа килә. Хәҙерге заман белгестәре лә бының менән килешә һәм шул арҡала матдәләр алмашыуы боҙола тип иҫәпләй. Физик таҙарыныу өсөн көнөнә ике тапҡыр йыуыныу зарур: иртәнсәкке сәғәт 09.00 тиклем һәм төнгө 02.00 сәғәткә ҡәҙәр йыуыныу файҙалы. Иртәнсәк эсәктәр мотлаҡ таҙарынырға тейеш. Әгәр улай булмаһа туҡланыуҙы көйләү талап ителә. Көн һайын иртәнсәк теште таҙартҡанда, телде таҙартыу ҙа мөһим.
Организмды таҙартып тороу ҙа кәрәк. Йылына бер мәртәбә эсәк буйҙарын һәм бауырҙы, 2-3 йылға бер бөйөрҙө таҙаларға кәңәш ителә.
Иң мөһиме эмоциональ кимәлдә таҙарыныуға иғтибар итегеҙ. Ауырыуҙар иң башта физик тәндә барлыҡҡа килмәй. Шуның өсөн эмоциональ проблемаларҙан таҙарыныу мөһим. Хәҙерге заман медицина хеҙмәткәрҙәре лә күп кенә сирҙәр насар уйҙар һәм эмоциялар арҡаһында барлыҡҡа килеүен иҫбатлай. Әгәр кеше пессимист йәки кемгәлер яуызлыҡ теләп, үпкәләп йәшәй икән, шул торош уның үҙендә үк сағылыш таба.
Эмоциональ таҙарыныу өсөн: насар уйҙарҙан арынығыҙ, айырыуса асыуланыу яман, ул организмда хәүефле биохимик процесты барлыҡҡа килтерә. Үҙ-үҙеңде хәстәрләргә һәм насар уйҙар уйламаҫҡа кәрәк. Тап негатив уйҙар тормошобоҙҙо ҡатмарлаштыра.
Ҡурҡыу ҙа кешене бөтөрә. Хәтирәләргә бирелмәгеҙ, үпкә тотмағыҙ. Ҡайһы берәүҙәр мәктәптә уҡығанда үпкәләгәндәрен һаман иҫенән сығармай. Fалимдар тап ошондай иҫке үпкәләр рак ауырыуҙарын ҡуҙғатыуҙы иҫбатлаған. Әгәр элеккеләр иҫкә төшә икән, уны артыҡ хисләнмәй, булды ла бөттө тип кенә ҡарарға кәрәк. Ысынбарлыҡта йәшәү беҙҙе көслө итә.
Иртәле-кисле душ инеү эмоциональ яҡтан көйләй. Ҡыҙыҡлы, аҡыллы, һеҙҙе нимәгәлер өйрәткән кешеләр менән аралашығыҙ. Барыһына ла бәхет теләйем тип ҡабатлағыҙ һәм ошо һүҙҙәрҙең энергетикаһы һеҙҙең тәнегеҙҙең, йәнегеҙҙең һәр күҙәнәгенә үтеп инеүен, унан башҡаларға бирелеүен күҙ алдына килтерегеҙ. Иң беренсе сиратта үҙегеҙҙе йәберләүселәргә яҡшы теләктә булығыҙ. Бындай ысул аңды таҙарта.
Рухи яҡтан таҙарыныу—ул үҙ торошобоҙҙо гармонияға көйләү. Күңелебеҙҙә һәр кемгә, бөтә нәмәгә һөйөү йөрөтһәк, тирә-яҡҡа яратып баҡһаҡ, эске донъябыҙ матурая. Тормошобоҙҙа кире тәьҫораттар—эгоизм, ҡурҡыу, насар эмоциялар ни тиклем күп булһа, карма шул тиклем насар була. Рухи кимәлдә таҙарыныу өсөн тәүбәгә килеү зарур. Иң башта үҙ-үҙеңде, унан инде ҡасандыр һиңә яуызлыҡ, насарлыҡ ҡылыусыларҙы ғәфү итергә кәрәк. Насар карманы шулай уҡ эскерһеҙ эшмәкәрлек тә таҙарта. Кемгәлер ярҙам итеү аңды тынысландыра.
Йәшәгән урынығыҙҙы таҙартыу ҙа мөһим. Боронғо һинд ғалимы Васту тураһында күптәр ишетеп белә. Уның тәғлимәттәренә Фэн-шуй нигеҙләнгән. Васту буйынса, өйҙә ҡыйһай йыйырға ярамай. Торлаҡҡа ингәндә бөтә нәмә таҙа һәм матур булыуы мөһим шарт. Әгәр ишегегеҙ төбөндә нимәлер ҡыйралып ята икән, ул йортҡа ыңғай энергияға инергә ҡамасаулай.
Өй таҙа булырға тейеш. Йәшәгән урының бола булһа, кәйеф тә ҡырыла, ир ҡысҡыра, ҡатын үпкәләй, балалар тыңламай. Шулай уҡ өйҙә артыҡ әйбер тоторға ярамай. Fаилә һәм дини ҡомартҡыларҙы һаҡларға кәрәк, әлбиттә, насар энергия сығарып ятҡан аламаның бер ниндәй ҙә файҙаһы юҡ. Ауырып үлгән кешенең әйберҙәренән ҡотолоу хәйерле. Шкафағыҙҙың эсендәге тулы иҫке, моданан сыҡҡан әйберҙәр яҡшы энергияның инеү юлдарын ҡаплай. Кеймәгән кейемдәрегеҙҙе мохтаждарға бирегеҙ. Боҙоҡ һәм күҙегеҙҙе ҡыуандырмаған ямаҡ әйберҙәрҙе ташлап барығыҙ. Яһалма материалдарҙан әйберҙәр алмағыҙ. Мәҫәлән, яһалма сәскәләр йортто биҙәмәй, улар ҡәбер өсөн тәғәйенләнгән. Теләһә ниндәй һүрәттәр төшөрөлгән картиналар ҙа өйҙө йәмләмәй.
Гөлдәр Ҡадаева яҙып алды.