АТАЙСАЛ
-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
9 Ғинуар 2018, 11:38

БАШТАҒЫ «БАТШАНЫ» АЛЫШТЫРЫРҒА КӘРӘК...

Патернализм... Әллә яртыһынан күбеһе «бюджетник» булғанғамы, халҡым һаман-һаман «яҡшы батша» идеяһына өмөтләнеп йәшәй... Бына, йәнәһе, ҡайһылыр кимәлдә, ҡайһылыр батша алышыныр ҙа... Фатир бирерҙәр, эш хаҡын арттырырҙар, башҡорт телендә һөйләшеүселәр артыр... Fәфү, бер айырым мәмләкәттә лә бер айырым милләт өсөн дә айырым шарттар тыуҙырылмаясаҡ... Был минең теләк тә, тәҡдим дә, ҡарғыш та түгел... Был—ысынбарлыҡ... Донъяуи глобализация, интеграция осоронда тиңдәр араһында тиң булып (тиңдәр араһында кәм булып түгел) йәшәргә өйрәнергә ваҡыт... Батшаларҙың береһе килер, береһе китер, улар алышынып торор... Беҙгә иң башта һәр кемебеҙҙең башындағы «батшаны» алыштырырға кәрәк...

Патернализм... Әллә яртыһынан күбеһе «бюджетник» булғанғамы, халҡым һаман-һаман «яҡшы батша» идеяһына өмөтләнеп йәшәй... Бына, йәнәһе, ҡайһылыр кимәлдә, ҡайһылыр батша алышыныр ҙа... Фатир бирерҙәр, эш хаҡын арттырырҙар, башҡорт телендә һөйләшеүселәр артыр... Fәфү, бер айырым мәмләкәттә лә бер айырым милләт өсөн дә айырым шарттар тыуҙырылмаясаҡ... Был минең теләк тә, тәҡдим дә, ҡарғыш та түгел... Был—ысынбарлыҡ... Донъяуи глобализация, интеграция осоронда тиңдәр араһында тиң булып (тиңдәр араһында кәм булып түгел) йәшәргә өйрәнергә ваҡыт... Батшаларҙың береһе килер, береһе китер, улар алышынып торор... Беҙгә иң башта һәр кемебеҙҙең башындағы «батшаны» алыштырырға кәрәк...
Азамат Юлдашбаевтың хаҡ һүҙҙәрен мәҡәләмә баш һүҙ итеп юҡҡа ғына алманым. Сибай ҡалаһында йәшәүсе эшҡыуар, эзотерика менән ныҡлы мауығыусы Айбулат Алик улы Уразбахтин менән ҡорған әңгәмәнең асылында ла ниндәйҙер һөҙөмтәләргә өлгәшергә теләһәң, үҙ-үҙеңде үҙгәртеү мөһимлеге ярылып ята.
Асыҡлап үтәйек, патернализм—ул килешеү: ышаныс хәстәргә әүерелә. Эзотерика— ул серле, йәшеренгән белем. Донъяны һәм йәшәйеште аңлау процесы, үҙеңде бер бөтөндөң өлөшө итеп таныу.
—Айбулат Алик улы, күптәр был донъяла үҙ-үҙен таба алмай интегә. Айырыуса беҙҙең башҡорт халҡы бер сиктән икенсеһенә һуҡлыға. Шайтан һыуы эсә-эсә лә, ҡапыл дингә баҫа. Ниндәйҙер урталыҡты табыу ҡыйын...
—Кеше был донъяла нисек йәшәй? Тыуа, әммә беҙ был процесты иҫәпкә алмайбыҙ, сөнки уны Аллаһ Тәғәлә бирә. Fаиләлә тәрбиә ала, мәктәпкә бара, уҡый, һөнәр ала, ғаилә ҡора, йәшәй... Билдәле бер йәшкә етеп, кеше ғаилә ҡорғас, ниндәйҙер эшкә урынлашҡас, ниндәйҙер ваҡыт йәшәгәс төрлө кешеләрҙең төрлө проблемалары килеп тыуа. Шул ваҡытта күптәр килеп тыуған хәлдәрҙе аңламай интегә. Ни өсөн миңә эш хаҡын аҙ түләйҙәр? Ни өсөн мине ҡатыным йәки ирем йәберләй? Ошондайыраҡ һәм башҡа һорауҙар баштарында тыуып ҡына тора. Әгәр кеше шуларға ваҡытында яуап тапмаһа, проблемаларын хәл итеү мөмкинлеге сыҡмаһа, ул төйөнгә әйләнә лә ҡуя. Шул төйөн кешенең күңелен өйкәй, артабан йәшәүгә көс бирмәй. Fаиләне генә алайыҡ. Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә айырылышыуҙар кимәле 70 процентҡа етә. Башҡортостанда статистика 65 процент тирәһендә тирбәлә. Был һандар нимәне күрһәтә? Fаилә тигән институттың бөтөп барыуына ишаралай. Ә бит ғаиләне кеше уйлап сығармаған. Тарихты өйрәнһәң, никах тигән нәмә ҡайҙан барлыҡҡа килеүе хаҡында мәғлүмәт табыуы бик ҡыйын. Тимәк, уны Аллаһ Тәғәлә булдырған. Fаилә—ул ике төрлө енестең бер төйөнгә берләшеп, ышҡылып, бер бөтөн булып китеүе. Әгәр төйөн бер бөтөнгә әйләнеп китә алмаһа, айырылышыуҙан башҡа сара ҡалмай.
Ә айырылышыуҙың эҙемтәләре бар. Иң беренсе, ғаиләнең тулы булмауынан балалар интегә. Fаиләлә балалар ата-әсәнең мөнәсәбәтен ҡарап үҫә. Уларҙы үҙенә һеңдерә, үҫкәс тә улар ошоға ынтыла һәм ул мөнәсәбәттәрҙе үҙ ғаиләһендә булдырып йәшәй.
Балаларға рухи белемде тик атай менән әсәй генә бирә ала. Мәктәптә, уҡыу йорттарында рухи тәрбиә буйынса һабаҡ бирелмәй. Йәмғиәттең беренсе күҙәнәге булған ғаиләлә ата-әсә балаға йүнәлеште баштан дөрөҫ ҡуйһа, ул тормошонда осраған ҡыйынлыҡтарҙы үҙе хәл итә алырлыҡ булып үҫә. Ә бындай тәрбиә алмағандар, әлбиттә, һынауҙарға әҙер булмай. Шуға ла бер сиктән икенсеһенә ҡаҡлыға-һуҡлыға, үҙен таба алмай йонсой.
—Ундайҙарға нисек ярҙам итергә һуң?
—Хәҙерге заманда мәғлүмәт бик күп. Әгәр һин уларҙы ҡабул итергә әҙерһең икән, тормошоң да үҙгәрә тигән һүҙ. Тик беҙҙә кешеләр үҙҙәре менән килеп тыуған хәлдә һәр ваҡыт кемделер ғәйепләй. Ил башлығынан алып эш биреүсеһенә тиклем һүгә, әммә ғәйепте үҙенән эҙләмәй. Шуның арҡаһында ла уларҙың тормошонда үҙгәрештәр юҡ. Кеше ул—генератор. Үҙ хәлдәренең генераторы. Кеше батарейка кеүек. Тәнебеҙ батарейканың тышҡы торошо булһа, эске донъябыҙ, эмоциональ торошобоҙ—энергия. Энштейндың энергияны һаҡлау законы беҙҙең эмоциональ торошҡа тап килә. Йәғни, уй-теләктәребеҙ ғаләмгә китә һәм материалләшә. Әгәр һинең эсең тулы насарлыҡ, күңелеңдә үпкәләү, яуызлыҡ, негатив уйҙар, ҡурҡыу йөрөтәһең икән, тормошоңда шул хәлдәр булып ҡына торасаҡ. Бер кеше лә быларҙы үҙенә теләмәй, әммә шул алама уйҙары теләк булғанын аңламай. Нимәнәндер ҡурҡаһың икән, тимәк, уйыңды шул ҡурҡыу эмоцияһына һатаһың, йәғни нимәнелер аҡсаға һатып алған кеүек. Мәҫәлән, уй—ул икмәк, ҡурҡыу ул аҡса кеүек тип күҙ алдына килтерәйек. Мәҫәлән, ауырып китәм, аварияға эләгәм тип, уй ғына уйлап, ҡурҡыу менән нығытмаһаҡ, бындай хәлдәр һеҙҙе урап үтеүе мөмкин. Әгәр инде уйлап, уны ҡурҡыу менән нығытһаң, бәхетһеҙлек көт тә тор. Ваҡытында күңелеңдән һеҙҙе йәберләүселәрҙе ғәфү итергә, шик-шөбһәләрҙе юҡҡа сығарып барырға кәрәк. Улай итмәһәң, ул төйөндәр йыйылып ауырыуға әйләнеүе ихтимал. Fалимдар әйтеүенсә, онкология тап шул үпкә, негатив уйҙарҙың таралмауынан барлыҡҡа килә.
—Һеҙҙеңсә, Интернет, китаптар аша мәғлүмәттәр алып үҙ-үҙеңде тулыһынса үҙгәртергә, шул рәүешле тормошоңдо үҙгәртергә мөмкин?
—Әлбиттә. Үҙең генә түгел, йәмғиәт тә үҙгәрәсәк. Бының өсөн үҙ өҫтөңдә ныҡышмал эшләргә кәрәк. Кешене хәҙер биоробот тип атайҙар. Беҙҙең тән бар, эсебеҙҙә тәнебеҙҙе тотоп торған нескә йәнебеҙ бар. Көнсығыш фәлсәфәһен өйрәнһәк, мәҫәлән, индуизм, буддизм унда бөтәһе лә бар. Христиан, Исламда ла был хаҡта мәғлүмәт етерлек. Әммә уларҙың сере тейешле кимәлдә сиселмәгән. Исламда Ҡөръәнде алһаҡ, әлеге ваҡытта ғалимдар уның 8 процентын ғына төшөнә алған. Был изге китапта бик күп ғилем тупланған.
Аллаһ Тәғәлә: «Мин кешеләрҙе һәм ендәрҙе миңә табынһындар өсөн яралттым»,—тигән. Ҡайһы бер мосолмандар изге китапта шулай яҙылған ти ҙә, автоматик рәүештә китап ҡушҡанды үтәй. Хайуандан айырмалы рәүештә кешегә аң бирелгән. Кеше рухи яҡтан үҫешә ала. Аң-белемен арттыра, үҙ-үҙенә үҙе юл һайлай ала. Кеше ниндәй юлды һайлай, әжере лә шулай була. Америка яҙыусыһы Луиза Хей әйтеүенсә, мин проблеманы төҙәтмәйем, ә уйҙарымды рәткә килтерәм. Шунан проблема мине үҙе төҙәтә.
Бөтә нәмә лә үҙгәрһен өсөн, эске донъяңды аҡтарып, яңынан ҡарау мөһим. Мәҫәлән, ҡайһы берәүҙәр, 40 йәштә нисек үҙгәрәйем мин тип әйтеүе ихтимал. Математикала мәсьәлә сисеү өсөн формула, ҡабатлау таблицаһын белергә кәрәк. Әгәр һинең мәсьәләң бар, ә һин уны нисек сисеү формулаһын белмәһәң нимә эшләргә? Тормошта ла шул уҡ. Үҙ-ара мөнәсәбәттәрегеҙ боҙолһа, унан сығыу юлын ҡайҙан табырға? Һин тормоштоң ҡабатлау таблицаһын үҙләштермәгәнһең. Ә уны белергә кәрәк. Тормошта ул таблица намаҙ, дини тәғлимәт тип уйлайым. Әйтәйек, 25 һаны 5-те 5-кә ҡабатлағанда, килеп сығыуын аңлаһаҡ, таблицаның төп мәғәнәһенә төшөнәбеҙ. Йәғни, һәр намаҙҙың асылын аңлап, уны йөрәк аша күңелгә һеңдерһәк, беҙ намаҙҙабыҙ.
—Ә илде, төбәкте, йәшәйешебеҙҙе, етәкселәрҙе нисек үҙгәртергә тәҡдим итәһегеҙ?
— Ил—төбәктәрҙән, төбәк ҡала-райондарҙан тора. Улары ғаиләгә барып тоташа, ғаиләнән кешегә барып етәбеҙ. Ана шунан башларға кәрәк. Fаиләлә кеше аңлы йәшәп, рухи яҡтан күтәрелһә, бөтә нәмә гармонияла була, йәғни бөтә нәмә үҙ урынына тора ла ҡуя. Илебеҙ Президенты халыҡты күтәрәм ти, ә халыҡ үҙгәрмәй. Халыҡ фронтын да ул кешеләр үҙгәрһен өсөн булдырҙы. Халыҡ та ынтылыш булмағас, ул бер нәмә лә эшләй алмай. Халыҡ ниндәй—етәкселәр ҙә шундай.
Әгәр ҙә һин яҡшы лидер көтәһең икән, иң башта үҙең үҙгәр.
Гөлдәр Ҡадаева яҙып алды.
Дауамын гәзитебеҙҙең 1-се һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: