Эшем буйынса төрлө кешеләр менән күп аралашырға тура килә. Ҡайһы берәүҙәр менән һөйләшкәндән һуң күңелгә нур тула, улар тураһында матур мәҡәләләр йыр кеүек яҙыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормоштан йәм тапмағандар, донъяның тик насар яҡтарын күргәндәр ҙә бихисап.
Инвалидтар көнө айҡанлы мәҡәлә яҙырға барған геройҙарымдың яҙмыштары ябай түгел ине. Аллаһ Тәғәлә хаҡына, ризалығына уларға күп мәсьәләләрҙә яр-ҙам итергә тура килде. Башта йәлләп хәлдәрен белергә бара инем, аҙаҡ аралаша торғас ирҙең дә, ҡатындың да тәне генә түгел, йәндәре зәғиф булыуын аңланым. Уйың ниндәй, тормошоң да шулай ҡорола бит. Быларҙың уйында тик аламалыҡ, әйләнә-тирәләгеләр бөтәһе лә насар, бөтә кеше уларға ниҙер эшләргә бурыслы. Иң аптыратҡаны иһә—аҡсаға ҡомарлыҡтары. Ире бигерәк тә ваҡсыл. Ябай ғына миҫал. Үҙҙәрен оҙатып йөрөргә кеше эҙләйҙәр. Социаль хеҙмәттән килгән хеҙмәткәргә айына 160 һум түләргә кәрәк икән. Ә беҙгә айына 100 һумға йөрөтөүсе кәрәк ти. Хәҙерге заманда 100 һумға ике кешене кем етәкләп алып йөрөһөн!
Ә бит улар айына икеһенә 40 меңгә яҡын пенсия ала. Пенсия күскән көндө үк торлаҡ-коммуналь хужалыҡ түләүҙәрен түләйҙәр. Ярай быныһы хуплауға лайыҡ. Шунан 1 ай йәшәүҙәренә 3 мең һум бүләләр ҙә ҡалған аҡсаны банкыға илтеп процентҡа һалалар. Көн һайын ире магазинға барып, ҡулланыу ваҡыты сығып бар-ғанға акция буйынса һатылған иң арзанлы ризыҡты һатып ала. Уларға ҡасан барһаң да һыуытҡыстары буп-буш. Ҡатынының тәм-том ашағыһы килә, әммә иренән үтеп үҙе өсөн аҡса алып ҡала алмай. Нимәһе ҡыҙғаныс: улар теләгән ваҡытта шул йый-ған аҡсаларын кире ала алмай, сөнки икеһе лә һуҡыр. Бының өсөн уларға нотариустан кемгәлер ышаныс ҡағыҙы эшләтергә кәрәк. Ул ҡағыҙҙы юллау ҙа бушлай эшләнмәй. Fөмүмән, хөкүмәт уларға аҡсаны туҡланһындар, кейенһендәр, сә-ләмәтлектәрен ҡайғыртһындар өсөн бирә. Ә улар үҙҙәрен күп нәмәнән мәхрүм итеп аҡса йыя. Аҙаҡ ул аҡса кемгә ҡала? Ни өсөн уны йыялар? Балаларына ҡалдырыр-ғамы? Ирҙең дә, ҡатындың да тәүге никахтарынан ҡыҙҙары бар. Әммә улар ата-әсәләре менән аралашмай, сөнки улар тормоштан төңөл-гәндәр, үҙҙәренең ғәриплектәрендә кешеләрҙе ғәйепләй-ҙәр, башҡа кеше-ләрҙең дә үҙҙәре кеүек һуҡырайыуҙарын теләй. Уйҙары насар, ғәмәлдәре тағы ла насарыраҡ. Шуға күрә лә балалары улар менән бәйләнештәрен өҙгән. Туғандары ла хәлдәрен белергә һирәк инә.
Ә ни өсөн кеше ошондай күңелһеҙ хәлгә тарый? Ни өсөн аҡсалары булып та үҙҙәренән-үҙҙәре ҡыҙғанып фәҡирлектә йәшәргә мәжбүрҙәр күп? Сөнки кеше был донъяға үҙенең нимә өсөн тыуғанын, тормоштоң асылын аңламай, шуға ла дөрөҫ йәшәмәй. Байҙар байлығы кәмеүҙән ҡурҡа, ярлылар тормоштары уңмағанға зарланыуҙан үтмәй.
«Һаран кеше мәңге ярлы» —
Франческо Петрарканың ошо һүҙ-ҙәрендә хаҡлыҡ бар. Үрҙә яҙып үткән кешеләрҙең кассала йөҙәрләгән мең һум аҡсалары ятһа ла күңелдәре ярлы, көнитмештәре фәҡирҙәрсә.
Ҡайһы берәүҙәр һәр кеше ниндәйҙер кимәлдә ҡарун тип әйтер. Эйе, ҡомһоҙлоҡ ул аҡса йыйыу, уны ҡыҫып тотоу ғына түгел, карьера артынан ҡыуыу ҙа , яңы машина йәки ҙурыраҡ йорт һалыуҙа ла сағыла. Иҫәп буйынса ғаилә ҡороу ҙа шуның касафаты. Байыу, хәлен яҡшыртыу өсөн кеше бер-береһен һата, хатта үлтерә.
Ҡомһоҙлоҡ менән беҙ көн дә осрашабыҙ: һатыусылар аҙыҡ-түлекте һатҡанда мутлаша, адвокаттар клиенттарының эш-тәрен юрамал һуҙа, ҡулдары үҙҙәренә табан «кәкре» чиновниктар ришүәт һәм бүләктәр таптыра, бурҙар урлаша. Улар-ҙың барыһы менән дә ҡарунлыҡ идара итә. Әйткәндәй, ҡомһоҙлоҡ, ҡомағайлыҡ, ҡомарлыҡ, ҡарунлыҡ — барыһы ла һаранлыҡ һүҙенең синонимдары.
Табиптар әйтеүенсә, ҡарунлыҡ кешене тиҙерек ҡартайта, йәшләй ауырыуҙарға һабыштыра. Минск табип-психиатры Николай Спрудовский фекеренсә, мул ҡуллы кешеләргә ҡарағанда тире ауырыуҙары менән һарандар—5, инсульт, гипертония—3, инфаркт—6, ашҡаҙан язваһы, гастрит, ашҡаҙан-эсәк тракты ауырыуҙары менән 4 тапҡырға күберәк сирләй. «Бө-тә сырхауҙар көн-сөллөк һәм аҡса менән артыҡ мауығыуҙан башлана»,—ти табип.—Етешә алмағанға көйгәндән йоҡо оса, невроз ҡалҡа. Организм күп итеп адреналин бүлеп сығарғанлыҡтан физик пландағы ауырыуҙар—инфаркт, инсульт, гипертония барлыҡҡа килә. Йөрәк кенә бөтә тип уйларға ярамай, ашҡаҙан, эсәк, ашҡаҙан аҫты биҙе, бауыр ҙа зыян күрә. Бөтә иммун системаһы хәүеф аҫтына ҡуйыла, гармональ баланс боҙола».
Ислам дине һаранлыҡты өнәмәй
Фәҡир ҡалам тип хәүефләнеү дөрөҫ түгел,—тип өйрәтә Ҡөръән Кәрим.—Бындай ҡурҡыу кешене яҙыҡ юлға төшөрә.
Берәү доғалары ҡабул булыуын һәм ҡайғылары таралыуын теләһә, ауырлыҡта йәшәүсенең хәлен еңеләйтһен.
Берәү бурысын түләргә ниәтләнһә, уға шунда уҡ Аллаһы Тәғәләнән ярҙам килер.
Биргән кеше рухи ҡәнәғәтлек кисерергә, ә алғаны файҙа күрергә тейеш, тип өйрәтә дин. Шуға ла саҙаҡа бирергә теләгәндә, бөлгөнлөккә төшөү менән ҡурҡытып, эргәлә шайтан йөрөргә тейеш түгел.
Әйбереңде, малыңды башҡалар менән уртаҡлашыу—мосолмандағы иң яҡшы ғәҙәт.
«Үҙҙәре мохтажлыҡ кисереп торған хәлдә лә мосолмандар кешенән бер нәмә лә өмөт итмәй. Аллаһтың ризалығы өсөн булһын тип, ризығынан фәҡирҙәргә, етемдәргә өлөш сығара,—тип өйрәтә изге Ҡөръән.—Шуның өсөн Аллаһ уларҙы бәлә-ҡазанан ҡотҡарыр, йөҙөнә—нур, күңеленә ҡыуаныс бирер»,— тиелә «Әл-Иҡсан» («Кеше») сүрәһендә.
Бөтә кеше лә һынауҙарға дусар. Аллаһ Тәғәлә бәндәһен ауырыу-һыҙланыу, аслыҡ, фәҡирлек менән генә түгел, байлыҡ биреп тә һанай. Күңел ғазаптары кисергәндә, ауырығанда, һыҙланғанда беҙ сабыр булһаҡ, байып киткәндә түҙемлек тә, Аллаһ Тәғәлә лә онотола. Байлыҡ та кешегә һынау өсөн бирелә. Бай кеше үҙен һынауҙарға дусар түгел тип уйлай һәм ул үҙ-үҙен алдай. Әгәр бай кеше мөлкәтен дөрөҫ бүлһә, Хоҙай уның байлығын тағы ла арттыра. Әгәр инде артабан да байыуҙы ғына маҡсат итеп алып, әжер-сауаптарын, мохтаждарға хәйер бирмәһә, малынан зәҡәт түләмәһә, уның байығыу юлын ябыуы ла ихтимал.
Ике нәмә кешене һәләкәткә (ә һәләкәт йәһәннәмгә) алып бара: улар—фәҡирлеккә төшөүҙән ҡурҡыу менән сама белмәҫ тәкәбберлек.
Тарихта кешенең ҡомһоҙлоғо хаҡында көлкөлө лә, фажиғәле лә миҫалдар бихисап. Мәҫәлән, Америка финансисы Генриетта Хоуленд Грин Чикагола кварталдар тотоп та, бөтә ғүмерен ҡуртымға алған фатирҙа йәшәп, фәҡирлектә үткәргән. 1916 йылда меҫкенлектә үлгән ҡатындың 100-ҙән алып 200 миллион долларға тиклем баһаланған байлығы ҡалған. Хәҙерге заман аҡсаһына әйләндергәндә был сумма 2 миллиард долларҙан алып 4 миллиард доллар-ға тиклем (беҙҙең аҡсаға әйләндергәндә 20 миллиард һумға) барып етә.
Генриетта Грин Гиннес рекорды Китабына донъяла иң һаран кеше булараҡ ингән. Һәм был ябай һүҙҙәр генә түгел. Йылына әллә нисәмә миллион доллар эш-ләүсе ҡатын иҫ киткес һаран булған.
Ул бер ваҡытта ла йылылыҡты тоҡандырмаған һәм йылы һыу менән йыуынмаған. Өҫтөндәге берҙән-бер иҫке ҡара күлдәгенән башҡа кейем алмаған. Эске кейеме тулыһынса иҫкергәс кенә алмаштырған. Өйөндә һабын әҫәре булмаған, сөнки бер ваҡытта ла йыуынмаған. Әрпеш миллионершанан ниндәй еҫ аңҡып торғаны билдәле. Быға тағы шуны өҫтәргә кәрәк: ул сирләмәҫ өсөн гел генә һуған ашап йөрөгән. Иң арзанлы ресторандарҙа хаҡтары 15 центтан ашмаған бәлештәр алып ашаған. Һөйләүҙәренсә, экипажда 2 центҡа һатып алып булған почта маркаһын юғалтып төнө буйы эҙләгән...
Дауамын гәзитебеҙҙең 49-сы һанында уҡығыҙ.