Бөтә яңылыҡтар
Фекер
3 Ноябрь 2017, 12:24

МАТУР ҠАРТАЙЫУ ҘА БӘХЕТ

Яҡын ғына инәйемә шылтыратып хәл белдем. Һикһәнгә аяҡ баҫҡан тимәҫһең, яҡшы ишетә, аңы теүәл, бөтәһен дә белә йәки белергә теләй. Минең ғәҙәти хәл-әхүәл һорашыуыма ул ризаһыҙ ғына итеп: «Беҙҙең хәл ней, шул инде...» тип әйтеп бөтөрөлмәгән яуап ҡалдырҙы. Уның был хәбәрен аңламағанға һалышып, үткәреп ебәрҙем. Тик артабан һөйләшеү әҙәмсә ялғанманы, мин нимә тип кенә башлаһам да, инәйем «бына былар» тип өйҙәгеләрен яманлауға күскеһе килеп тик торҙо. Бәлки, ыңғайына ҡуйып һөйләтеп тә алыр инем, «быларҙың» шунда янында йөрөгәндәрен дә һәм шул уҡ «быларҙың» бер ғәйепһеҙ икәнлеген дә беләм шул. Бына шундай булып ҡартайҙы инәйем, кемделер яманлағыһы ғына килеп тик тора. Ә элек бөтөнләй улай түгел ине.

Яҡын ғына инәйемә шылтыратып хәл белдем. Һикһәнгә аяҡ баҫҡан тимәҫһең, яҡшы ишетә, аңы теүәл, бөтәһен дә белә йәки белергә теләй. Минең ғәҙәти хәл-әхүәл һорашыуыма ул ризаһыҙ ғына итеп: «Беҙҙең хәл ней, шул инде...» тип әйтеп бөтөрөлмәгән яуап ҡалдырҙы. Уның был хәбәрен аңламағанға һалышып, үткәреп ебәрҙем. Тик артабан һөйләшеү әҙәмсә ялғанманы, мин нимә тип кенә башлаһам да, инәйем «бына былар» тип өйҙәгеләрен яманлауға күскеһе килеп тик торҙо. Бәлки, ыңғайына ҡуйып һөйләтеп тә алыр инем, «быларҙың» шунда янында йөрөгәндәрен дә һәм шул уҡ «быларҙың» бер ғәйепһеҙ икәнлеген дә беләм шул. Бына шундай булып ҡартайҙы инәйем, кемделер яманлағыһы ғына килеп тик тора. Ә элек бөтөнләй улай түгел ине.
Ҡартайыуҙың, ҡартлыҡтың кешегә ниндәй холоҡ алып килере билгеһеҙ икән. Уны ғалимдар ҙа шулай иҫбатлай: бала үҙ асылын йәшерә белмәгән кеүек, олоғайған кешенең дә эске донъяһы асыла икән ҡартлыҡта. Әлеге инәйем бик көслө рухлы, сая ҡатын булды. Бар нәмәне тота килеп хәл итә ала, ҡыйыу фекер йөрөтә, ҡырҡыу итеп һөйләшә ала торғайны. Ауылда үҙен хөрмәт иттеләр, беҙ ҙә кәңәшкә инә инек. Эргәһендәге апамды (диалект. Олатайымды—ред.) холҡһоҙораҡ, еңмешерәк кеше итеп белдек. Хатта инәйемде ыҙалатып йәшәгән бер әҙәм кеүек тә итеп ҡабул итә инек. Шулар олоғайышып, ул-килендәре ҡулына ҡалғандар хәҙер. Яҡшы ҡарауҙа ултыралар былай. Тик инәйемдең үҙгәреп китеүе хаҡында туғандарҙан ишеткәйнем инде. Ул ингән-сыҡҡанға балаларын яманлап тик ултыра икән. Үҙемә лә әллә нисә тыңларға тура килде. Хәбәренән тыш тәртибе лә маҡтарлыҡ түгел ине уның. Ололарға тейешле булған сабырлығын, баҫалҡылығын бөтөнләй юғалтҡан. Ул бер туҡтауһыҙ йоҡо бүлмәһе-зал-аш бүлмәһе араһында йөрөп тора. Сәбәпһеҙгә бүлмәләрҙең ишектәрен асып ҡарай, кемдәр ултыра, ти микән? Әленән-әле аш бүлмәһенә килә лә килененә: «Йә, буламы шул сәйең?» тип һорай. «Хәҙер» тиһәләр, «Булмаҫ һеҙҙән» тигән шикелле һүҙ ташлап китеп бара. Телефон шылтыраһа йүгереп бара, һөйләшеүселәрҙе тыңлап тора, бер туҡтауһыҙ һорауҙар бирә. Уға: «Әсәй, йүгермә, һине һораһалар беҙ бит саҡырабыҙ»,—тип торалар, ул барыбер үпкәләй. Улы менән килененең араһындағы хәбәргә аңлаһа ла, аңламаһа ла ҡыҫыла, өҫтәл артында тамаҡты улы яғынараҡ шылдырып ҡуя. Өҫ-башын бөтөнләй ҡарамай, шәхси гигиена тәртиптәрен үтәмәй, йыуынырға, кейем алмаштырыуға өгөтләүселәрҙе әрләп һала һ.б. Ыҙалайҙар уның менән.
Ә бына бабайы, киреһенсә, әҙәпле генә булып ҡартайған. Тыныс ҡына телевизор ҡарап ултыра, ейәндәре менән ипле генә һөйләшә, залға һәр ваҡыт кейемен ҡарап ҡына сыға, ҡулында ҡулъяулығы була. Хәбәргә ҡыҫылып бармай, йәштәргә «үҙегеҙгә уңай булғанса эшләгеҙ» тип ултыра. Ейәндәрен туҡтауһыҙ кәзәкләп ултырған әбейен: «Йә, мынауҙы» тип асыуһыҙ ғына шелтәләп ала.
Әлбиттә, оло кеше шулай булырға мөмкин, улар менән сабыр булыу кәрәк, тип уйларға ла, әйтергә лә мөмкин. Уныһы шулай. Тик бит ул оло кешегә лә, аҡылы теүәл булғанда, әхлаҡи нормаларҙы үтәү зарур. Был тәңгәлдә мин динде күҙ уңында тотам. Диндә булған ололар бөтөнләй икенсе була бит.
Fалимдар иһә кеше үҙенең ҡартайғас килә торған холҡон контролдә тота йәки «яһай» ала, тип килә. Һин уға олоғая башлау менән әҙерләнә торорға тейешһең. Ә нисәлә ул олоғайыу мәле? Ҡырҡҡа тиклемгеләр «йәш» булып иҫәпләнә икән, ҡырҡтан иллегә— урта, илленән—алтмышҡа—оло, унан арылар—ҡарт тип йөрөтөлә. Ана шул «урта» төшөнсәһен үткәс, үҙеңә күберәк ваҡыт бүлергә кәрәк, тиелә (әлбиттә, үҙеңде башҡа йәштәрҙә лә яратыу мөһим). Таҙалыҡ, гигиена, туйыныу тәртиптәрен иң беренсе сиратҡа ҡуйырғалыр (үҙ аллы була алғанға тиклем). Унан был тормоштоң йәштәр, балалар ҡулына күсеүен ҡабул итергә, уларға үҙ теләгең менән юл ҡуйырға. Башҡалар менән булышып ултырмау өсөн берәй шөғөл табыу. Уҡыу, бәйләү, гөл үҫтереү, шахмат уйнау, яҙышыу һ.б. Хәрәкәт итеүҙе лә оноторға ярамай, «аяғым, билем, башым» тип ултырыу яғын ҡараған ололар хәрәкәт итеп йөрөп ятҡандарына ҡарағанда 8 йылға иртәрәк ҡартая. Ә бит ололарҙың күбеһе ысынлап ауырымай ҙа, улар ҡартайыуҙарын ауырыу тип ҡабул итеп, ҡайһыларылыр үҙҙәрен йәлләтергә, иғтибар үҙәгендә тоторға тырышып, шулай мыжый. Бары тик аҡыллы булғандары ғына ололоҡтарынан йәм, тәм табырға тырышып, оптимистик рух һаҡлап алып ҡала. Ундай ололар эргәһендә, күҙәткәнегеҙ барҙыр, көлкө килеп кенә тора. Улар үҙҙәренең ҡайһы бер нәмәләрҙә яңылышып киткәндәрен дә, йәшлек хәтирәләрен дә, булған хәл-ваҡиғаларҙы ла шаяртыуға бороп һөйләй, күңелде күтәрә. 9 Май көнө бер һуғыш ветераны парк эскәмйәһендә ҡатын-ҡыҙҙарға комплименттар яһап, егет-еләнгә үҙҙәрен ҡыҙҙар менән нисек тоторға икәнлекте үҙенсә аңлатып, халыҡҡа бер мажара ҡорҙо. Шаян, теремек бабайға 92 йәш ине. Ыңғай энергияһы менән үҙе әллә кемдәрҙе тоҡандырып ебәрерҙәй. Барыһы ла уға яратып, һоҡланып ҡараны. Юҡҡа әйтелмәйҙер инде: «Матур ҡартая белеү—үҙе бер бәхет» тип.
Миләүшә Ҡаһарманова.
Читайте нас: