Бөтә яңылыҡтар
Фекер
22 Сентябрь 2017, 16:12

ЙӘН ТАҘАЛЫҒЫ МӨҺИМ

Төнгө намаҙын тамамлағас, Сәлихә йоҡлай алманы, оҙаҡ уйланып ятты. Үҙенең тормошон барланы. Иң кесе туғаны Хәлит яҙмышына борсолдо.Гел ҡыҙҙарҙан торған ғаиләлә бер бөртөк малай булып үҫте Хәлит. Бәлки шуғалыр ҙа уны апайҙарынан артығыраҡ күреп яраттылар. Fаиләлә башҡаларға ҡуйылған талаптар кинйә малайына ҡағылмай ине. Сәбәбе булған саҡта ла уға ҡарата ризаһыҙлыҡ, шелтә, иҫкәртеү ярамай һымаҡ ине. Үсегеп барыусан, һүҙ күтәрмәй торған холоҡло булып буй еткерҙе. Мәктәптә яҡшы уҡыны, уны гел башҡаларға өлгө итеп күрһәтә торғайнылар. Армияға барып ҡайтты, юғары укыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамланы ла һөнәре буйынса бер көн дә эшләп ҡараманы. Йүнәлтмә буйынса тәғәйенләнгән районға ла барып торманы, үҙҙәре йәшәгән райондан төрлө урындарға һөнәре буйынса эшкә саҡырһалар ҙа барманы. «Өҫтөнә яуаплылыҡ алырға теләмәне»,—тип уйлай хәҙер Сәлихә туғаны хаҡында. Төрлө эштәрҙә йөрөштөрҙө. Эшләһә эш ҡулынан килә уның, үҙен хатта оҫта тиһәң дә хата булмаҫ. Тик уның тормошо нишләптер, ҡайһы ерҙәлер яңылыш юлдан китте.

Төнгө намаҙын тамамлағас, Сәлихә йоҡлай алманы, оҙаҡ уйланып ятты. Үҙенең тормошон барланы. Иң кесе туғаны Хәлит яҙмышына борсолдо.
Гел ҡыҙҙарҙан торған ғаиләлә бер бөртөк малай булып үҫте Хәлит. Бәлки шуғалыр ҙа уны апайҙарынан артығыраҡ күреп яраттылар. Fаиләлә башҡаларға ҡуйылған талаптар кинйә малайына ҡағылмай ине. Сәбәбе булған саҡта ла уға ҡарата ризаһыҙлыҡ, шелтә, иҫкәртеү ярамай һымаҡ ине. Үсегеп барыусан, һүҙ күтәрмәй торған холоҡло булып буй еткерҙе. Мәктәптә яҡшы уҡыны, уны гел башҡаларға өлгө итеп күрһәтә торғайнылар. Армияға барып ҡайтты, юғары укыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамланы ла һөнәре буйынса бер көн дә эшләп ҡараманы. Йүнәлтмә буйынса тәғәйенләнгән районға ла барып торманы, үҙҙәре йәшәгән райондан төрлө урындарға һөнәре буйынса эшкә саҡырһалар ҙа барманы. «Өҫтөнә яуаплылыҡ алырға теләмәне»,—тип уйлай хәҙер Сәлихә туғаны хаҡында. Төрлө эштәрҙә йөрөштөрҙө. Эшләһә эш ҡулынан килә уның, үҙен хатта оҫта тиһәң дә хата булмаҫ. Тик уның тормошо нишләптер, ҡайһы ерҙәлер яңылыш юлдан китте.
Сәлихәнең хәтерендә: Хәлит туғанының яңыраҡ ҡына армиянан ҡайтҡан сағы ине. «Мин дә Римдең командаһына яҙылам»,—тип шаяртты ул өйләнеү хаҡында һүҙ сыҡҡас. Ә Рим тигәнең тирә-яҡ ауылдарҙа «Ҡарт буйҙаҡ» исеме алған, өйләнмәй ҡартайған егет ине. Ул заманда буйҙаҡ йөрөп ҡартайған егеттәр юҡ кимәлендә булды. Ир балалар хеҙмәт итеп ҡайтыр ҙа, аҙна-ун көн эсендә эшкә сығып, өйләнеүҙе хәстәрләй ҙә башларҙар ине. Көлә етә, артынан һөрә етә тигәндәре ошолай булдымы, ысынлап та ҡартайғанса өйләнмәне лә ҡуйҙы Хәлит. Ҡасан ғына, ниндәй генә һүҙ һөйләһәң дә уйлап һөйлә икән ул. Аҡылһыҙ шаяртыуҙарға тормош шулайтып үҙ хөкөмдәрен сығаралыр.
Өйләнергә ашыҡмаған Хәлитте әрһеҙ татар еңгәһе үҙҙәренең ауылындағы ултырып ҡалған бер ҡыҙ менән ҡауыштырырға маташып ҡарағайны, ул димләү ҙә бары һүҙҙә генә ҡалды. Өйөнә индереп алырға теләүсе яңғыҙ ҡатын-ҡыҙҙар ҙа күп булды, ә ул һаман егет булып йөрөй бирҙе. Бына хәҙер 50-не үтте Хәлит. Ата-әсәһе күптән гүр эйәһе. Уларҙан ҡалған донъя, мал-тыуар ҙа, атай йорто ла туҙып бөттө.
Бер уйлаһаң, Хәлит кенә яңғыҙ ҡартайғандарҙан түгел. Тик быныһы Сәлихәнең үҙ туғаны шул. Хәйер, Сәлихә башҡа буйҙаҡтарҙың тормошо өсөн дә әсенә. Э-э-эй, әҙәм менән әҙәм араһында ер менән күк айырмаһы тип уйланы Сәлихә теге саҡ телевизорҙағы бер тапшырыуҙа күргән аяҡһыҙ-ҡулһыҙ Ник Вуйчичты иҫенә төшөрөп. Ул Америка кешеһен ғәрип тип әйтергә тел дә бармай ҙа баһа! Ә Хәлит туғанының аяҡ-ҡулы бар, тән ағзалары теүәл, ә ул ысын ғәрип—унда йән ғәриплеге.
Тән ғәриплегенән Хоҙай үҙе һаҡлаһын! Ә йән ғәриплеге уғата ҡурҡынысыраҡ, хатта дошманыңа ла уны теләмәҫһең. Бөгөнгө тормошта һуңғылары артҡандан-арта ғына бара шул. Һап-һау, һөлөктәй һылыу ҡыҙ-егеттәребеҙ ниңә бындай ауырыуға дусар булды һуң әле?
Алыҫ үткәндәрҙәге бер күренеш тағы ла күҙ алдына баҫты Сәлихәнең. Ул ваҡыт-ҡа 40-45 йыллап ғүмер үткән. Сәлихә еткән ҡыҙ. Атай атының арбаһына бар ғаилә менән тейәлеп, ауыл урамының түбәнге осонан үрге осо аша бесәнгә китеп баралар. Үрге оста эреле-ваҡлы бала-саға уйнап йөрөй. Улар сыр-сыу булып, атлы арба артынан йүгерә биреп тороп ҡалдылар. Араларында Дауыт исемле 7-8 йәштәр тирәһендәге ғәрип малай ҙа бар, аушаңлай-аушаңлай йүгереп маташа, ә үҙенең донъяһы теүәл, ауыҙы йырыҡ.
Сәлихәнең ул саҡтағы шул баланы йәлләүе! Әле балалығы менән үҙ хәленең ниндәй икәнен төшөнөп бөтмәгән малай оҙаҡ күҙ алдында торҙо. «Егет кенә булып етһә ни эшләр инде, бисараҡай»,—тип әрнене Сәлихә ул саҡта.
Өйләнмәгән туғаны 30, унан 40, унан һуң 50 йәшкә етеп киткәндә гел әлеге Дауыт хәтергә килер булды.
Ә Дауыттың яҙмышы ниндәй генә булды икән тейһегеҙме? Егет булып еткәндә лә Сәлихәләр арбаһының артынан йүгереп маташҡан теге саҡтағылай алсаҡ, ихлас булып ҡалды ул. Тап булған саҡтарҙа ла гел көр күңел менән сәләм биреп, хәл-әхүәл һорашып үтер булды. Кәмһенеп йөрөмәне, күңеленә оҡшаған бер һәйбәт ҡыҙҙың йөрәген ныҡышып-ныҡышып яуланы. Оҙаҡҡа һуҙмай өйләнеп тә ҡуйҙы. Әле өй һалып, дәртләнеп донъя көтә, балалар үҫтерә. Апай-ағайҙарына ауҙармай, оло йәштәге әсәһен дә үҙе ҡарай. Хәҙер уның тормошона ҡарап йәлләргә түгел, һоҡланырға, ҡыуанырға, үрнәк алырға ғына мөмкин. Тәне ғәрип булһа ла, йәне һау-сәләмәт булған бит Дауыттың. Бына ошоларҙы уйлаһаң аңлашыла ла инде динебеҙҙең «Тәнебеҙ эсендәге йәнебеҙҙе нығыраҡ ҡайғыртыу мөһимерәк» тип өйрәтеүе. Тағы ла «Йәш үтеп китеп, һаман да өйләнмәй, кейәүгә бармай йөрөү ҙә иман зәғифлегенән» тип әйтелә дини китаптарҙа.
Бар бәләләребеҙ ҙә иман зәғифлегенән тип тәүбә-доғаларын уҡып, һул ҡабырғаһына әйләнеп ятты Сәлихә. Йоҡлап, ял итеп уянырға кәрәк. Иртәгәнән бит мәсеттә ғәрәп телен өйрәнеү дәрестәре башланасаҡ. Ошо ныҡлы ҡарары менән Сәлихә йоҡлап китте. Ҡара төндөң аҙағынан мотлаҡ алһыу таң атасағы бәхәсһеҙ.
Ағинәй.
Баймаҡ районы.