АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
22 Сентябрь 2017, 16:14

СУПЕРМАКЕТТАР БЫУЫНЫ

Тормош шундай уңайлы бөгөн. Ашайым тиһәң—аҙығы, кейәм тиһәң—кейеме бар, йөрөйөм тиһәң дүрт ҡиблаға юл асыҡ. Әлеге шул аҡсаң ғына булһын. Һәм ана шул аҡсаны булдырыу өсөн тырыша ла инде һәр икенсеһе. Уйлап ҡараһаң, йәмғиәттә төрлө массалар көн итә. Уларҙың бер өлөшө (һәм ярайһы ҙур өлөшө) килемде мейе эшмәкәрлеге аша таба һәм шул сәбәпле көнкүрештең ҡайһы бер донъяуи мәсьәләләренән бөтөнләй ситтә. Тик уларға ла ашарға, кейенергә кәрәк һәм улар был осраҡта ҡайҙа мөрәжәғәт итә инде? Дөрөҫ—супермаркеттарға, гипермаркеттарға, мегамаркеттарға йәғни ҙур сауҙа үҙәктәренә. Мәҫәлән, һин иртәнге һигеҙҙән киске һигеҙгә тиклем эштә ултырған кеше икән, эш аҙағында сауҙа үҙәгенә инәһең... Һуң, баҙарға бара алмайһың бит инде! Баҙарҙан алған итте... ул итте, беренсенән, ҡарап ала белеү ҙә бурыс. Икенсенән, уны өйҙә бешереүгә әҙерләп киҫәкләргә, кәтлит-маҙарға үткәреп, тәмләткестәр менән ҡуша баҫып алырға кәрәк. Әлеге үткәрелгән иттән билмән бөрәм тиһәң дә, манты эшләһәң дә, ҡамыр баҫыу талап ителә. Быныһының самаһын да һәр кем белмәй, хатта белгән хәлдә лә былайтып мәшәҡәтләнеүгә йә ваҡыты, йә теләге булмай. Шунан тағы, итте ит баҙарынан, йәшелсәне йәшелсә баҙарынан, химия кәрәк-яраҡтарын шул магазиндарҙан ҡарап йөрөргә артыҡ көнөң бармы?

Тормош шундай уңайлы бөгөн. Ашайым тиһәң—аҙығы, кейәм тиһәң—кейеме бар, йөрөйөм тиһәң дүрт ҡиблаға юл асыҡ. Әлеге шул аҡсаң ғына булһын. Һәм ана шул аҡсаны булдырыу өсөн тырыша ла инде һәр икенсеһе.
Уйлап ҡараһаң, йәмғиәттә төрлө массалар көн итә. Уларҙың бер өлөшө (һәм ярайһы ҙур өлөшө) килемде мейе эшмәкәрлеге аша таба һәм шул сәбәпле көнкүрештең ҡайһы бер донъяуи мәсьәләләренән бөтөнләй ситтә. Тик уларға ла ашарға, кейенергә кәрәк һәм улар был осраҡта ҡайҙа мөрәжәғәт итә инде? Дөрөҫ—супермаркеттарға, гипермаркеттарға, мегамаркеттарға йәғни ҙур сауҙа үҙәктәренә. Мәҫәлән, һин иртәнге һигеҙҙән киске һигеҙгә тиклем эштә ултырған кеше икән, эш аҙағында сауҙа үҙәгенә инәһең... Һуң, баҙарға бара алмайһың бит инде! Баҙарҙан алған итте... ул итте, беренсенән, ҡарап ала белеү ҙә бурыс. Икенсенән, уны өйҙә бешереүгә әҙерләп киҫәкләргә, кәтлит-маҙарға үткәреп, тәмләткестәр менән ҡуша баҫып алырға кәрәк. Әлеге үткәрелгән иттән билмән бөрәм тиһәң дә, манты эшләһәң дә, ҡамыр баҫыу талап ителә. Быныһының самаһын да һәр кем белмәй, хатта белгән хәлдә лә былайтып мәшәҡәтләнеүгә йә ваҡыты, йә теләге булмай. Шунан тағы, итте ит баҙарынан, йәшелсәне йәшелсә баҙарынан, химия кәрәк-яраҡтарын шул магазиндарҙан ҡарап йөрөргә артыҡ көнөң бармы? Бына бөтөн ошо уңайһыҙлыҡтарҙан оло бер уңайлылыҡ яһаған да инде беҙгә супермаркеттар. Унда һиңә ит киҫәктәре кәрәгенә ҡарап самаларлыҡ ҡына итеп бүлгеләп, уңайлы ҡумталарға һалып, сығымың да аңлайышлы булһын өсөн тышына хаҡтары яҙып уҡ ҡуйылған. Билмән, кәтлит кеүек ярымфабрикаттарҙың йөҙ төрлөһө булып, уларының йыйылмаһы ла билгеле. Унан ҡала йәшелсәнең ниндәйе генә юҡ: әллә ҡайҙағы Гавай утрауҙарының күҙ яуын алырҙай сағыу үҫемлектәренә тиклем өҙөп кенә туңдырылған. Йыл әйләнәһенә еләге лә, ҡыяры ла, ҡарбузы ла бар. Ә инде һөт, икмәк, салат йәки бешкән аҙыҡтар хаҡында әйтеп тә тораһы түгел. Ысынлап, бешкән, ҡурылған, иҙелгән картуфҡа тиклем бар. Йәки борщ бешереү өсөн бер һауытҡа кәбеҫтәһе, кишере һәм башҡаһы турап әҙерләнгән. Йәки бешкән туҡмас, бишбармаҡ аштары порциялап банкаларға ултыртылған. Ҡырҡып киптерелгән бишбармаҡ ҡына түгел, был—бешерелгән бишбармаҡ! Шунан ниңә балалар һинең көнө буйы бишбармаҡ йәйеп ҡырҡҡаныңа аптырамаһын. «Ниңә ыҙалайһың? Һатып алыу осһоҙораҡҡа төшә бит»,—тип улар һиңә он, йомортҡа хаҡын һәм шуға ял көнөңдөң яртыһын ҡушып һанап та күрһәтәләр. Уйлап ҡараһаң, ысын, осһоҙораҡҡа төшә. Күп нәмә шулай. Кәтлит эшләү ҙә, салат яһау ҙа, башҡаһы ла. Тик... Бына ошо «тик»тең эсендә тотош бер тереклек мәктәбе ята. Тик... әлеге быуын уны аңларлыҡ хәлдәме икән?
Мәҫәлән, башбармаҡты һатып та ала алам, әммә уны эшләү процесын белеүем, шул процесты кисереүем һәм балаларымды ла ҡатнаштырыуым—үҙе бер тәрбиәүи сара. Бындай ҡатын-ҡыҙ мәшәҡәте артында мотлаҡ ниндәйҙер йылы, яғымлы ғына һөйләшеүҙәр алып барыла. Сөнки күмәкләп аш-һыу әҙерләү барышының психологияһы үҙе үк идиллияға, берҙәмлеккә, теләктәшлеккә этәрә. Шулай уҡ бер миҫал, бер туғаным итте баҙарҙан һатып ала йәки һуйып алып килеүгә заказ эшләр хәлдә булһа ла, ауылға барып, үҙе һуйып алып килә. Был эшкә улын да эйәртә. Ул да бик фәһемле һөйләй: «Киләсәктә башҡорт балаһы мал да һуйыуҙы белмәйәсәк бит, баҙарҙа ит бөтһә, ул нимә—астан үләме?»—тип ебәрә. Дөрөҫ әйтә лә. Бөгөнгө уңайлыҡтар, бигерәк тә супермаркеттар бы-уаты беҙҙе бөтөнләй булдыҡһыҙ һәм тормошҡа яраҡһыҙ итеп бара. Иртәгә шул уңайлыҡтар булмаһын әле, ярай, быныһы артығыраҡ булды, тағы ла бер егерме-утыҙ йылдан тип алайыҡ. Ҡапыл супермаркеттар юҡҡа сыҡты, ти. Халыҡ ысынлап тереклек сығанаҡтарын белмәйәсәк. Күршеләрем—йәш ғаилә, бәпестәрен махсус балалар аҙыҡтары менән туҡландырып, памперста ғына көтә. Ҡатынҡай балаға бутҡа бешерә лә, ит йәки йәшелсәнән пюре яһай ҙа алмай. Хатта ябай ғына итеп сәйнәп ҡаптырыуҙы ла белмәй. Сабыйҙы йүргәкләмәйҙәр ҙә, йүргәк йыумайҙар ҙа, ул йәше тулып килгәндә лә бәҙрәф тәртиптәренә өйрәтелмәгән—памперста тик йөрөй. Сөнки ата-әсәгә лә уны, йәғни тереклек итеү тәртибен берәү ҙә өйрәтмәгән, сөнки барыһы ла магазинда бар, сөнки башҡа сәбәптәр. Байрамдарҙа йыуаса, май икмәк йәки сәк-сәк бешереп күршеләр менән бүлешкәндә, улар бөтөн был аҙыҡты ла «мәмәйкә» тип атай. Һе—мәмәйкә... Көлөр ҙә инең, әгәр шул ҡәҙәр эс бошмаһа.
Әлбиттә, һәр эштең үҙ оҫтаһы бар, махсус өлкәләр эшләй, тип әйтеүселәр ҙә булыр. Шулай ҙа тереклек итеүҙең иң ябай ысулдарын ғына кеше белергә тейеш һәм был «тейеш»тәр ата-әсә тарафынан һалыныуы мотлаҡ. Хайуан да бит балаһын йәшәү сифаттарына эйә булырлыҡ кимәлгә еткереп айыра. Ҡош та себешен бөтөн ҡош алымдарына өйрәтеп осора. Бары кеше генә, донъяһы нанотехнологиялар дәүеренә ингән һайын, булдыҡһыҙлана бара. Йәғни, ул үҙен үҙе юҡ итеүгә дусар итеүгә әҙерләй. Бынан тағы ла бер-ике быуын алдағылар икмәк менән картуфтың ерҙә үҫеүен дә, керҙе ҡул менән йыуырға була икәнен дә, үҙ аллы бешереп ашау мөмкинлеген белмәүе ихтимал. Уларҙы әлегә супермаркеттар, кифсилар, макдональдстар туйҙыра. Улар шул супермаркеттар аҙығына мохтаж булып көнө-төнө эшләй ҙә эшләй, эшләй ҙә эшләй. Әллә ниндәй сәйәсәттәрҙе хәл итә, проекттар үҙләштерә, программалар үтәй, күп нәмәне компьютер уйлай, һанай, яуап бирә. Ысынлап башы менән уйлап, ижади фекерләй, аңын үҫтереүгә ҡулайлаштырғандар бик һирәк. Тотош быуын йәмғиәте супермаркеттар тирәләй хәрәкәт иткән роботтар отрядына, роботтар планетаһына әйләнеп барғандай. Ә был үҙенә күрә масса менән идара итеү алымы ла. Халыҡты мөмкин тиклем булдыҡһыҙ һәм мохтажыраҡ итеүҙең бер юлы. Ер эшкәртеп, унда сәсеп, уны эш итеп, һатып, кәсеп итеп, йүнселлек күрһәтеп йәшәү өсөн үҙ аллы уйлай һәм эш итә белеү кәрәк бит. Йәки башҡа төрлө тереклек итеү йүне менән булыуға ла. Юҡ, идара итеүсе системаға ундайҙар кәрәкмәй, ундайҙар менән «уйнап» булмай, уға артыҡ уйлауға мохтаж булмаған, алдына һалынғанды ғына алып китә белгәндәр кәрәк. Эшләгән һәм бир-гәнде ашаған, эшләгән һәм ашаған ғыналар. Һәм шулай итә лә—супермаркеттар быуыны...
Әлиә Сәйғәфәрова.
Өфө ҡалаһы.