Бөтә яңылыҡтар
Фекер
19 Сентябрь 2017, 11:26

РӘСӘЙ «ДЕМОГРАФИК УПҠЫН» КИСЕРӘ ЙӘКИ ҠАЙҘА БУЛДЫ ӨЙҘӨҢ ЙӘМЕ?

Демография мәсьәләһе илдә һәр ваҡыт көнүҙәк урынды биләне һәм биләйәсәк. Сөнки илдең социаль-иҡтисади үҫеше, киләсәге туранан-тура тыуымдың артыуына бәйле. Һуңғы йылдарҙа бөтә Рәсәйҙә, шул иҫәптән беҙҙең республикала ла демографик күрһәткестәрҙең түбәнәйеүе күҙәтелә.Элегерәк илдә бындай проблема булманы. Һәр өйҙә тиерлек 6-7-шәр, хатта 10-ар бала иҫәпләнде, уларҙы матур итеп үҫтереп, белем биреп, оло тормош юлына баҫтырҙылар. Fаиләләрҙә артыҡ муллыҡ булмаһа ла, бөлгөнлөккә лә төшмәнеләр. Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа, тип күп балалы ғаиләләр шаулап-гөрләп йәшәне. Ул ваҡытта декрет түләүҙәре, әсәлек капиталы, торлаҡ сертификаты тигән нәмәләр хатта төшкә лә инмәне. Балаларҙың өлкәне кеселәрен ҡарашып, береһенән ҡалған кейем-һалымды икенсеһе кейеп, эшкә өйрәнеп, аҡыллы һәм итәғәтле булып үҫте. Бөгөн бөтөнләй икенсе күренеш. Йәш ғаиләләр тәүҙә матди яҡты уйлай. Диплом алыу, аҡсалы эш табыу, фатир йүнләү йәки өй төҙөү кеүек донъяуи мәсьәләләрҙе хәл итмәйенсә тороп, улар бала тураһында уйлап та бирмәй. Араларында бер-ике баланы нисек итеп тәрбиәләп аяҡҡа баҫтырырға тип аптырап йөрөгәндәр ҙә күп. Өс балалы ғаиләне аҙ тәьмин ителгән, мохтаж ғаиләләр исемлегенә индерәләр. Элекке йылдар менән сағыштырһаң хәҙер тормош күпкә еңелерәк бит. Нисек кенә булмаһын хөкүмәт күп балалы ғаиләләрҙе ҡарай, уларға төрлө яҡлап ярҙам итергә тырыша.

Демография мәсьәләһе илдә һәр ваҡыт көнүҙәк урынды биләне һәм биләйәсәк. Сөнки илдең социаль-иҡтисади үҫеше, киләсәге туранан-тура тыуымдың артыуына бәйле. Һуңғы йылдарҙа бөтә Рәсәйҙә, шул иҫәптән беҙҙең республикала ла демографик күрһәткестәрҙең түбәнәйеүе күҙәтелә.
Элегерәк илдә бындай проблема булманы. Һәр өйҙә тиерлек 6-7-шәр, хатта 10-ар бала иҫәпләнде, уларҙы матур итеп үҫтереп, белем биреп, оло тормош юлына баҫтырҙылар. Fаиләләрҙә артыҡ муллыҡ булмаһа ла, бөлгөнлөккә лә төшмәнеләр. Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа, тип күп балалы ғаиләләр шаулап-гөрләп йәшәне. Ул ваҡытта декрет түләүҙәре, әсәлек капиталы, торлаҡ сертификаты тигән нәмәләр хатта төшкә лә инмәне. Балаларҙың өлкәне кеселәрен ҡарашып, береһенән ҡалған кейем-һалымды икенсеһе кейеп, эшкә өйрәнеп, аҡыллы һәм итәғәтле булып үҫте. Бөгөн бөтөнләй икенсе күренеш. Йәш ғаиләләр тәүҙә матди яҡты уйлай. Диплом алыу, аҡсалы эш табыу, фатир йүнләү йәки өй төҙөү кеүек донъяуи мәсьәләләрҙе хәл итмәйенсә тороп, улар бала тураһында уйлап та бирмәй. Араларында бер-ике баланы нисек итеп тәрбиәләп аяҡҡа баҫтырырға тип аптырап йөрөгәндәр ҙә күп. Өс балалы ғаиләне аҙ тәьмин ителгән, мохтаж ғаиләләр исемлегенә индерәләр. Элекке йылдар менән сағыштырһаң хәҙер тормош күпкә еңелерәк бит. Нисек кенә булмаһын хөкүмәт күп балалы ғаиләләрҙе ҡарай, уларға төрлө яҡлап ярҙам итергә тырыша. Рәсәйҙә икенсе балаһы тыуған ғаиләләргә Әсәлек капиталы бирелә. Өсөнсө балаһы булһа бушлай ер участкаһы бүленә. Быйыл Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р.З.Хәмитов беренсе балаһы тыуған йәш ғаиләгә 300 һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған социаль түләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Быны улар үҙҙәренең торлаҡ хәлен яҡшыртыуға тотона ала. Шулай уҡ республика Башлығы инициативаһы менән Башҡортостанда Fаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы булдырылды. Ул ғаилә сәйәсәтен үҫтереү, күп балалы ғаиләләрҙең абруйын арттырыу йүнәлешендә эш алып барасаҡ. Был бик дөрөҫ аҙым. Ысынлап та, илдә ғаилә статусын күтәрмәйенсә тороп, демография мәсьәләһен хәл итеү мөмкин түгел.
Статистика мәғлүмәттәренән алынған һандарға ҡараһаң уйланырға урын бар икән шул. 2015 йылда республикала 59028 сабый тыуһа, 2016 йылда был күрһәткес 5,5 процентҡа кәмегән һәм 55708 бала тәшкил иткән. Кешеләрҙең күпләп икенсе ҡалаларға һәм өлкәләргә күсеп китеүе лә демографик хәлде киҫкенләштергән. 2015 йылда 6 мең кеше ситкә бәхет эҙләп китһә, 2016 йылда был һан 7 меңдән ашҡан. Һуңғы ике йылда Салауат ҡалаһынан—2205 кеше, Сибайҙан—1590 кеше, Дүртөйлөнән— 1340 кеше, Мәләүездән—1159 кеше, Ишембайҙан—1091 кеше һәм Хәйбулла районынан 762 кеше ситкә күсеп киткән. Улар башлыса Мәскәү, Санкт-Петербург, Силәбе, Мәскәү һәм Төмән өлкәләренә барып урынлашҡан. Дөйөм алғанда, алдағы йылдар менән сағыштырғанда 2016 йылда республика халҡы 5 мең кешегә кәмегән. Бындай аҙымдар менән барһаҡ, киләсәктә тыуым да кәмегәндән кәмей барасаҡ, эшсе көстәргә лә ҡытлыҡ кисерәсәкбеҙ. Сөнки ситкә эшкә киткәндәр рәтен тап типһә тимер өҙөрҙәй йәш, көслө, нәҫелде арттырырҙай ир-егеттәребеҙ һәм бала табырҙай һау-сәләмәт ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ тулыландыра. Үҙ ерҙәрен ташлап китеүҙең иң төп сәбәптәре булып эшһеҙлек, торлаҡ юҡлығы, бизнес менән шөғөлләнеү өсөн тейешле шарттарҙың һәм мөмкинселектәрҙең булмауы тора. Халыҡ шулай уҡ мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең эшмәкәрлегенә ҡәнәғәтһеҙлек белдергән.
Күп кенә муниципалитеттарҙа демографик күрһәткестәрҙең түбәнәйеүе күҙәтелгән. 2016 йылда Өфө, Күмертау ҡалалары, Баймаҡ, Ейәнсура һәм Стәрлетамаҡ райондарында тыуым аҙға ғына булһа ла артҡан. Ә бына Йәрмәкәй, Федоровка, Борай, Краснокама райондарында тыуым күрһәткестәре түбәнәйгән. Борай, Балтас, Стәрлебаш, Бүздәк һәм Архангель райондарында үлем осраҡтары күбәйгән. Краснокама, Йылайыр һәм Шаран райондарында 1 йәшкә тиклемге балаларҙың үлем күрһәткесе бик юғары.
Ә Урал аръяғының баш ҡалаһы—Сибайҙа хәлдәр нисек тора икән? Демография мәсьәләһен төрлө яҡлап тикшереү, уны ыңғай хәл итеү юлдарын белеү өсөн беҙ Сибай ҡалаһы перинаталь үҙәгенең яңы тыуған сабыйҙар бүлеге мөдире, юғары категориялы табип-неонатолог, Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы Фирүзә Хәлил ҡыҙы Аҡбулатоваға мөрәжәғәт иттек. «Ни өсөн һуңғы йылдарҙа бөтә илдә, республикала һәм Сибайҙа тыуымдың кәмеүе күҙәтелә? Бының сәбәбен һеҙ нимәлә күрәһегеҙ»,—тигән һорауға тәжрибәле табип шундай аңлатма бирҙе:
—Был Рәсәйҙә 1990 йылдан алып 1993 йылға тиклем барған «демографик упҡын»ға бәйле. Торғонлоҡ йылдарында ҡатын-ҡыҙҙар баланы аҙ тапты. Шул йылдарҙағы етешһеҙлектәр бөгөн килеп бәкәлгә һуҡты, тиһәк тә була. Белеүегеҙсә, 1997-2000 йылдарҙа мәктәптәрҙә 1-се класҡа уҡырға барыусылар һаны ҡырҡа кәмене. 2008-2011 йылдарҙа әрмегә саҡырылыусылар рәте һирәгәйҙе. Бына хәҙер икенсе йыл инде бала табыусы ҡатын-ҡыҙҙар һанының әҙәйеүен күҙәтәбеҙ. Әле тап шул дәүер балалары ғаилә ҡора, бала таба. Бала табыу йәшендәге ҡатын-ҡыҙҙар һанының аҙ булыуы тыуым күрһәткесенә лә кире йоғонто яһай. Элегерәк Сибай перинаталь үҙәгенең яңы тыуған сабыйҙар бүлегендә бер юлы 30-ар бәпес ятһа, хәҙер уларҙың һаны 17-20-нән артмай. Был проблема тағы 5-10 йыл дауам итәсәк әле. Һуңынан тыуым өлкәһендә хәлдәр яҡшырыр, тип өмөт итәбеҙ. Демографик проблемаға килтергән тағы ла бер нәмәне әйтеп китмәйенсә булмай. Ул да булһа—1 йәшкә тиклемге балалар араһында үлем осраҡтарының күбәйеүе. Был тәңгәлдә Башҡортостан илебеҙҙә өсөнсө урында тора. Был яҡшы күрһәткес түгел. Уҙған йылдар менән сағыштырғанда Сибайҙа 1 йәшкә тиклемге сабыйҙарҙың үлем осраҡтары кәмене. Үкенескә күрә, йыл башынан 3 бәпесте юғалттыҡ. Әлбиттә, һәр осраҡ ентекле тикшерелә, уларҙы булдырмау өҫтөндә эш алып барабыҙ. Медицина алға киткән заманда һәр бер тыуасаҡ сабыйҙы һаҡлап ҡалыу өсөн көрәшәбеҙ. Тағы шуны әйтмәксемен: 1 йәшкә тиклемге сабыйҙарҙың үлем осрағында йыш ҡына табиптарҙы ғәйепләйҙәр. Әсә менән сабыйҙы 5-7 көндән бала табыу йортонан өйөнә ҡайтаралар. Артабан яңы тыуған бала ниндәй шарттарҙа йәшәй, уны тейешенсә бағалармы, участка педиатры йәки фельдшер ҡараймы? Бәпесте тыуғандан алып тәүге 7 көнөнә тиклем, унан 1 айына тиклем, артабан инде 1 йәшенә тиклем ныҡ ҡарарға, ҡурсаларға кәрәк. Сөнки 1 йәшкә тиклем баланың организмы хәлһеҙ, ә быуындары көсһөҙ була. Бер йылдан ул нығына, тирә-яҡ мөхиткә яраҡлаша.
2012 йылдан беҙҙең перинаталь үҙәктә ваҡытынан алда донъяға килгән һәм тән ауырлығы бәләкәй булған сабыйҙарҙы бағыу бүлеге эшләй. Унда ваҡытынан алда тыуған 800 грамлыҡ бәпестәрҙе лә тәрбиәләү мөмкинлеге бар. Артабан бер-нисә айҙан, сабыйҙарҙың тән ауырлығы тейешле нормаға еткерелгәс, уларҙы бала табыу йортонан сығарабыҙ.
Сибай перинаталь үҙәге Хәйбулла, Йылайыр һәм Баймаҡ райондарынан йөклө ҡатындарҙы ҡабул итә. Әгәр ҙә буласаҡ әсәләрҙең йәки тыуасаҡ сабыйҙарҙың сәләмәтлеге яғынан етди кәмселектәр табылһа, беҙ уларҙы Өфө бала табыу йорттарына йүнәлтәбеҙ.
Һуңғы йылдарҙа республикала, тотош илдә түлһеҙлек менән яфаланыусы ҡатын-ҡыҙҙар һанының артыуы борсоуға һала. Балаһыҙ ғаиләләрҙең күбәйеүе шулай уҡ демографияның аҡһауына килтерә. Түлһеҙлектең сәбәбе туранан-тура беҙҙең туҡланыуға бәйле. Мәҫәлән, хәҙерге йәштәр йышыраҡ ярымфабрикаттар, фастфудтар менән туҡлана. Ата-әсәләр балаларына теләһә ниндәй кириешки, чипсы, «сникерс», «марс» кеүек нәмәләрҙе ашатмаһындар. Магазин тауығын алмағыҙ. Төрлө гармондар, антибиотиктар ярҙамында үҫтерелгән ҡоштарҙың ите насар була. Был сифатһыҙ аҙыҡ-түлек йәш быуындың сәләмәтлеген ҡаҡшата, түлһеҙлеккә килтерә. Өҫтәлегеҙҙән ит, балыҡ, эремсек кеүек ризыҡтарҙы өҙмәгеҙ. Баланың туҡланыу рационында көн һайын йылы аш булырға тейеш. Йәшелсә-емештең дә үҙебеҙҙә үҫкәндәренә өҫтөнлөк бирегеҙ. Бала дөрөҫ туҡланһа, уның сәләмәтлеге лә ныҡ була.
Түлһеҙлек проблемаһын хәл итеү өсөн ҙур ҡалаларҙа Экоүҙәктәр асыла башланы. Киләсәктә суррогат әсәлек йүнәлеше әүҙемләшер тип күҙалларға була. Йәштәрҙе сәләмәт тормош рәүеше менән йәшәргә саҡырам. Йәш ҡыҙҙарҙың тәмәке тартып, һыра эсеүҙәре борсоуға һала. Тәртипһеҙ енси тормош алып барыусыларға ла үҙ һаулығын ҡайғыртырға кәрәк. Ата-әсәләр баланы рухи һәм физик яҡтан тәрбиәләргә бурыслы. Сөнки бәләкәй саҡтан төрлө түңәрәктәргә йөрөгән, телен, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе белеп үҫкән баланың киләсәге бар,—ти тәжрибәле табип-неонатолог Фирүзә Аҡбулатова.
Илдең демографик хәлен яҡшыртыу өсөн ябай ғына шарттарҙың үтәлеүе кәрәк. Үҙебеҙҙә эш булып, лайыҡлы эш хаҡы түләнһә, ғаиләләргә хөкүмәт тарафынан матди ярҙам күрһәтелһә бик күптәр 3 һәм унан күберәк бала табырға ниәтләр ине. Һәр бала үҙ өлөшө менән тыуа, шуны онотмаһаҡ ине. Бала ҡыуанысынан да олораҡ бәхет бармы донъя йөҙөндә...
Читайте нас: