АТАЙСАЛ
-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
19 Сентябрь 2017, 11:20

ИҢ ЯҠШЫҺЫ—ХӘМЕРҘӘН БАШ ТАРТЫУ

Хәйбулла районының үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Аҡъяр ауылының 1-се урта мәктәбе уҡыусылары өсөн Бөтә Рәсәй айыҡлыҡ көнөнә арналған «Эскелек—замана фажиғәһе», «Как не поддаться искушению» тигән темаға арналған «түңәрәк өҫтәл» ойошторҙо. Сараға «Жәмиғ» мәсетенең имам-мөстәхибе Юлай хәҙрәт, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, хеҙмәт ветераны, «Ағинәйҙәр» ҡоро етәксеһе Менәүәрә Исхаҡ ҡыҙы Бохарбаева, Аҡъяр ауылының 2-се мәктәбенең фельдшеры Лилиә Рәшит ҡыҙы Ситчанова саҡырылды.Батшаларға баш эймәгән башҡорттоң бөгөн үҙе теләп эскелек тоҙағына эләгеүе, араҡы алдында баш эйеүе борсолдора, көйөндөрә һәм тәрән уйға һала. «Ислам ҡанундары буйынса хәмер ҡәтғи тыйыла һәм иң оло гонаһтарҙың береһе тип иҫәпләнә. Аллаһы Тәғәлә кешене иң күркәм сифатта яратҡан һәм уға фекерләр өсөн аҡыл биргән. Раббымдың ҡушҡандарын үтәп, тыйылғандан тыйылып, бер генә тапҡыр бирелгән ҡәҙерле ғүмерҙе матур итеп үткәрергә, мул, бәрәкәтле, ҡотло тормош кисерергә, лайыҡлы йәшәргә һәм эшләргә теләйбеҙ икән был ынтылыштар араһында араҡыға урын булырға тейеш түгел. Бөгөн матур йәшәү модала»,—тине районыбыҙҙың имам-мөстәхибе Юлай хәҙрәт.

Хәйбулла районының үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Аҡъяр ауылының 1-се урта мәктәбе уҡыусылары өсөн Бөтә Рәсәй айыҡлыҡ көнөнә арналған «Эскелек—замана фажиғәһе», «Как не поддаться искушению» тигән темаға арналған «түңәрәк өҫтәл» ойошторҙо. Сараға «Жәмиғ» мәсетенең имам-мөстәхибе Юлай хәҙрәт, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, хеҙмәт ветераны, «Ағинәйҙәр» ҡоро етәксеһе Менәүәрә Исхаҡ ҡыҙы Бохарбаева, Аҡъяр ауылының 2-се мәктәбенең фельдшеры Лилиә Рәшит ҡыҙы Ситчанова саҡырылды.
Батшаларға баш эймәгән башҡорттоң бөгөн үҙе теләп эскелек тоҙағына эләгеүе, араҡы алдында баш эйеүе борсолдора, көйөндөрә һәм тәрән уйға һала.
«Ислам ҡанундары буйынса хәмер ҡәтғи тыйыла һәм иң оло гонаһтарҙың береһе тип иҫәпләнә. Аллаһы Тәғәлә кешене иң күркәм сифатта яратҡан һәм уға фекерләр өсөн аҡыл биргән. Раббымдың ҡушҡандарын үтәп, тыйылғандан тыйылып, бер генә тапҡыр бирелгән ҡәҙерле ғүмерҙе матур итеп үткәрергә, мул, бәрәкәтле, ҡотло тормош кисерергә, лайыҡлы йәшәргә һәм эшләргә теләйбеҙ икән был ынтылыштар араһында араҡыға урын булырға тейеш түгел. Бөгөн матур йәшәү модала»,—тине районыбыҙҙың имам-мөстәхибе Юлай хәҙрәт.
Быяла эсендәге ябай ғына эсемлек күпме кешеләрҙе ағыулай, насар юлға баҫтыра, ғаиләләрҙе тарҡата, балаларҙы әсәләренән айыра, кешеләрҙә йәшәү теләген һүндерә. Араҡы эскән кешегә тирә-яҡ ваҡытлыса матур күренеп, ысынбарлыҡты алдап күрһәтә. Айныҡҡас кеше кире шул «матур» донъяға яңынан ынтылып, араҡыһыҙ, тора алмай башлай. Был афәттән ҡотолоу юлын хеҙмәт ветераны, ағинәй Менәүәрә Исхаҡ ҡыҙы берҙәмлектә генә күрә. Сөнки күмәкләгән генә яу ҡайтара ала.
—«Эскән—бер ғәйепле, эсергән мең ғәйепле»,—тигәндәй иң беренсе хәмер һатыусылар менән көрәшер кәрәк,—тине ул.
Илебеҙҙе туҙан кеүек ҡаплап алған алама ғәҙәт—эскелектең һаулыҡ өсөн зыяны тураһында Лилиә Рәшит ҡыҙы бик төплө итеп һөйләне. «Алкоголь менән артыҡ мауығыу арҡаһында, барлыҡҡа килгән һәм көсәйгән хроник сирҙәр хаҡында әйтеп тораһы ла түгел, эскән ата-әсәнән тыуған ауырыу балалар—үҙе бер оло тема...»,—тине ул. Лилиә Рәшит ҡыҙының һүҙен ҡеүәтләп уҡыусыларға «Үҙеңде һаҡла», «Алкоголдең бала үҫешенә тәьҫире» видеороликтар күрһәтелде.
Айыҡлыҡ араҡынан баш тартыуҙы ғына билдәләмәй, ә яҙмышың өсөн үҙең яуаплы икәнде аңлауҙы, башың менән уйлап, ымһындырғыс булһа ла, алдаҡҡа, яһалмалыҡҡа ҡоролған, зыян итерҙәй ҡәлебтәрҙән баш тарта алыуҙы, донъяға аныҡ ҡарашты, иң мөһиме, үҙеңә хужа булыуҙы ла күҙ уңында тота. Айыҡ булыу—ихтыярлы һәм көслө булыу! Үҙенә хужа булған кеше генә ерен дә, рухиәтен дә һаҡлай һәм сәскә аттыра алыр. Илебеҙҙең киләсәге белемле, һау-сәләмәт тормош яҡлы булған йәштәр ҡулында.
Л.Х.Таҡалова.
Аҡъяр ауылы.
Читайте нас: