Бөтә яңылыҡтар
Фекер
8 Сентябрь 2017, 17:21

БАЛАМ МИНЕҢ ТЕЛДӘ УҠЫҺЫН!

Ниндәй ғәйеп?!Барлыҡ теләгәнем:Балам минең телдә уҡыһын!Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Fариповтың был шиғыры бынан 4 тиҫтә йыл элек ижад ителһә лә, бөгөнгө көндә лә бәҫен юғалтмаған. Ысынлап та, шағир яҙғанса, бөгөнгө ата-әсәләр ҙә артыҡ нәмә талап итмәй: тик балам минең телдә уҡыһын!Республикаға исем биргән халыҡ—башҡорт халҡы нишләп үҙ ерендә үҙ теле өсөн йылдар буйы көрәш алып барырға тейеш? 1990 йылдарҙа дәүләт суверинететы яулап алғандан һуң, туған телебеҙҙә иркенләп һөйләшкән, аралашҡан башҡорт йәштәре үҫеп кенә килә ине, заманалар тағы үҙгәреп тора. Мәғариф өлкәһе Федераль дәүләт белем биреү стандарттары буйынса эшләй башлағандан алып туған телебеҙгә хәүеф янай. Юҡ, яңы стандарттар өсөн түгел, уның асылын аңламай яңылыш яҙмалар индерелгән өсөн. Әйтәйек, «Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында» Федераль закондың 14-се статьяһында, туған телдәрҙе уҡытыу мәжбүри түгел, ә туған телдәрҙе уҡырға хоҡуҡ ҡына бирелә», тип яҙыла. Әммә чиновниктар бер мөһим документты—Федераль дәүләт белем биреү стандарттары һәм уға ярашлы төҙөлгән уҡыу пландарын—иҫәпкә алмай.

Ниндәй ғәйеп?!
Барлыҡ теләгәнем:
Балам минең телдә уҡыһын!
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Fариповтың был шиғыры бынан 4 тиҫтә йыл элек ижад ителһә лә, бөгөнгө көндә лә бәҫен юғалтмаған. Ысынлап та, шағир яҙғанса, бөгөнгө ата-әсәләр ҙә артыҡ нәмә талап итмәй: тик балам минең телдә уҡыһын!
Республикаға исем биргән халыҡ—башҡорт халҡы нишләп үҙ ерендә үҙ теле өсөн йылдар буйы көрәш алып барырға тейеш? 1990 йылдарҙа дәүләт суверинететы яулап алғандан һуң, туған телебеҙҙә иркенләп һөйләшкән, аралашҡан башҡорт йәштәре үҫеп кенә килә ине, заманалар тағы үҙгәреп тора. Мәғариф өлкәһе Федераль дәүләт белем биреү стандарттары буйынса эшләй башлағандан алып туған телебеҙгә хәүеф янай. Юҡ, яңы стандарттар өсөн түгел, уның асылын аңламай яңылыш яҙмалар индерелгән өсөн. Әйтәйек, «Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында» Федераль закондың 14-се статьяһында, туған телдәрҙе уҡытыу мәжбүри түгел, ә туған телдәрҙе уҡырға хоҡуҡ ҡына бирелә», тип яҙыла. Әммә чиновниктар бер мөһим документты—Федераль дәүләт белем биреү стандарттары һәм уға ярашлы төҙөлгән уҡыу пландарын—иҫәпкә алмай.
Шул уҡ Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы, быйылдан башланғыс класты тамамлап урта звеноға күскән балалар 4 телде—башҡорт, рус һәм ике сит телде өйрәнергә тейеш. Быға тиклем ата-әсәләр инглиз теле буйынса ҡиммәтле китаптар, эш дәфтәрҙәрен алып күп сығымдар түкһә, хәҙер уның янына немец теле лә өҫтәлә.
Ярай сит тел—сит тел инде, ул предметтарҙы нисек уҡытһаң да, күп кенә балалар икмәк-тоҙлоҡ, һүҙлек ярҙамында ғына аралашырға өйрәнә. Уҡыусыларға әйләнә тирәһендәгеләр һөйләшкән телде өйрәтеү күпкә ҡыҙыҡ та, кәрәкле лә, минеңсә. Балаларға башҡорт телен уҡытыу мотлаҡмы? Телебеҙҙе дәүләт теле булараҡ өйрәнгән икенсе милләт балалары уға ниндәй ҡарашта? Ата-әсәләр ни уйлай? Ошондайыраҡ һорауҙарға яуап алырға тырышып, бер нисә кешегә мөрәжәғәт иттек.
Айгөл Әҡсән ҡыҙы Бохарбаева, Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлеге начальнигы:
—Башҡорт балаһы туған телен белергә тейеш. Тел—ул нигеҙ. Нигеҙе булмаған йорт булмай. Бала телде белһә, ул милләтебеҙ тарихын да, мәҙәниәтте лә, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе лә белеп үҫә. Башҡортса уҡый белмәгән кеше беҙҙең иҫ киткес бай башҡорт нәфис әҙәбиәтен, легенда-риүәйәттәрҙе уҡый алмаясаҡ, оҙон йырҙарыбыҙҙың, милли бейеүҙәребеҙҙе аңламаясаҡ. Балаңды әсә теленә өйрәтмәйһең икән, тимәк, һин ата-әсәңә, ата-бабаларыңа, милләтеңә хыянат итәһең. Телһеҙ халыҡ булмай. Беҙҙең ҡыҙыбыҙ Нәркәс «Аҡбуҙат» башҡорт балалар баҡсаһына йөрөнө, «Ирәндек» лицейында башҡорт класында уҡыны. Әле ул рус теле һәм әҙәбиәте йүнәлешендә юғары белем ала. Дәүләт теле булған ике телде лә бик яҡшы белә. Улыбыҙ Ихсан да шул уҡ белем усағының башҡорт класында уҡый. Туған, башҡа телдәрҙе лә бик теләп өйрәнә. Өйрәнһен, сит телдәр белеү бер ваҡытта ла зыян иткәне юҡ. Быйыл, мәҫәлән Италияла ял итергә тура килде. Инглиз телен белеүем бик ярап ҡалды.
Башҡорт булмаған балаға ла, башҡорттарға ла телде өйрәтеүҙә күңелде ҡырған нәмә бар. Ул—телде өйрәтеү методикаһы. Башланғыс класта уҡыусыларҙы аңламаған телдәрендә уҡытырға, яҙҙырырға бөтөнләй ярамай. Телде уйындар, төрлө хәрәкәттәр, ишетеү һәләте ярҙамында уҡытыу отошло. Ә беҙҙең уҡытыусылар былай ҙа саҡ торған ата-әсәләрҙе ҡурҡытып, беренсе көндән шиғыр тәржемә итергә ҡушалар. Ул шиғырҙар ҙа «бесәйем, этем, тубым» түгел, Мәжит Fафуриҙың выждан, ғалип тигән һүҙҙәре булған классик әҫәр!!! Бер танышым шылтыратып башҡортса өйгә эш эшләргә ярҙам ит тигәс, ризалаштым. Уҡыһам, бала түгел, өйгә эштә нимә талап ителгәнен, мин, өлкән кеше, аңламаным. Телде өйрәткәндә, иң беренсе нәүбәттә, һөйөү тыуҙырыу мөһим. Ә беҙҙекеләр, киреһенсә, беренсе көндән алфавит, һүҙҙәр ятлатып, балаларҙа телгә кире йоғонто уята. Башҡорт ғалимдарына был тәңгәлдә эшләргә лә эшләргә.
Роза Раузат ҡыҙы Рысембәтова, «Аҡъяр» телевидениеһы директоры:
Берәү ҙә һалып алып һинең телеңде ҡырҡмай. Үҙеңсә һөйләшеп тик йөрө. «Привет» тигәнгә «сәләм», «пока» урынына—һау бул тигән. Аҙнаһына күпме сәғәт башҡорт телен уҡып та «Ырғыҙ»ҙың йөкмәткеһен белмәһәң, ялғауҙарҙың нисек яҙылышы тураһында әйтергә лә түгел. Балағыҙға бер башҡортса китап алғанығыҙ бармы? Уны әйтәһегеҙ, гәзит-журнал алдырмағанығыҙға ни заман... Кескәйеңә төнгөлөккә үҙебеҙсә бер әкиәт уҡыһаң да файҙа. Телефоныңа башҡортса шрифт ҡуйып ал, исмаһам. Телдең бөгөнгө хәле оҡшамай тиеүселәрҙең үҙҙәрендә лә ғәйеп бар. Телеңде яратҡан, үҫтергән өсөн берәү ҙә телеңде ҡырҡып алмай...
Яңыраҡ Ырымбур өлкәһендә мәжлестә булдыҡ. Ҡала ерлегендәге ҡунаҡта ултырған егерменән ашыу кешенең береһе ауыҙ асып бер русса һүҙ әйтһәсе?! Яңы егермегә еткәне лә тап-таҙа башҡортса ҡотлағас, күңел тулды. Рус мәктәптәрендә уҡығандарға көсләп яҙҙырған гәзит-журнал да кәрәкмәй, башҡорт артистарының концерттарын да һирәк-һаяҡ күрәләр, шикелле. Араларында берәү ҙә телебеҙҙе һаҡлайыҡ тип лаф ороп ултырмай. Уларҙың атайҙары—атай, әсәйҙәре—әсәй. Һәм тағы ла... бишбармаҡты ҙур аштабаҡта өҫтәл уртаһына ҡуйып, үрелеп ашайҙар. Боронғоса. Нимә был? Үҙ-үҙеңде һаҡлау инстинктымы?
Ирина Оренбуркина, Сибай ҡалаһы гимназияһының ата-әсәләр советы рәйесе:
—Минең әсәйем рус милләтенән булһа ла башҡорт телен үҙе теләп өйрәнгән. Ул Өфө янында тыуып үҫкән, Йылайырға килен булып төшкән. Шулай булғас, башҡорт теле миңә бер ҙә ят түгел. Ваҡытында Йылайырҙа башҡорт лицейында һабаҡ бирҙем. Башҡортса һөйләшә алмаһам дә күп нәмәне аңлайым. Гимназияның 7А класында уҡыған ҡыҙым Лизаның да телдәрҙе бик теләп өйрәнгәнен күреп ҡыуанам. Әлбиттә, балаларға бер юлы бер нисә телдең серҙәренә төшөнөү ауырыраҡ. Шулай ҙа тырышалар, тимәк, оҡшаталар.
Анастасия Прохорова, гимназияның 9Г класы уҡыусыһы:
—Минең әсәйем—башҡорт, атайым рус милләтенән. Мин уларҙың икеһенең дә телен ихтирам итәм һәм башҡортса бик теләп өйрәнәм. Башҡорт теле йомшаҡ, наҙлы тел. Ике йыл рәттән рус класында уҡыған балалар өсөн үткәрелгән ҡала олимпиадаһында ҡатнашып, алдынғы урындар яулайым. Бында телгә һөйөү уятҡан уҡытыусым Фидәлиә Усман ҡыҙы Кинйәкәйеваның өлөшө ҙур тип әйтер инем. Сит телдәрҙе өйрәнеү мәшәҡәттәр тыуҙырмай, киреһенсә, фекерләү ҡеүәмде арттыра ғына.
Гөлназ Лоҡманова, гимназияның 10А класы уҡыусыһы:
—Туған телемде ныҡ яратам. Иншалар яҙыуы үҙе бер кинәнес, шиғырҙар йыр кеүек ятлана. Башҡортса йырлайым, бейейем. Былар минең ҡанымда. Русса ла, башҡортса ла һөйләшә алыуым менән сикһеҙ ғорурланам. Быға тиклем башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡығанда башҡорттар—бер, икенсе милләт вәкилдәре икенсе төркөмгә бүленеп уҡый торғайныҡ. Быйыл иһә ике төркөм дә бергә. Телде дауам итеп өйрәнеүселәр менән уны башлап ҡына тороусылар менән уҡыу бөтөнләй ҡыҙыҡ түгел. Улар менән ҡуша ултырып белем кимәлең һай булып ҡалыуы, белгәнеңде лә онотоуың ихтимал.
Линара Ишмырҙина, хәбәрсе:
—БДУ-ның Сибай институтында уҡығанда уҡытыусыбыҙ Вәкил Исмәғил улы Хажин: «Башҡорт теле дәреслектәрен төҙөгән авторҙарға иң ҙур яза бирегеҙ тиһәләр, мин уларға үҙҙәре яҙған китап буйынса һабаҡ бирер инем»,—ти торғайны. Ысынлап та, дәреслектәр бөтөнләй уйланылмай яҙылған.
Читайте нас: