АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
31 Август 2017, 13:19

КЕШЕЛЕКТЕ ДАУАЛАЙҘАР

Башҡортостанда малдар һаны артҡандан-арта бара. Шуға күрә ветеринария хеҙмәтендә эшләүселәр—Волга буйы округында иң күбе. Төп күрһәткестәр буйынса был тармаҡ—илдә алдынғылар иҫәбендә.Баймаҡ районы һәм Сибай ҡалаһының ветеринария станцияһы 2015 йылдан берләшеп, төбәктә аҫралған 42 мең баштан ашыу һыйыр малын, йылҡы, сусҡа, һарыҡ, умарталыҡтарҙы һәр төрлө сирҙән ҡурсалау бурысын намыҫ менән башҡара. 23 участканы берләштергән ойошмала йөҙгә яҡын кеше эшләй, һәр береһе үҙ эшенә яуаплы ҡарағанға, киҫкен сирҙәргә юл ҡуйылмай. Станция начальнигы Наил Рәил улы Fәлимйәнов тәжрибәле етәксе. Районда һәм Сибай ҡалаһында ветеринар күҙәтеү, лаборатория, прививкалар яһау, диагностика үткәреү эше яҡшы ҡуйылған. Йорт хайуандары араһында йоғошло сирҙәрҙе иҫкәртеү, фермаларҙа санитария тәртибе булдырыу, мал һанын иҫәпкә алыу һәм амбулатор карта тултырыу, һыйырҙарҙы һәм таналарҙы яһалма ҡасырыу бурысы ла улар иңендә.

Башҡортостанда малдар һаны артҡандан-арта бара. Шуға күрә ветеринария хеҙмәтендә эшләүселәр—Волга буйы округында иң күбе. Төп күрһәткестәр буйынса был тармаҡ—илдә алдынғылар иҫәбендә.
Баймаҡ районы һәм Сибай ҡалаһының ветеринария станцияһы 2015 йылдан берләшеп, төбәктә аҫралған 42 мең баштан ашыу һыйыр малын, йылҡы, сусҡа, һарыҡ, умарталыҡтарҙы һәр төрлө сирҙән ҡурсалау бурысын намыҫ менән башҡара. 23 участканы берләштергән ойошмала йөҙгә яҡын кеше эшләй, һәр береһе үҙ эшенә яуаплы ҡарағанға, киҫкен сирҙәргә юл ҡуйылмай.
Станция начальнигы Наил Рәил улы Fәлимйәнов тәжрибәле етәксе. Районда һәм Сибай ҡалаһында ветеринар күҙәтеү, лаборатория, прививкалар яһау, диагностика үткәреү эше яҡшы ҡуйылған. Йорт хайуандары араһында йоғошло сирҙәрҙе иҫкәртеү, фермаларҙа санитария тәртибе булдырыу, мал һанын иҫәпкә алыу һәм амбулатор карта тултырыу, һыйырҙарҙы һәм таналарҙы яһалма ҡасырыу бурысы ла улар иңендә.
Рәсәй Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ингәндән һуң мал-тыуар буйынса ла сит төбәктәр менән алыш-биреш артты. Был юҫыҡта ситтән килтерелгән хайуандар, малсылыҡ тауарҙары ентекле тикшерелә.
Наил Рәил улы әйтеүенсә, райондың һәр ауыл биләмәһендә мал табиптары, Нияз Рәмиев етәкселегендәге Сибай ветеринария участкаһы уңышлы эшләй. Урғаҙанан Fәлимйән Шәйәхмәтов, Яраттан Рафаэль Хәмитов, Аҡморондан Fүмәр Байегетов, Темәстән Fәлийән Байбурин, Ишбирҙенән Сәфәрғәле Дәүләтбаев кеүек үҙ эшенә мөкиббән бирелгән хеҙмәткәрҙәр халыҡтың сәләмәтлеге, ит һәм башҡа тауарҙың хәүефһеҙлеге хаҡында хәстәрлек күрә, төбәктә малдың именлеген тәьмин итеү буйынса байтаҡ эш атҡара. Һуңғы йылдарҙа станция коллективы йәштәр менән дә тулылана. Быйыл БДАУ-ны тамамлаусы Миләүшә Аҡтаева Темәстә, Фуат Ниғмәтуллин «Ирәндек» участкаһында хеҙмәт юлдарын башлап тора.
Станцияла бергәләшеп эшләгән ғаилә парҙары ла бихисап. Нәйлә һәм Рияз Исхаҡовтарҙың да (һүрәттә) был тармаҡта 10 йылдан ашыу тәжрибәһе бар. Башта Баймаҡ ауыл хужалығы техникумын, аҙаҡ Троицк ветеринария академияһын тамамлаған йәштәрҙе ветстанцияға ҡуш ҡуллап эшкә алалар. Нәйлә Fәзиз ҡыҙы әлеге көндә райондың ветеринария дарыуханаһы мөдире. Рияз Ярулла улы иһә Баймаҡ ҡалаһының ветеринария участкаһында мал табибы.
—Ауыл халҡының кө-нитмеше элек-электән малға бәйле. Шуға ла ихаталағы был йән эйәләренең иҫән-һау булыуы—һәр кемдең изге теләге. Ни тиһәң дә, ауыр һуғыш осоронда ла уның ярҙамында күптәр аслыҡтан бөгөлмәгән. Хоҙай аҡтан айырмаһын тигән әйтем дә ана шул замандан килә. Ә инде малдың сәләмәтлеген хәстәрләгән ветеринария хеҙмәткәрҙәре эшенең әһәмиәте һис ҡасан кәмемәй,—ти Нәйлә Fәзиз ҡыҙы, ни өсөн был һөнәрҙе һайлауы менән ҡыҙыҡһынғас.—Мәҫәлән, баҙарҙа һатылған ит, һөт ризыҡтарының сифатын кем тикшерә? Әлбиттә, ветеринария хеҙмәткәрҙәре. Ҡағиҙәгә ярашлы, һәр хужа ризыҡты һатырға сығарғанда уларҙың рөхсәтен алырға тейеш. Ит һәм һөт ризыҡтары санитар экспертиза үтмәйенсә, баҙарға эләкмәй.
—Һуңғы осорҙа ауыл хужалығы продукцияһын күберәк етештереүҙе илебеҙ етәкселеге төп маҡсаттарҙың береһе итеп ҡуя,—тип һүҙгә ҡушыла Рияз Исхаҡов.—Ә бит ризыҡ сифатлы булһын өсөн малдың һаулығын хәстәрләргә кәрәк. Ауырыу һыйырҙан йә аттан ни файҙа? Шуға ла мал табиптары урындағы халыҡ өсөн терәк булып тора. Академик Константин Скрябиндың: «Медицина—кешене, ә ветеринария кешелекте дауалай»,—тип әйткән һүҙҙәре менән килешмәү мөмкин түгел, сөнки йәмғиәттә иң кәрәкле һәм яуаплы һөнәрҙәрҙең береһе булған ветеринария хеҙмәтенә һәр ваҡытта ла ихтыяж ҙур.