Бөтә яңылыҡтар
Фекер
25 Август 2017, 13:54

«ИҢДӘРҘӘ—ЯУАПЛЫ БУРЫС»

Йәмле йәй ҙә, каникул да ахырына етә. Яңы уҡыу йылы башланырға тора. Ошо мәлдә мәғариф хеҙмәткәрҙәре уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһенә йыйылып, уҙған уҡыу йылына йомғаҡ яһай, яңыһына бурыстар ҡуя, алдынғыларҙы тәбрикәләй. Мөһим сара алдынан Сибай ҡала хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Fаяз Әхмәҙулла улы Хәсәнов менән осраштыҡ. Етәксе менән ҡорған әңгәмәлә заман мәктәбе һәм педагогтар ниндәй булырға тейеш, яңы уҡыу йылында ниндәй бурыстар өҫтәләсәк, оптимизация һәм башҡа һорауҙарға яуап алырға тырыштыҡ.—Fаяз Әхмәҙулла улы, 11-12 августа үткән мәғариф хеҙмәткәрҙәренең республика август кәңәшмәһендә ниндәй мөһим мәсьәләләр күтәрелде?—Быйылғы республика кәңәшмәһендә ҡала, район хакимиәттәре башлыҡтары,уларҙың урынбаҫарҙары, мәғариф бүлектәре начальниктары, уҡытыусылар өсөн генә түгел, хатта ата-әсәләр өсөн дә дискуссия майҙансыҡтары ойошторолдо.

Йәмле йәй ҙә, каникул да ахырына етә. Яңы уҡыу йылы башланырға тора. Ошо мәлдә мәғариф хеҙмәткәрҙәре уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһенә йыйылып, уҙған уҡыу йылына йомғаҡ яһай, яңыһына бурыстар ҡуя, алдынғыларҙы тәбрикәләй. Мөһим сара алдынан Сибай ҡала хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Fаяз Әхмәҙулла улы Хәсәнов менән осраштыҡ. Етәксе менән ҡорған әңгәмәлә заман мәктәбе һәм педагогтар ниндәй булырға тейеш, яңы уҡыу йылында ниндәй бурыстар өҫтәләсәк, оптимизация һәм башҡа һорауҙарға яуап алырға тырыштыҡ.
—Fаяз Әхмәҙулла улы, 11-12 августа үткән мәғариф хеҙмәткәрҙәренең республика август кәңәшмәһендә ниндәй мөһим мәсьәләләр күтәрелде?
—Быйылғы республика кәңәшмәһендә ҡала, район хакимиәттәре башлыҡтары,уларҙың урынбаҫарҙары, мәғариф бүлектәре начальниктары, уҡытыусылар өсөн генә түгел, хатта ата-әсәләр өсөн дә дискуссия майҙансыҡтары ойошторолдо.
Мәғариф бүлеге начальниктары йыйылған урында Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова сығыш яһаны һәм тәрбиә системаһын камиллаштырыуҙы, өҫтәмә белем биреү учреждениеларына иғтибарҙы көсәйтеүҙе һыҙыҡ өҫтөнә алды. Һуңғы йылдарҙа оптимизацияға бәйле өҫтәмә белем биреү учреждениелары күпләп ябылды. Беҙҙең ҡалала был тәңгәлдә зарланырлыҡ түгел. Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе, Балалар ижады үҙәге, Йәш техниктар станцияһы, Балалар экология-биология үҙәге уңышлы эшләп килә. Министр шулай уҡ үҫмерҙәр араһында енәйәтселекте бөтөрөү өсөн балаларҙың ялын, профориентация эшен дөрөҫ ойошторорға кәрәклеге тураһында ла сығыш яһаны.
Пленар өлөштә Башҡортостан Республикаһы башлығы Рөстәм Хәмитов мәғариф системаһының төп йүнәлеше—электрон, дистанцион белем биреү тип билдәләне. «Уҡыусылар тормошҡа әҙер, үҙебеҙҙә генә түгел, хатта сит илдә лә конкуренцияға һәләтле булырға тейеш»,—тине республика Башлығы. Бындай бурысты беҙ урында күптән ҡуйғанбыҙ.
Урта һөнәри белем биреү йорттарына әҙерлек буйынса профориентацион эштең һүлпән алып барылыуы телгә алынды. Кадрҙар менән тәьмин итеү—бөтә республика өсөн көнүҙәк мәсьәлә. Рөстәм Зәки улы шулай уҡ мәктәп етәкселәрен әҙерләү, квалификацияларын күтәреү хаҡында ла әйтте. Балаларҙың сәләмәтлеген нығытыуға бәйле һорауҙар ҙа ҡаралды.
—Муниципаль белем системаһы эшмәкәрлегенә анализ яһағанда нимәләргә айырым туҡталып үтер инегеҙ?
—Мәктәпкәсә йәштәге балаларға белем һәм тәрбиә биреү учреждениеларынан башлайым, әлбиттә. Ҡалала 3-7 йәшлек кескәйҙәрҙең барыһы ла балалар баҡсаларына йөрөй. Физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн «Әкиәт», «Тирмәкәй» үҫеш үҙәктәрендә 4 коррекцион төркөм эшләй. Етәкселәрҙең,тәрбиәселәрҙең төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, үҙ көстәрен һынап ҡарауҙары ҡыуандыра. Мәҫәлән, «Ҡурай», «Аленушка» балалар баҡсалары «Иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы-2017» Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты исемен яуланы. «Әкиәт» балалар баҡсаһы мөдире Н.А.Фәттәхова «Башҡортостан Республикаһының мәктәпкәсә йәштәге белем биреү лидеры» республика конкурсының «Мәғариф өлкәһендә мультимедиа мәғлүмәт технологияларын тормошҡа ашырыу буйынса лидер» номинацияһында еңеүсе тип табылды.
—Дөйөм белем биреү һәр ваҡыт айырым иғтибар үҙәгендә. Был тәңгәлдә ниндәй уңыштар бар?
—Педагогтың, мәктәп коллективының эш һөҙөмтәһен уҡыу йылы йомғаҡтары, аттестация, ҡала, республика, Бөтә Рәсәй кимәлендәге олимпиадаларҙа, конкурстарҙа ҡатнашыу, еңеүҙәр күрһәтә. Ҡалала йәшәгән 6,5-18 йәшлектәрҙең дөйөм белем алыуҙары күрһәткесе 100 процент тәшкил итә. Мәктәптәрҙә өлгәшеү кимәле 99,8 процент булһа, белем биреү сифаты 57,8 процент. Сығарылыш класс уҡыусыларының берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырыуы ла айырым күрһәткес. Өлкән класс уҡыусыларын йомғаҡлау аттестацияһына әҙерләү буйынса планлы эштәр алып барыла. 2016-2017 уҡыу йылында 32 уҡыусы республика олимпиадаларында ҡатнашып, призлы урындар яуланы. Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы уҡыусыһы Г.Боҫҡонова тарих буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабында белемен һынаны. Сибай интернат-гимназияһынан Л.Аҡҡужин, гимназиянан Р.Баязитов «Киләсәккә аҙым» республика техник олимпиадаһында призер булды. Ю.Гагарин Кубогына ойошторолған олимпиадаларҙа яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән өсөн гимназия республиканың дөйөм белем биреү мәктәптәре араһында 2-се урында билдәләнде. Уҡытыусылар ҙа төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, оҫталыҡтарын арттыра. 2016 йылда 1-се мәктәптән И.Б.Насырова «Иң яҡшы башҡорт теле һәм рус теле уҡытыусыһы» республика конкурсында еңеү яуланы һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең премияһын алды. 5-се мәктәптән Е.А.Грязнова «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2017» республика конкурсында ҡатнашты. 6-сы мәктәп уҡытыусыһы Р.И.Fәйнуллин «Йылдың йәш уҡытыусыһы-2017» конкурсында лауреат исеменә лайыҡ булды. 14-се мәктәптән З.Б.Тимербаева «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡыусыһы-2017» конкурсында ҡатнашты.
—Мәктәп сайттарының эшмәкәрлектәре менән ҡәнәғәтһегеҙме?
—Мәктәп сайттары белем биреү усағының йөҙө булырға тейеш. Уның менән ҡулланыусы: уҡыусы булһынмы, ата-әсәме, сығарылыш класс уҡыусыһымы белем биреү, тәрбиә процесын ойоштороу, ҡулланылған программалар, мәктәп эшмәкәрлеге тураһында белешмә алырға хоҡуҡлы. Сайтта мәғлүмәттәр туҡтауһыҙ яңыртылып торорға, йәғни ул «тере» булырға тейеш. Әлеге мәлдә мәктәпкәсә йәштәге учреждениелар алдында үҙ сайттарын булдырыу бурысы тора.
—Мәктәптәргә йәш белгестәр киләме? Кадрҙарға ҡытлыҡ бармы?
—Эйе, уҡыу йорттарын тамамлап, яңы эш башлаусы йәштәр бар. Әммә уҡытыусылар етешә тип әйтеп булмай. Мәктәптәрҙә педагог-психологтарға ҡытлыҡ. Әлеге көндә 6 мәктәптә тап ошо белгестәр юҡ, 5-әүһендә ярты ставкаға эшләйҙәр. Оптимизацияға бәйле балалар баҡсаларында ла был штаттар бөтөрөлдө. Ә хәҙерге заман балаларына психологик ярҙам бик кәрәк.
—Уҡыусыларға белем биреү юғары кимәлдә ҡуйылған. Тәрбиә йүнәлешендә ниндәй алымдар ҡулланыла?
—Тәрбиәүи процесс төрлө программаларға таянып алып барыла. Патриотик тәрбиә, «Ориентир», «Fаилә», «Беҙ сәләмәт тормош яҡлы!» оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән программалар саралары тәмәке тартыуға, наркомания, алкоголизм, ВИЧ кеүек алама ғәҙәттәрҙе киҫәтеүгә йүнәлтелгән. 14 мәктәптә лә «Юнармия» ячейкалары эшләй. Күптән түгел генә 9-сы лицей командаһы Краснодар крайында үткән «Һаҡсылар, алға!» Бөтә Рәсәй спорт-белем биреү уйынында 3-сө урын яулап ҡайтты. Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәптәре тәрбиәләнеүселәре лә һөҙөмтәлә эштәре менән ҡыуандырып тора. ГТО-ға айырым иғтибар бүленә. 2017 йылда 37 уҡыусы ГТО нормативтарын алтын билдәгә тапшырҙы.