Бөтә яңылыҡтар
Фекер
25 Август 2017, 13:51

«АСТАНОВКА»

Бүләков Миңлебулат Айса улы күптән беҙҙең арала юҡ. Иҫән булһа, туҡһанға яҡынлаған булыр ине. Мәктәп йылдары иҫемә төшһә, ошо ваҡиға ҡылт итеп хәтерҙе ҡытыҡлай ҙа тора.Йылайыр районының Аралбай башланғыс мәктәбен тамамлағас, беҙҙең ауыл балалары Үрге Fәлегә йөрөп уҡыны. Һаҡмар буйының йәмле бер мөйөшөндә урынлашҡан ҙур булмаған был ауылға Байғужа, Бикйән балалары төшөп, Түбәнге Fәлеләр ҙә килһә, бер мәктәпкә йөҙҙән ашыу бала йыйылып китәбеҙ. Ауыл балалар тауышынан гөрләп тора. Байғужа менән Бикйән балаларының күбеһе ятаҡта ятып уҡый. Түбәнге Fәле менән аралбайҙыҡылар, ятаҡта урын биләһәк тә, ҡуна һалып барманыҡ. Ут кеүек шытып сығып барған малайҙарға биш саҡрым арамы ни? Самауыр ҡайнап та өлгөрмәй, ҡайтып та етәбеҙ.

Бүләков Миңлебулат Айса улы күптән беҙҙең арала юҡ. Иҫән булһа, туҡһанға яҡынлаған булыр ине. Мәктәп йылдары иҫемә төшһә, ошо ваҡиға ҡылт итеп хәтерҙе ҡытыҡлай ҙа тора.
Йылайыр районының Аралбай башланғыс мәктәбен тамамлағас, беҙҙең ауыл балалары Үрге Fәлегә йөрөп уҡыны. Һаҡмар буйының йәмле бер мөйөшөндә урынлашҡан ҙур булмаған был ауылға Байғужа, Бикйән балалары төшөп, Түбәнге Fәлеләр ҙә килһә, бер мәктәпкә йөҙҙән ашыу бала йыйылып китәбеҙ. Ауыл балалар тауышынан гөрләп тора. Байғужа менән Бикйән балаларының күбеһе ятаҡта ятып уҡый. Түбәнге Fәле менән аралбайҙыҡылар, ятаҡта урын биләһәк тә, ҡуна һалып барманыҡ. Ут кеүек шытып сығып барған малайҙарға биш саҡрым арамы ни? Самауыр ҡайнап та өлгөрмәй, ҡайтып та етәбеҙ.
5-се, 6-сы кластарҙа беҙҙе башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән Бүләков Миңлебулат Айса улы уҡытты. Уртаса буйлы, мыҡты кәүҙәле, күп һөйләшмәгән был ағай башҡорт теленән түгел, физика, математика кеүек теүәл фәндәрҙән уҡытһа яҡшыраҡ булыр ине тип уйлап ҡуйған саҡтар ҙа булғыланы. Ләкин мин был фекеремдән тиҙ айныным.
Булат ағай уҡыусыларына диктант яҙҙырырға яратты. Ай һайын тигәндәй, ҡайһы саҡта айына ике тапҡыр, беҙҙе шул «ҡыл күпере» аша үткәреп ала торғайны. Тексты ҡайҙан тапҡандыр (ул ваҡытта уҡыусылар өсөн махсус диктанттар йыйылмаһы булған тиһеңме), мин хәҙер ҙә аптырайым. Fүмерҙә ишетмәгән, белмәгән һүҙҙәрҙе эсенә алған иҫ киткес ауыр тексты һайлап алып яҙҙыра торғайны. Беҙ ул ҡабатлаған һүҙҙәрҙе теште шығырлата-шығырлата яҙып ултырғаныбыҙ иҫтә ҡалған.
6-сы класҡа килгәс, «Мин каникулды нисек үткәрҙем» тигән темаға инша яҙып килергә ҡушты. Мин оҙа-а-аҡ уйланғандан һуң Ырымбур өлкәһенең Новотроицк ҡалаһына ҡунаҡҡа барыуым, Урал йылғаһында һыу төшөп, Азияға йөҙөп сығыуым тураһында яҙырға булдым. Тәүге барыуым булмаһа ла, иҫем китеп ҡаланы маҡтаған булдым.
—Фәрит, иншаны шәп яҙғанһың, тик «остановка» һүҙе «а» менән түгел, «о» менән яҙыла,—тине Булат ағай, дәфтәрҙәрҙе таратҡанда.
Мин уйға ҡалдым. Нисек «о»-ға башланһын инде! Мин бит үҙ күҙҙәрем менән күрҙем: туҡталышта ҙур хәреф менән, ат башындай итеп «А» хәрефен яҙып ҡуйғандар ине. Унда бер ниндәй ҙә «о» хәрефе күренмәнесе...
Эсте ҡытырлатһа ла, Булат ағай менән һүҙгә килешеп торманым. Мин хаҡлы. Бүтән һүҙ булһа, ышаныр инем... Юҡ, был юлы Булат ағай яңылыша... Минеке дөрөҫ.
Шулай тинем дә, дәфтәремде асып, уҡытыусым төҙәткән «о»-ны ҡалын итеп һыҙып ташланым. Өҫтөнә матур итеп «а» тип төҙәтеп ҡуйҙым.
Был ваҡиға, бәлки, шуның менән тамамланған да булыр ине. Булат ағай быны күреп ҡалған бит. Бер көндө дәрестән һуң бер минутҡа ғына ҡалырға ҡушты.
—Фәрит, һин минең төҙәткәнде үҙеңсә «төҙәтеп» ҡуйғанһың икән. Әллә риза түгелһеңме?
—Булат ағай, мин үҙ күҙҙәрем менән күрҙем: туҡталышта ҙур итеп «А» хәрефе яҙып эленгән ине,—тинем ҡаушай биреп.—Шулай булғас, «остановка» «а» менән яҙылалыр инде.
Икебеҙ ҙә өндәшмәй тик ултырабыҙ. Булат ағай миңә текләгән, мин уға. Мин үҙемдең хаҡлы икәнемде беләм. Ә бына Булат ағай ни уйлай икән?
—Ә Новотроицкиҙа ҡала буйлап тағы ниндәй транспорт йөрөй?—тип һораны, бер тиклем ваҡыт үткәс, Булат Айса улы.
—Трамвай, шунан... автобус.
—Ә һеҙ ҡайһыныһына ултырҙығыҙ һуң?
—Автобусҡа.
—Улай булғас, аңлашылды... Фәрит, унда «А» хәрефе «остановка» һүҙен түгел, «автобус туҡталышы» тигәнде аңлатҡан. Мине лә аптырата биреп ҡуйҙың әле... Һин әҙерәк яңылыш аңлағанһың.
Еңелеүе, әлбиттә, еңел түгел. Шулай ҙа хаталаныуымды танырға тура килде. Икебеҙ ҙә шарҡылдап көлөп ебәрҙек. Күңелемә шундай еңел булып ҡалды. Үҙем өсөн дә, Булат ағай өсөн дә.
Фәрит Әхмәров.
Йылайыр районы,
Аралбай ауылы.