Бөтә яңылыҡтар
Фекер
28 Июль 2017, 18:36

РУХЛАНДЫРҘЫ «ЙӘЙЛӘҮ»

—Иртәләр Башҡортостан гимнынан башлана, отрядтар урынына—ырыуҙар, аралашыу саф башҡортса, күңел асыу саралары селтәренә йолалар, милли байрамдар, халыҡ уйындары, бейеүҙәре индерелгән,—тип тәьҫораттары менән бүлешә Сибай ҡалаһынан «Йәйләү» лагерында ял итеп ҡайтыусы Вадим Маннапов.—Илдар ағайым 1-се класҡа уҡырға бер һүҙ ҙә русса белмәй барғас, әсәйем мине балалар баҡсаһының рус төркөмөнә биргән. Ағайым артынан Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт гимназияһына уҡырға барғанда мин иһә туған телемдә насар аралаша, бөтөнләй был телдә фекерләй алмай инем.

—Иртәләр Башҡортостан гимнынан башлана, отрядтар урынына—ырыуҙар, аралашыу саф башҡортса, күңел асыу саралары селтәренә йолалар, милли байрамдар, халыҡ уйындары, бейеүҙәре индерелгән,—тип тәьҫораттары менән бүлешә Сибай ҡалаһынан «Йәйләү» лагерында ял итеп ҡайтыусы Вадим Маннапов.—Илдар ағайым 1-се класҡа уҡырға бер һүҙ ҙә русса белмәй барғас, әсәйем мине балалар баҡсаһының рус төркөмөнә биргән. Ағайым артынан Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт гимназияһына уҡырға барғанда мин иһә туған телемдә насар аралаша, бөтөнләй был телдә фекерләй алмай инем. Уҡытыусыларым матур итеп башҡортса һөйләшергә, тасуири уҡыуға, бейергә өйрәтте. Ата-әсәйем дә беҙҙе, өс улдарын, милли рухта тәрбиәләргә тырыша.
Быйыл 10 класҡа барасаҡ Вадим хәҙер таҙа итеп башҡортса һөйләшә, халҡыбыҙҙың тарихи үткәне, ғөрөф-ғәҙәттәре менән ҡыҙыҡһына. Уҙған уҡыу йылында яҡшы өлгәшкәне, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн «Йәйләү» ял үҙәгенә республика мәғариф министрлығының йүнәлтмәһе менән бүләкләнгән. Әлшәй районының Чехов исемендәге балалар шифаханаһы биләмәһендә уҙған быйылғы лагерҙа Башҡортостандың төрлө ҡала-райондарынан, Мәскәүҙән, Силәбе өлкәһенән 80 һәләтле бала ял иткән.
—Лагерҙа уҡыусылар йәштәренә ҡарап мең, юрматы, үҫәргән, көҙәй ырыуҙарына бүленде. Йәйге оҙон көндөң үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалаһың, сөнки һәр сәғәтең, һәр минутың файҙалы үтә. Көн һайын республиканың билдәле кешеләре менән осрашыуҙар ойошторолдо, һабантуй, йыйын, төрлө конкурстар бер-береһен алмаштырып ҡына торҙо. Бында мин үҙемә бик күп дуҫтар таптым. Әлшәйҙән дәртләнеп, яҡшы итеп ял итеп ҡайттым,—ти Вадим.
1-се кластан бейеү менән шөғөлләнгән егет сәхнәлә үҙен ышаныслы тота. Былтыр «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса йәш сәсәндәр бәйгеһендә күмәк сәхнәләштереүҙә уңышлы сығып яһап, призлы урынға өлгәшә. Лагерҙа үткән «Йәйләү батыры» бәйгеһендә ул берәүгә лә ал бирмәй һәм биленә еңеүсе таҫмаһын таға. Балаларҙа милләттебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә ҡарата һөйөү, ихтирам тәрбиәләүгә йүнәлтелгән «Йәйләү»ҙә Вадимға мәрәйҙәр йыйыу оҡшай. Смена аҙағында үткәрелгән йәрминкәлә мәрәйҙәрҙе иҫтәлекле бүләктәргә алмаштырғандар. Быға тиклем егет тик русса йырҙар тыңлаһа, хәҙер башҡортса йырҙарға өҫтөнлөк бирә. Тарихи романдар уҡый, нәфис әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһына. Әсәһе Зөлфиә Маннапова ла улының лагерҙан рухланып, дәртләнеп ҡайтыуына шатланып бөтә алмай. Ире Нур менән өс ул үҫтергән тырыш ханым ҡаланың мәғариф бүлеге бүлгән берҙән-бер йүнәлтмә тап Вадим улы өлөшөнә төшөүенә ҡыуана.
Гөлдәр Иҙрисова.
Һүрәттә: Вадим Маннапов ғалим Мирас Иҙелбаев менән.