Оло быуын кешеләренең уңғанлығына, сымырылығына һәм сыҙам булыуҙарына ҡарап һоҡланырлыҡ. Улар йорт-ихатаһын тәртиптә тоторға, балаларының ғаиләһенә ярҙам итергә, емертеп баҡса үҫтерергә лә өлгөрә.
Сибай ҡалаһында йәшәүсе Фәрит ағай Рәхмәтуллинды (һүрәттә) юҡҡа ғына өлгөлө йорт хужаһы һәм оҫта баҡсасы тип йөрөтмәйҙәр. Тырыш ир-уҙаманының фатирында ла, баҡсаһында ла тулы тәртип һәм таҙалыҡ хөкөм һөрә.
Фәрит Нуритдин улы Сибайҙа тыуған. Уларҙың ғаиләһе Байыҡтырыусылар ҡасабаһында йәшәгән. Ҡаланың 2-се мәктәбен тамамлаған егет ағас оҫтаһы һәм крансы һөнәрҙәрен үҙләштерә. Әрменән һуң 12 йыл Межгорье ҡалаһында ағас оҫтаһы булып эшләй. Артабан тыуған ҡалаһына ҡайтып 30 йыл руда тейәүсе техникала хеҙмәт итә.
3 малай араһында уртансы булған Фәрит күберәк Fәбиҙә өләсәһе тәрбиәһендә үҫә. Ул ейәненә эште ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡына бүлмәҫкә өйрәткән. Баҡса үҫтереү, йәшелсә-емеште эш итеү серҙәренә лә төшөндөргән.
Фәрит ағай дүрт тиҫтә йыл инде 5-се коллектив баҡсалағы ерҙе баға.
—Был участканы бынан 40 йыл элек комбинат биргәйне. Үҙем йәтеш кенә өй төҙөп ултырттым. Өй эсенә тәрән, иркен баҙ эшләнем. Сөнки көҙгө уңышты һаҡлау өсөн ҡоро, һалҡын урын кәрәк. Үҫтереп алған емеш-еләкте киптерәм, ҡаҡ әҙерләйем. Сейәне үҙ һутында ғына һаҡлайым. Ҡыяр-помидорҙы «һалҡын тоҙлау» ысулы менән тоҙлайым, уға уксус йәки башҡа нәмәләр ҡушмайым. Үҙем әҙерләгән продукцияны балалар ҙа, ейән-ейәнсәрҙәр ҙә ярата. Баҡсала рәхәт, саф һауа һулап, үҫкән һәр нәмәгә ҡыуанып ҡайтаһың,—тип һөйөнә оҫта баҡсасы.
Балан, сейә, ҡурай еләге, ҡыҙыл, ҡара һәм аҡ ҡарағат, груша, слива, энәлек, айыу баланы—был ағастарҙың барыһы ла мул емеш бирә. Фәрит ағайҙың ҡыяры, помидоры, ҡабағы, боросо, кәбеҫтәһе, һарымһағы, һуғаны йыл да уңа. Картуфтың Спиридон, Негритоз, Невский һәм Романов сорттарын үҫтерә.
Ҡыяр түтәлен үҙенсә яһай ул. Көҙгөһөн бер көрәк тәрәнлегендә түтәл урынын ҡаҙып, тупрағын ситкә һалып тора. Артабан был соҡорға йәшелсә һабағы һәм япраҡтар тултыра. Уны нығытып тапағас өҫтөнә эзбизташ, аммиак селитраһы һала һәм тупраҡ менән ҡаплай. Яҙғыһын тиреҫ тә кәрәкмәй. Әҙер түтәлгә ҡыяр үҫентеләрен сығарып ултыртырға ғына ҡала.
—Апрель аҙағында ҡыяр орлоғон йомортҡа ҡабығына сәсәм, май аҙағында үҫентеләрҙе тышынан айырып түтәлгә күсерәм. Был үҙенә күрә ашлама була. Ҡыярға һыуҙы көн дә ҡойорға кәрәк, шул саҡта ғына уңыш бирә. Ә помидорға аҙнаһына бер тапҡыр һипһәң дә етә,—ти Фәрит ағай.
Күңелен биреп эшләгәнгәме, тәжрибәле баҡсасының барыһы ла уңып үҫә. Фәрит Нуритдин улы емеш-еләкте баҡсала эш итергә күнеккән. Алманың төрлө сортын ҡушып, йоҡа итеп турап киптерә. Кипкән алманан ҡыш буйына компот ҡайнатырға, үткәреп бәлеш бешерергә була.
Уңған баҡсасы йәшелсә-емеште боронғо ысул менән эш итеүгә өҫтөнлөк бирә. Шул ваҡытта уның витамины ла, тәме лә һаҡлана.
Фәрит Нуритдин улы йорт гөлдәре үҫтереү менән дә мауыға. Уларҙың 2 бүлмәле фатирында аяҡ баҫырлыҡ урын юҡ, тәҙрә төптәре, тумба, өҫтәл һәм ултырғыс өҫтәрендә төрлө гөл-сәскәләр теҙелеп киткән. Пальмаларҙың 2 йәшлегенән алып 5 йәшлегенә тиклем бар. Финик һөйәгенән сәсеп үҫтергән ул. Толстянка йәки аҡса ағасын бигерәк тә ярата. Фикус, алоэ һәм яран гөлгә лә өҫтөнлөк бирә. Мандарин һәм лимоны ла бар уның.
Фәрит Нуритдин улы баҡсасылыҡ һәм йорт гөлдәре үҫтереү буйынса тәжрибә туплау йәһәтенән бик күп журнал-гәзиттәр уҡый, телетапшырыуҙар ҡарай. Үҙенең белгәндәрен күршеләренә, таныштарына өйрәтә.