Бөтә яңылыҡтар
Фекер
28 Июль 2017, 18:34

АТА-ИНӘҺЕН ҺӨЙМӘГӘН ҠЫҘ ЯМАН, ҠАН-ҠӘРҘӘШЕН ҺӨЙМӘГӘН УЛ ЯМАН

Үҙенең илен, тормошон, кешеләрҙе яратҡан, теләһә ниндәй хәлдә лә намыҫын юғалтмаған кеше өс нәмә алдында баш эйергә тейеш: эйелеп һалҡын һыу эскәндә, икенсеһе—изгеләрҙән изге һаналған Ҡөръән-Кәримде ҡулына алып күкрәгенә ҡыҫҡанда, өсөнсөһө—донъяла иң ҡәҙерле заттар—ата-әсәһе, ә үлгән булһалар, рухтары алдында баш эйергә бурыслы, тип уйлайым. Туғыҙ ай буйы йөрәк янында йөрөткән, күҙ ҡараһы кеүек ел-ямғырҙан һаҡлап, «уф» тиһә йәнеңде өҙөп бирерҙәй булып үҫтергән балаң бөгөнгө көндә «пошла» тиһә нимә тиерһең? Терһәгеңде тешләрҙәй булһаң да, тормошто яңынан башлап булмай. Поезд киткән, ә һин тирә-яғынан ел өрөп торған ят перронда япа-яңғыҙ тороп ҡалаһың......Иренән айырылып, бер балаһын етәкләп, тағы ла йөклө килеш әсәһе һәм ҡустыһына ҡайтҡанда Fәлиә апайға 21 генә йәш була. Уҫал ҡәйнә, эскесе ире менән ыҙғышып, туҡмалып ике генә йыл йәшәй. Өй эшен яратып башҡара, аш-һыуға уңған була, мал ҡарарға ла өлгөрә. Ире теләгән ваҡытында шешәләш дуҫтарын эйәртеп ҡайтып инеп, ашарға таптыра. Саҡ ҡына ул теләгәнсә эшләмәһәң—йыға һуға. Оло тауышҡа сәңгелдәктә ятҡан бала уянып илаһа, йылдың ниндәй миҙгеле тип ҡарап тормай, өйҙән ҡыуып сығара. Балаһын күкрәгенә ҡыҫып йәш әсә күршеләренә йүгерә. Ярай ҙа улар ишек асһа, күп ваҡытта һарайҙа малдар араһында төн үткәрә.

Үҙенең илен, тормошон, кешеләрҙе яратҡан, теләһә ниндәй хәлдә лә намыҫын юғалтмаған кеше өс нәмә алдында баш эйергә тейеш: эйелеп һалҡын һыу эскәндә, икенсеһе—изгеләрҙән изге һаналған Ҡөръән-Кәримде ҡулына алып күкрәгенә ҡыҫҡанда, өсөнсөһө—донъяла иң ҡәҙерле заттар—ата-әсәһе, ә үлгән булһалар, рухтары алдында баш эйергә бурыслы, тип уйлайым. Туғыҙ ай буйы йөрәк янында йөрөткән, күҙ ҡараһы кеүек ел-ямғырҙан һаҡлап, «уф» тиһә йәнеңде өҙөп бирерҙәй булып үҫтергән балаң бөгөнгө көндә «пошла» тиһә нимә тиерһең? Терһәгеңде тешләрҙәй булһаң да, тормошто яңынан башлап булмай. Поезд киткән, ә һин тирә-яғынан ел өрөп торған ят перронда япа-яңғыҙ тороп ҡалаһың...
...Иренән айырылып, бер балаһын етәкләп, тағы ла йөклө килеш әсәһе һәм ҡустыһына ҡайтҡанда Fәлиә апайға 21 генә йәш була. Уҫал ҡәйнә, эскесе ире менән ыҙғышып, туҡмалып ике генә йыл йәшәй. Өй эшен яратып башҡара, аш-һыуға уңған була, мал ҡарарға ла өлгөрә. Ире теләгән ваҡытында шешәләш дуҫтарын эйәртеп ҡайтып инеп, ашарға таптыра. Саҡ ҡына ул теләгәнсә эшләмәһәң—йыға һуға. Оло тауышҡа сәңгелдәктә ятҡан бала уянып илаһа, йылдың ниндәй миҙгеле тип ҡарап тормай, өйҙән ҡыуып сығара. Балаһын күкрәгенә ҡыҫып йәш әсә күршеләренә йүгерә. Ярай ҙа улар ишек асһа, күп ваҡытта һарайҙа малдар араһында төн үткәрә.
Был хәлдәрҙән күршеләре туйып, ир менән төрлөсә һөйләшеп тә ҡарайҙар. Әммә файҙаһы теймәй. Fәлиә апай балаһын етәкләп әсә йортона ҡайта.
Ә был ваҡытта өйҙә ҡалған ҡустыһы өйләнгән, уларҙың да балалары була. Ни хәл итәһең, үҙеңдекеләр бит, һыйынып, бер-береһенә ярҙам итеп йәшәйҙәр. Уны ошо хәлдә ҡабул иткән әсәһе, ҡустыһы һәм килене алдында үҙен мәңгелек бурыслы итеп тоя. Уларға арнап аят уҡып (бөтәһе лә мәрхүмдәр инде), намаҙ һайын доға ҡыла...
Яҙ сыҡҡас ҡустыһы, башҡа туғандары бергәләшеп Fәлиә апайға самандан йәтеш кенә итеп өй һалып бирә. Бына ошо өйҙә 2 ҡыҙы менән көн итә йәш ҡатын. Икенсе балаһына 2 генә ай тигәндә колхоз башмаҡтарын ҡарарға сыға. Яҙ сәсеүҙә ҡатнаша, йәй көнө йәшелсә баҡсаһында эшләй, көҙ көнө комбайнда иген йыйыуҙа булыша. Эшкә тилбер, сос ҡатынды ашнаҡсы итеп ҡуялар. Fәлиә апай эш хаҡы урынына бирелгән игенен күрше ауыл тирмәненән он иттереп тарттыртып, баҙарға алып барып һатып, өй эсенә кәрәк-яраҡ, аҙыҡ-түлек, балаларға кейем ала.
Fүмер үтә. Балалар үҫә һәм бер-бер артлы кейәүгә сыға. Fәлиә апай матур итеп туйҙар яһап, бирнәләрен биреп уларҙы оҙата. Күп итеп мал аҫрай, ҡош-ҡорт көтә, сөнки йәштәргә ярҙам итергә кәрәк.
Эскелек арҡаһында беренсе ҡыҙының тормошо килеп сыҡмай. Балаһын ҡосаҡлап әсәһе эргәһенә ҡайта. Fәлиә апайға был ваҡытта 39 йәш була. Ейәнен алып ҡала ла ҡыҙын күрше ҡалаға эшкә ебәрә. Уныһы күп тә тормай икенсегә кейәүгә сыға. Ә балаһы өләсәһен «әсәй» тип үҫә. Fәлиә апай бөтә булмышын ошо йән эйәһенә бағышлай. Малын тотона, әҙ-мәҙ йыйған аҡсаһына матур ғына өй һатып ала, ишек алдына ҡоҙоҡ ҡаҙҙыра. Бала үҫә, техникумды тамамлағас, армияға китә. Был ваҡытта уның икенсе ҡыҙы Мөнирәнең кейәүе үлеп, бер ҡыҙ бала менән бер бүлмәле фатирҙа тороп ҡала. Fәлиә апай уны ла ярҙамынан ташламай.
Өлкән ҡыҙы Флүрәнең икенсе иренән ике балаһы булып, матур ғына йәшәп китә. Өс бүлмәле фатир алалар. Ләкин кейәүе фажиғәле үлеп китә.
Флүрә ныҡлы аяҡҡа баҫып ҡала, һатыу итә. Был ваҡытта Булат та армиянан ҡайтҡан була. Матур итеп баянда уйнаған, төҫкә-башҡа матур егеткә кәләш тә табыла.
Булат өйләнеп, 70 йәшлек өләсәһен зар илатып, икенсе яҡҡа сығып китә.
Fәлиә апай яңғыҙ тороп ҡала. Мөнирә әсәһен өйөн һатырға һәм бергә торорға саҡыра. Өй һатыла. Әбей кесе ҡыҙы янына ҡалаға күсеп килә һәм өй өсөн ғауға сыға: Флүрә үҙенә һәм Булатҡа өлөш таптыра. Бына ошо хәлдән һуң бер туғандар дошманлаша һәм бөгөнгәсә аралашмай.
Fәлиә апай ҙурайтып алынған фатирҙа рәхәтләнеп оҙаҡ йәшәй алмай. Мөнирәнең ейәне тыуа, торлаҡта әбейгә урын ҡалмай һәм ул туғандары буйлап йәшәргә мәжбүр була. Хәҙер етеш йәшәгән кеше лә артыҡ берәүҙе лә һыйҙырып бармай. Ул йортон һатып, кеше тупһаһында тороп ҡала, өҫтәүенә аяғы һына.Таң атһа, ҡайҙа барырға урын тапмай, таныш-тоноштарында аҙналап тороп нисәнсе йыл йәшәй.
Күкрәк һөтөн имеҙеп үҫтергән ҡыҙҙары береһе 4 бүлмәле фатирҙа, икенсеһе 2 ҡатлы йортта йәшәй. Йылы, уңайлы шарттарҙа көн күргәндә әсәләре иҫтәренә нишләп бер төшмәй икән?
Тиҙҙән 90 йәшен тултырасаҡ әбей: «Ҡыҙҙарым тыуған көнөмә йә иһә 8 Март менән ҡотлап ҡулъяулыҡ та бүләк иткәндәре юҡ. Ә мин уларға кәзә дебетенән шәлдәр, кейәүҙәргә кофта, ойоҡ, бейәләй бәйләй торғайным»,—ти. Бөгөнгө көндә Fәлиә апай Сибай ҡалаһында бер бүлмәле фатирға ваҡытлыса инеп, пенсия аҡсаһының 7 меңен түләп йәшәй. Ҡаланың социаль яҡлау үҙәге уны бағыуға социаль хеҙмәткәр беркеткән. Шул ҡатын уға аҙыҡ-түлек, дарыуҙар ташый.
—Тормошомдан ҡәнәғәтмен, тик Булатым үлеп китте,—тип уны ташлап ситкә сығып киткән ейәнен һаман һағына.
Мине бындай хәл аҙым һайын осрай башлауы һағайта.
Ырымбур өлкәһендә йәшәгән береһенән-береһе матур ике ҡыҙ һәм ул үҫтергән ғаилә тарихы ла яҡшы тамамланмай. Ир—шахтала, ҡатын төҙөлөштә эшләп етеш тормошта йәшәйҙәр. Балалары уҡып сығып, бер-бер артлы үҙҙәренең тиңдәрен табып, үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫа. Тик уларға оло ҡайғы килә: өс балаһын етем ҡалдырып, улдары фажиғәле һәләк була. Был хәл йөрәге ауыртҡан ата кешегә ныҡ тәьҫир итә. Ҡапыл ғына ул да гүр эйәһе була. Ошо ваҡытта Өфөлә йәшәгән ҡыҙы әсәһенә: «Әйҙә, өйҙө һатайыҡ. Беҙҙең бер бүлмәлене өсәү итербеҙ ҙә, бергә торбоҙ,—тип әсәһенең өйөн һаттыра.
Танышым ҙур ҡыҙына күп кенә аҡса тоттора, икенсе ҡыҙына ла өлөш сығара. Өфөгә килһә, бер бүлмәлә дүртәү йәшәп яталар, улдары ла ҡыҙҙары ла үҫкән. Ә Мәрзиә бишенсе кеше булып шул бүлмәнең аш бүлмәһендә йоҡлап йөрөй. Ҡыҙы әсәһен ваҡытлыса ҡарттар интернатына урынлаштырырға уйлай, ә унда уны алмайҙар, балаларың ҡараһын, тиҙәр. Сибайҙағы ҡыҙына килһә, улар яңы фатирға кеше индергән була. Мәрзиә аптырап торлаҡ эҙләй, ваҡытлыса 6 мең түләп бер йыл йәшәй, ләкин пропискаһы юҡ. Аптырап, Баймаҡ районының ололар приютына мөрәжәғәт итә. Унда мәрхәмәтле кешеләр эшләй күрәһең, машина ебәреп, әбейҙе ваҡ-төйәге менән күсереп алалар. Хәҙерге көндә Мәрзиә «рәхәтләнеп», үҙе кеүек балаларына «кәрәкмәгәндәр» менән йәшәп ята.
Был ике хәл меңдәр араһынан миҫалдар ғына. Ундайҙар донъя тулы. Ата-әсәһенең пенсияһына йәшәп тә, уларҙы зар илатып, һуңғы юлға тип әҙерләгән хәйерлектәрен урлап һатып эсеп йөрөгәндәр бихисап.
Тәүлектең 24 сәғәтенең 5 минутын ғына бүлеп, атай-әсәйҙәргә шылтыратып, уларҙың хәлен, һаулығын белешмәү кешеһеҙлектең иң сиге. Ата-әсәһен бөгөн һанламағандар үҙҙәре лә ҡартая, уларҙың да балалары бар. Уларҙы ниндәй тормош көтә бит әле, ярай ҙа ауырымай ғына шул көйө йөрөһәң...
Миңнур Сөләймәнова.
Сибай ҡалаһы.
(Әхләҡи күҙлектән сығып исемдәр үҙгәртеп алынды).
Читайте нас: