Бөтә яңылыҡтар
Фекер
28 Июль 2017, 18:38

ҠАПҠАЛАРЫ КӨЛӨП ТОРА

Алтын ҡасабаһының Коркин урамында йәшәүсе Хәсәновтар ҡала көнө алдынан үҙҙәре өсөн үҙенсәлекле бүләк эшләгән. Fаилә башлығы Радик Хәлфетдин улы урам ҡапҡаһына башҡорт орнаменттары менән һүрәт төшөрткән һәм был бик матур килеп сыҡҡан.Рәссам Гөлназ Айбулатова тимер ҡапҡаларҙы тәүҙә аҡ һәм йәшел төҫтәргә буяған. Уның тышҡы яғын милли орнаменттар менән биҙәп, ҡурай тажын һәм ҡоштар батшаһы—бөркөттө һынландырған. Эске яғына сәскәле болонда утлап йөрөүсе аттарҙы төшөргән. Бәләкәй ҡапҡаны парлы ҡарлуғастар һүрәте биҙәй. Был матурлыҡ тотош урамға йәм биреп тора. Күрше-күлән һоҡланыуын йәшермәйенсә, туҡтап ҡарап үтә. Мәҫәлән, Коркин урамында йәшәүсе Зәлифә Солтанғолова ҡапҡаларҙы күреп бигерәк һөйөнгән.

Алтын ҡасабаһының Коркин урамында йәшәүсе Хәсәновтар ҡала көнө алдынан үҙҙәре өсөн үҙенсәлекле бүләк эшләгән. Fаилә башлығы Радик Хәлфетдин улы урам ҡапҡаһына башҡорт орнаменттары менән һүрәт төшөрткән һәм был бик матур килеп сыҡҡан.
Рәссам Гөлназ Айбулатова тимер ҡапҡаларҙы тәүҙә аҡ һәм йәшел төҫтәргә буяған. Уның тышҡы яғын милли орнаменттар менән биҙәп, ҡурай тажын һәм ҡоштар батшаһы—бөркөттө һынландырған. Эске яғына сәскәле болонда утлап йөрөүсе аттарҙы төшөргән. Бәләкәй ҡапҡаны парлы ҡарлуғастар һүрәте биҙәй. Был матурлыҡ тотош урамға йәм биреп тора. Күрше-күлән һоҡланыуын йәшермәйенсә, туҡтап ҡарап үтә. Мәҫәлән, Коркин урамында йәшәүсе Зәлифә Солтанғолова ҡапҡаларҙы күреп бигерәк һөйөнгән.
—Хәсәновтарҙың 2 ҡатлы йорто, бөхтә ихатаһы әллә ҡайҙан балҡып, урамыбыҙҙы йәмләп ултыра. Хәҙер бына милли рухта эшләнгән матур ҡапҡаларға ҡарап ҡыуанабыҙ. Радик күршебеҙ шул тиклем уңған, ярҙамсыл. Беҙ йорт йыһаздарын тик унан ғына һатып алабыҙ. Яңыраҡ заказ буйынса кухня гарнитуры эшләттек һәм бик ҡәнәғәт ҡалдыҡ,—ти ул, шат йылмайып.
Радик—Сибай егете. Рәмзиә Фәтхетдин ҡыҙы һәм Хәлфетдин Fәлләм улы Хәсәновтарҙың өс балаһы араһында иң өлкәне булғанғамы, ул бик иртә ҡул араһына керә. Тирә-яҡтағы матурлыҡты, тәбиғәтте күҙәтергә яратҡан егет уҡыусы сағынан фото төшөрөү менән мауыға. Ҡаланың 8-се, 4-се мәктәптәрендә белем ала. Артабан Сибай политехник колледжында техник һөнәрен үҙләштерә. Бер-нисә йыл мебель етештереү цехында эшләп тәжрибә туплағас, 2005 йылда үҙенең эшен асырға йөрьәт итә. Иҫке Сибай ауылынан һәм Сибай ҡалаһынан тиҫтәләгән ир-егеттәргә эш урындары булдырған эшҡыуарға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Радик Хәсәнов етештергән корпуслы һәм йомшаҡ мебелде Урал аръяғы халҡы яратып ала. Сибай ҡалаһында, Темәс, Аҡъяр һәм Йылайыр ауылдарында мебель магазиндары уңышлы эшләй.
—Буш ваҡытым бөтөнләй булмай тиерлек. Әммә йәйге матур көндәрҙә үҙебеҙгә ял иғлан итеп, балалар менән бергәләп тәбиғәт ҡосағына ял итергә сығабыҙ,—ти Радик Хәлфетдин улы.
Үҙаллылығы һәм эшһөйәрлеге тормошта ла ярҙам итә. Улар 2013 йылда Алтын ҡасабаһында иркен, заманса йорт һалып инә. Балалары Искәндәр, Азалия һәм Данис—өсәүһе лә «Ирәндек» лицейында белем ала.
—Йәшәгән йорт-ихатаңды төҙөкләндереү—ул беҙҙең изге бурысыбыҙ. Иҫке ҡапҡаларға һүрәт эшләтеп икенсе һулыш биреү идеяһын балаларым әйтте. Ҡарап торһаң ябай ғына рәсем һымаҡ, ә күңелгә күпме дәрт, шатлыҡ өҫтәй. Ҡапҡаға һүрәт төшөрөүҙе дуҫтарыма ла тәҡдим итәсәкмен,—ти эшҡыуар. «Атайсал» гәзитенә яҙҙырыу кампанияһы барышында бағыусылыҡ итеүсе тоғро дуҫыбыҙ Радик Хәсәновтың һәр эшендә уңыштар теләп ҡалабыҙ.
Һүрәттә: милли орнаменттар менән биҙәлгән ҡапҡа ихатаны йәмләп кенә ҡалмай, ә тотош урамға
байрам кәйефе өҫтәй.
Читайте нас: