АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
14 Июль 2017, 11:51

ҺАУ БУЛЫУҘЫҢ СЕРЕН БЕЛӘМ

Халыҡ: «Һаулығың—байлығың»,—тип дөрөҫ әйтә. Сәләмәтлегең булмаһа, йәшәүҙең ҡыҙығы ла ҡалмай. Йәшерәк саҡта уға иғтибар биреп еткермәйбеҙ шул.Берәү шаярыптыр: «40-ты үткәс, иртәнсәк уянғас, бер ерең ауырымаһа, үлгән булаһың»,—тигән. Ҡырҡты артылғас, ул ерең, был ерең ауырта. Шунан дауахана, дарыухана тип йүгергеләй башлайһың. Табиптан бер ҡосаҡ рецепт алып сығаһың. Хәҙер дарыуханалар күбәйеп китте. Хаҡтар... Ҡот осҡос.

Халыҡ: «Һаулығың—байлығың»,—тип дөрөҫ әйтә. Сәләмәтлегең булмаһа, йәшәүҙең ҡыҙығы ла ҡалмай. Йәшерәк саҡта уға иғтибар биреп еткермәйбеҙ шул.
Берәү шаярыптыр: «40-ты үткәс, иртәнсәк уянғас, бер ерең ауырымаһа, үлгән булаһың»,—тигән. Ҡырҡты артылғас, ул ерең, был ерең ауырта. Шунан дауахана, дарыухана тип йүгергеләй башлайһың. Табиптан бер ҡосаҡ рецепт алып сығаһың. Хәҙер дарыуханалар күбәйеп китте. Хаҡтар... Ҡот осҡос. Йөҙәр, меңәр һумлыҡ. Кеше ала, һауығырмын тип уйлай. Силғау оҙонлоғондағы рецепттарҙа «показания, противопоказания, побочное действие» тип яҙылған. Файҙаһы—бер, зыяны ике булып сыға түгелме?! Кауров тигән ғалим: «Кешегә 150-200 дарыу етә»,—ти. Фармаиндустрия ун меңдән ашыу сығара. Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һәр туғыҙынсы дарыу ялған. Уны барыбер һаталар. Фармакомпанияларҙы әҙәмдең һаулығы түгел, ә аҡса ҡыҙыҡтыра. Шуға ла дарыу менән дауаланыуға мин кире ҡараштамын.
Бына инде ун йылдан ашыу сәләмәт йәшәү рәүешен алып барырға тырышам. «Ликвидация» тигән телесериалда йөрәк сире менән интегеүсе подполковник Давид Гоцманға хәрби табип курага, йөҙөм ашарға, һөт эсергә ҡуша. Мин дә ошо емештәрҙән өҙөлмәйем. Ә әбейем һөт тә эсә. Йөрәк сирен дауалауҙың башҡа юлдары ла бар.
Медицина фәндәре докторы Сергей Бубновский сәләмәт булыуҙың биш асҡысын билдәләй. Беренсеһе—диафрагмаль тын алыу. Мин иһә В.Фроловтың эндоген тын алыу ысулын ҡулланам. Улар оҡшаш. Кис һайын тренажерҙа 30-40 минут өрөп ултырам. Был тренажер менән күп ауырыуҙарҙы еңергә була. Икенсеһе—хәрәкәт. Француз табибы Тиссо: «Хәрәкәт үҙенең тәьҫире буйынса теләһә ниндәй дарыуҙы алмаштыра ала»,—ти. Велосипедта, саңғыла йөрөү, йүгереү, шәп атлау. Әле скандинав йөрөшө модаға инде. Мин өсөнсө йыл таяҡтар тотоп йөрөйөм. Ҡышын 3-4 мәртәбә 40-ар минутҡа сығып, тәғәйен урынды урап килә инем. Яҙ 60 минутҡа еткерҙем. Йәй оҙағыраҡ йөрөйөм, оҙонораҡ ара үтәм. Япондар ете мең аҙым яһарға ҡуша, ә табиптар берәр сәғәт атларға тәҡдим итә. Скандинав йөрөшөнөң файҙаһы ҙур. Матдә алмашыныу яҡшыра, үпкә-йөрәк эшмәкәрлеге яҡшыра, тән мускулдарының 90 проценты эшләй, ҡәҙимге йөрөү менән сағыштырғанда 1,5 тапҡырға күберәк калория яна.
Өсөнсө асҡыс—5 секунд душта һалҡын һыуҙа ҡойоноу.
Дүртенсеһе—мунса. Мускулдарҙың һыҙланыуы кәмей.
Бишенсеһе—ыңғай кәйеф, үҙ көсөңә, һаулыҡ өсөн ынтылышта уңыш булырына ышаныу.
Fүмер оҙонлоғо, тәү сиратта, генетикаға бәйле. Унан тормош рәүеше, экология, йәшәү мөхитенең торошо тора. Иң аҙаҡта ғына медицина. Тимәк, сәләмәтлек үҙебеҙҙең ҡулда. Ялҡауланмаҫҡа кәрәк. Сәләмәт булайыҡ! Бының өсөн ваҡытыбыҙҙы, көсөбөҙҙө йәлләмәйек!
Фәрит Әбүбәкиров.
(«Вестник ЗОЖ» гәзите, «Предупреждение» журналы мәғлүмәттәрен ҡулландым).