Бөтә яңылыҡтар
Фекер
10 Июль 2017, 18:45

БАҘАРҘАРҒА БАРҺАҢ...

Йәшерәк саҡта беҙ баҙарға күберәк ит, май, һөт алыр өсөн генә йөрөнөк. Баймаҡтың осло таштар араһында ултырған аяҡ баҫмаҫ баҙарында ит килеүен көтөп сәғәттәр буйы өшөп йөрөгәнем ғүмерҙә онотолмаҫ. Сибай майын һәм колбасаһын эҙләп иртәнге дүрттән тороп Магнитҡа сабыуҙар... Һөйләһәң—берәү ҙә ышанмаҫ. Ҡайһы берҙә, ысындан да шулай йәшәнекме икән ни тип, аптырап та ҡуям.Хәҙер баҙарҙа ни генә юҡ! Күгәрсен һөтө генә тимәһәң... Ысынлап та эҙләһәң, уныһын да табырға була, тиҙәр. Халыҡ еләк-емеш, йәшелсә үҫтереүгә, тәмле-татлы аҙыҡ етештереүгә оҫтарып бара. Үҙебеҙ ҙә магазин кәштәләренә ҡарағанда баҙар яғына күберәк күҙ һала башланыҡ түгелме?

Йәшерәк саҡта беҙ баҙарға күберәк ит, май, һөт алыр өсөн генә йөрөнөк. Баймаҡтың осло таштар араһында ултырған аяҡ баҫмаҫ баҙарында ит килеүен көтөп сәғәттәр буйы өшөп йөрөгәнем ғүмерҙә онотолмаҫ. Сибай майын һәм колбасаһын эҙләп иртәнге дүрттән тороп Магнитҡа сабыуҙар... Һөйләһәң—берәү ҙә ышанмаҫ. Ҡайһы берҙә, ысындан да шулай йәшәнекме икән ни тип, аптырап та ҡуям.
Хәҙер баҙарҙа ни генә юҡ! Күгәрсен һөтө генә тимәһәң... Ысынлап та эҙләһәң, уныһын да табырға була, тиҙәр. Халыҡ еләк-емеш, йәшелсә үҫтереүгә, тәмле-татлы аҙыҡ етештереүгә оҫтарып бара. Үҙебеҙ ҙә магазин кәштәләренә ҡарағанда баҙар яғына күберәк күҙ һала башланыҡ түгелме?
Баҙарға юл төшһә, бер үзбәк ағайы биргән фәһемле һабаҡ иҫкә төшә лә тора. Егерме биш йылдар самаһы элек Ташкенттың иң ҙур баҙарҙарының береһен инеп күрергә насип булды. Районыбыҙҙың иң тәүге фермеры, күрше ауылда йәшәгән Әнүәр ағай Булатов «йәшел помидорҙар иле» тип атаған Башҡортостаныма (ул ваҡытта беҙҙә «ҡыҙыл» помидорҙар үҫтерергә өйрәнмәгәндәр ине әле), өйҙә көтөп ултырған өс балама Ташкенттан ауыҙ һыуын ағыҙырлыҡ, иҫ киткес тәмле берәй емеш алып ҡайтыу теләге менән ингәйнем мин был баҙарға. Үҙебеҙҙә ҡыяр ҙа кишерҙән башҡа нәмә күрмәгән кешегә ожмах кеүек күренгәндер инде. Ауыҙымды асып, иҫем китеп тик йөрөйөм. Аптырап йөрөй торғас, финик, әфлисун, тағы әллә нәмәләр алған булдым. Үзбәктәр тауарының хаҡын яҙып тормай. Оҡшаған нәмәң алдында туҡтап, хаҡын һорашып, һатыулашырға кәрәк икән, баҡтиһәң.
—Нимә ауыҙыңа һыу уртлаған кеше кеүек тумһайып йөрөйһөң?—тип асыуланып әрләп ташланы еләк-емеш үлсәп биргәс өлкән генә үзбәк ағайы.—Баҙарға килгәс, һатыулашырға кәрәк... Түңгәк ни, һин ни... Бер ҡыҙығы юҡ!
Ул осорҙа беҙ бөтәбеҙ ҙә шулайыраҡ булғанбыҙҙыр инде. Ә хәҙе-е-е-ер!
Үткән ял баҙарға картуф һатырға сыҡтым. Картуф—баҙар тулы. Аҙым һайын. Шулай ҙа торорға урын эҙләп сапҡан арала аңлап ҡалдым—минеке шәберәк: эре, тап-таҙа, бер тигеҙ генә. Июнь бөтөп барһа ла шытырға уйлап та бирмәй. Көҙҙән үк киптереп, тотонорға тура килһә тип, айырып һалып ҡуйғайным. Ер алмаларын биҙрәләргә һалыу менән бер апай килеп етте:
—Күпме тора был картуф?
—Ике йөҙ.
—Кит әй! Ошо ғына биҙрәһеме?
—Бөтәһе лә шул хаҡҡа һаталар, апай.
—Юҡсы, ана анауында берәү йөҙ һикһәнгә һатып тора. Картуфы ла һәйбәт.
—Һуң, апай, һәйбәт булғас, шул картуфты алһаң ни була?
Өндәшмәй. Эргәмдән дә китмәй. Картуфтан күҙен алмай ҡарап тик тора. Бер ун-егерме һумға төшөрһәм, хәҙер алып китә инде. Ләкин мин дә үҙ һүҙле—ике йөҙҙән төшөргә уйым юҡ.
—Картуфың һыуланған түгелме?
—Яңы баҙарға килешләй генә баҙҙан сығарҙым. Баҙым тәрән, һыуыҡ. Йылыға сыҡҡас, тирләй инде...
—Ай-һай, улай ғынамы икән? Һыуҙа ятҡан түгелме?
—Юҡ, апай, минең баҙға һыу инмәй.
Картуфты тотоп, еҫкәп ҡарай. Кире һала, тағы ала...
—Эсе аҡмы, һарымы?
—Аҡ. Ҡырҡып күрһәтәйемме әллә?
—Юҡ, ярай, серектер ул. Шуға үҙең ашамай, һатыуға сығарғанһыңдыр әле. Ҡаты ҡорт тишкеләгәнгә лә оҡшаған.
Бөтәһенә лә түҙер инем, һуңғы һүҙҙәре һарыуымды ҡайнатты.
—Апай, нишләп нахаҡҡа бәйләнәһең? Берәй тишек-маҙар күрҙеңме? Мә, ҡара...—Хәҙер мин ҡыҙып киттем.—Оҡшамай икән алма, кит тә бар. Ул һиңә ни эшләгән?—Ярһыуымдан тотлоға, ҡысҡыра башланым. Биреләнгәнемде күреп тиҙ генә халыҡ араһына сумған апай артынан тағы ла әллә нәмәләр ҡысҡырып ҡалдым.
—Ә һин ярһыма,—тине икенсе бер ҡатын яныма килеп.—Нишләп үсегәһең? Кешенең төрлөһө була. Береһе һүҙ менән еңергә тырыша, икенсеһе—икенсе нәмә менән. Бындай мәлдә өндәшмәй ҡалыу хәйерлерәк...Ә картуфың һәйбәт һинең. Ҡана, һал әле миңә бер биҙрәһен...
Баймаҡта булған бер ваҡиғаны ла ғүмерҙә оноторлоҡ түгел. Йәй урталарында иң тәүҙә бешкән ҡып-ҡыҙыл алмаларымды һатырға алып барғайным. Баймаҡта, утыҙ саҡрымда ғына ятһа ла, климат ҡырыҫыраҡ. Алма бик үҫә һалып бармай. Шуға Сибай алмаларын теләп алалар. Һатыу урынына барып ултырыуым булды, бер ҡатын килеп тә етте.
—У-у-у, ҡалай матур алмалар... «Башҡорт красавицаһы»мы әллә?
—Юҡ, ул көҙ генә өлгөрә бит. Был—«Солнцедар».
Бик үткер ҡытын булып сыҡты. Һорап тормай, биҙрәгә өймәләп тултырылған алмаларҙы берәмләп тикшерә башланы. Өҫтәгеләрен ентекләп ҡарап сыҡты. Ҡәнәғәт ҡалған һымаҡ күренде. Хәҙер «ҡой» тип әйтә инде тип көтөп ултырам. Өндәшмәне. Тағы биҙрәгә эйелде лә төптәгеләрен ентекләберәк тикшерергә тотондо. Алманы ҡулына алып, әйләндереп-әйләндереп ҡарай ҙа, биҙрәгә кире һалмай, беләгенә һала, ала ла беләгенә һала. Минең үҙемә ҡыҙыҡ булып китте. Биш литрлы биҙрәгә өймәләм итеп һалған алманы бер беләккә һыйҙырып булмай бит инде. Артабан ни эшләр икән?
Ә мәсьәлә бик тиҙ сиселде. Инде биҙрәнең төбөнә төшөп еттем тигәндә, һауыт эсенән бер алма килтереп сығарҙы ла ҡәнәғәт тауыш менән:
—Төбөнә бер бөртөк кенә булһа ла боҙоҡ алма һалған ул, тип уйлағайным, дөрөҫ булды бит! Бына, ҡара,—тип ағастан өҙөлөп төшкәндәме, әллә икенсе сәбәп менәнме йөҙө әҙ генә йәнселгән алманы миңә һондо.
—Хәрәмләшәһең!
Ә йөҙөндә...шундай ҡәнәғәтлек!
—Улай ғына хан ҡыҙында ла була инде,—тип әйтергә йыйынып ҡуйҙым да...өндәшмәнем. Теге йәнселгән алманы алмаштырһам да барыбер алмаҫын күптән һиҙгәйнем инде. Алма алыр өсөн түгел, үҙендә үҫмәгәнгә үс алыр өсөн килгән кеүек тойолдо миңә ул ҡатын.
Баҙарға йөрөргә яратам мин. Бер нәмә кәрәкмәһә лә барам. Кеше күрәһең, әллә күпме яңылыҡ ишетәһең. Фәлсәфәлерәк итеп әйткәндә, йәшәү пульсын тойоп ҡайтаһың. Һатыуы ла ҡыҙыҡ. Тик ...шул мәлдә таныштар йә дуҫтар осрамаһын ине. Үҙемә яҡынлап килгән белгән кешене күрһәм ҡойолам да төшәм. «Анау, Фәрит, оялмай, картуф һатып торасы»,—тип әйтер кеүектәр. Ер тишегенә инерҙәй булаһың. Бындай осраҡта йыш ҡына йә артыма әйләнеп, күрмәгән кеше булып тороп ҡалам, йә халыҡ араһына инеп ҡасам. Хәйер, был ғәҙәт бер ми-ңә генә хас нәмә түгелдер, тием. Күбебеҙ бит нәмәлер һатып торған таныштарының эргәһенән үтергә тартына, ҡуй, оялтмайыҡ тип, ситкә боролоп үтеп китә.
Шулай яҡшы ғына һатып торғанда эргәмә йөҙө таныш бер ҡатын килеп туҡтаны. Һынаулы ғына ҡараш һирпкәс:
—Һеҙ «Атайсал»да эшләйһегеҙ түгелме?
—Юҡ, мин хаҡлы ялдағы кеше.
—Картуфың таҙа икән. Алыр инем дә...тотоп йөрөгө килмәй.
Был хәйләне лә беләм.Хәҙер, ярай ҡайтышлай алырмын, тип әйтәсәк,—тип уйлап ҡуйҙым. «Яңылыш» килеп сығып мине таныны ла, хәҙер мине үпкәләтмәй генә нисек ысҡынырға белмәй аптырай.
—Ҡайтышлай алыр инем, ҡалмаҫмы икән? Һауытың булһа, әллә бер биҙрәһен ҡойоп ултыртаһыңмы?
—Ҡалыр,—тигән булам. Үҙем эстән генә, барыбер алмайһың бит инде, тип уйлап торам.
—Юҡ, юҡ, ҡой тигәс, ҡой инде.
—Ҡайһыныһын?—тим ырая ғына картуф тултырылған 3 биҙрәнең береһенә күрһәтеп.—Ошо ситтәгеһенме?
—Юҡ, урталағыһын.
Бер биҙрә картуф һалынған шыптыр мин һатып бөткәнсе аяҡ аҫтында аунап ятты. Күпме көтһәм дә килеп алыусы булманы.
Фәрит Әхмәров.
Сибай ҡалаһы.