Бөтә яңылыҡтар
Фекер
30 Июнь 2017, 10:59

Баланың—уйнағанына, ҡаҙандың ҡайнағанына ҡыуан

Ҡышҡы каникулдар ваҡыты. Мин урам буйлап китеп барам. Урам тып-тын. Шундай тынлыҡ, хатта уйнап йөрөгән балалар ҙа күренмәй. Сәйер булып күренде миңә был күренеш. Элек балалар тауышынан урамдар гөрләп тора торғайны. Ә хәҙер... Ахыры, хәҙер уларҙың бөтәһе лә тиерлек өйҙә компьютер артында: йә вертуаль донъяла сәйәхәт итәләр, йә ниндәйҙер ҡан ҡойошло һуғыш уйыны уйнайҙарҙыр...

Ҡышҡы каникулдар ваҡыты. Мин урам буйлап китеп барам. Урам тып-тын. Шундай тынлыҡ, хатта уйнап йөрөгән балалар ҙа күренмәй. Сәйер булып күренде миңә был күренеш. Элек балалар тауышынан урамдар гөрләп тора торғайны. Ә хәҙер... Ахыры, хәҙер уларҙың бөтәһе лә тиерлек өйҙә компьютер артында: йә вертуаль донъяла сәйәхәт итәләр, йә ниндәйҙер ҡан ҡойошло һуғыш уйыны уйнайҙарҙыр...
йнарға тейеш. Бигерәк тә асыҡ һауала. Балаларҙың индивидуаль һәләттәренең асылыуына, шәхес булып формалашыуҙарына, һаулыҡтарының нығыныуына уйындарҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ бит ул. Тик ни өсөндөр ата-әсәләр быға артыҡ иғтибар итеп бармайҙар һымаҡ. Хатта үҙҙәре үк компьютер-планшеттарҙы һатып алып, балаларының ҡулдарына көсләп тоттора кеүек. Бүлмәнән-бүлмәгә баҫтырышып, башты ауырттырып, өйҙө болартып, ниндәйҙер уйын уйнап йөрөгәндәренә ҡарағанда, компьютер экранына текләп ултырыуҙары яҡшыраҡ бит. Халыҡ әйтмешләй, бүре лә туҡ, һарыҡ та иҫән...
Улай ғына түгел, уны бөтөнләй кәрәкмәгән шөғөл тип иҫәпләгән кешеләр ҙә бар. Мәҫәлән, ҡайһы бер уҡытыусыларҙың, урамда уйнап йөрөгәнсе, файҙалы эш менән булышһындар, тип көнө буйына етерлек өйгә эш биреп ҡайтарғандарын ишетергә тура килә. Өйгә бирелгән эштәр балалар уйынын алмаштыра аламы икән ни? Fөмүмән, бөгөнгө көндә балалар уйынының һирәгәйеүе проблемаға әүерелә бара, минеңсә. Шуға ошо мәҡәләмдә уйындар тураһында яҙып, уларҙың әһәмиәтен күрһәтеп китергә уйлайым.
Уйындарҙың ойошторолоуына ҡарап, шартлы рәүештә мин уларҙы ике төргә бүлеп ҡарайым: беренсе төргә тәбиғи уйындар ҡарай, икенсеһенә—яһалма уйындар.
Яһалма уйындар—балалар баҡсаһында, мәктәптәрҙә һәм башҡа тәрбиә биреү урындарында ойошторолған уйындар ул. Йәғни балалар өсөн уйындарҙы тәрбиәселәр һайлай һәм үҙҙәре үк уйната. Шуға яһалма уйындар тип атаным. Әйтергә кәрәк, бөгөнгө көндә тәрбиәселәр үҙ эштәрен юғары кимәлдә башҡарырға өйрәнделәр.
Яһалма уйындарҙың төп маҡсаты булып балаларҙың белем-дәрен һәм ниндәйҙер һәләттәрен үҫтереү беренсе урында тора. Мәҫәлән, балалар ярышып эшләргә өйрәнә. Сөнки яһалма уйындар, башлыса, ярыш нигеҙендә алып барыла. Бөгөнгө баҙар иҡтисадында эшләү өсөн бик кәрәкле сифат. Шулай уҡ белемгә ҡыҙыҡһыныуҙарын арттыра, башҡаларға ҡарата түҙемлелек, яңыса итеп әйт-кәндә, толерантлылыҡ тәр-биәләй. Ләкин яһалма уйындар балаларҙы бөтә яҡлап та үҫтерә алмай шул, тик бер яҡлы ғына тәьҫир итә. Уларҙы тулы кимәлдә формалаштырыу өсөн икенсеһе—тәбиғи уйындар талап ителә.
Тәбиғи уйындар—балалар-ҙың үҙҙәре тарафынан ойошторолған уйындар. Уларға ата-әсәләр ҙә, ниндәйҙер тәрбиәселәр ҙә, уҡытыусылар ҙа ҡы-ҫылмай. Йәғни балаларға тулы азатлыҡ һәм үҙаллылыҡ бирелә. Бындай уйындар үҙҙәре ике төргә бүленә. Беренсеһен күмәк (коллектив) уйындар тип атаным.
Күмәк уйындарҙың төп билдәләре түбәндәгеләр: бер-нисә һәм унан да күберәк бала ҡатнаша, улар үҙҙәре ниндәй уйын уйнарға икәнен хәл итә йәки яңыһын уйлап сығара, күмәкләшеп уйындың тәртибен ҡабул итәләр һәм бөтәһе лә ирекле рәүештә шуға буйһона, ролдәргә йәки командаға бүленәләр; кәрәк икән, башлыҡ һайлайҙар һәм уйнай башлайҙар. Fәҙәттә, ундай уйындар урамда, ишек алдында, урманда йәки яланда ойошторола. Ҡышҡы осорҙа аулаҡ ҡалған өйҙәрҙе лә балалар бик ярата. Мин уйлайым, уйындарҙың ошолай ойошторолоуы минең мәҡәләне уҡыған урта һәм оло быуын кешеләре өсөн бигерәк тә таныштыр. Сөнки улар шулайыраҡ уйнап үҫте бит. Балаларҙың формалашыуында бындай күмәк уйындарҙың әһәмиәте нимәлә һуң?
Беренсенән. Балалар уйын-дарҙы үҙҙәре ойоштора икән—үҙаллы ҡарар ҡабул итеп, нин-дәйҙер эште ойошторорға өйрәнә. Йәғни уларҙа үҙаллылыҡ тәрбиәләнә. Бик кәрәкле сифат, шулай бит. Әйтәйек, бөгөнгө көндә күптәргә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү өсөн үҙаллылыҡ етмәгәне һиҙелә. Шулай уҡ үҙ аллы ҡарар ҡабул итергә өйрәнгән балаларҙа яуаплылыҡ тойғоһо ла формалаша. Мин ошо урында шуны әйтер инем: үҙаллылыҡ менән яуаплылыҡ—улар игеҙәктәр. Беренсеһе барлыҡҡа килә башлаһа, икенсеһе лә шытып сыға.
Икенсенән. Быныһы беренсеһенең дауамы тип ҡараһаң да булла—күмәк уйындар ҡайһы бер балаларҙа етәкселек сифаттарын тәрбиәләй. Сөнки ундай уйындарҙы кемдер башлап ебәрергә тейеш. Шуға балалар араһынан ойоштороусылар айырылып сыға башлай. Улар, ғәҙәттә, уйындың сюжетын уйлап сығара, артабан уйын барышы менән дә идара итә. Бына шул ваҡытта етәкселек һәләтенең орлоҡтары һалына ла инде.
Өсөнсөнән. Уйындар барышында балаларҙың ижадилыҡ сифаттары үҫә. Сөнки ҡайһы бер уйындарҙы үҙҙәре уйлап сығаралар, улар өсөн кәрәкле уйынсыҡтарҙы ла үҙҙәренең эшләүе ихтимал. Шулай уҡ башҡа һәләттәре лә формалаша башлай. Fөмүмән, балаларҙың тәбиғи һәләттәрен тик тәбиғи уйындар ғына асырға мөмкин.
Дүртенсенән. Кеше менән аралашырға өйрәнәләр. Уйын барышында балалар йыш ҡына талашып та, һуғышып та китә. Шул уҡ ваҡытта уртаҡ тел табып, ярашырға ла өлгөрәләр. Бына шулай, бәрелеп, һуғылып, илашып, көлөшөп бер-береһе менән ысын мәғәнәһендә һөйләшергә, үҙҙәрен яҡларға өйрәнә. Ни өсөн тигәндә, уларға бер уҡытыусы ла, тәрбиәсе лә ҡыҫыла алмай, сөнки улар эргәләрендә юҡ. Йәғни бөтәһе лә тәбиғи юл менән бара. Кеше менән һөйләшә белеү—йәшәү өсөн иң кәрәкле сифаттарҙың береһе ул.
Бына күмәк уйындарҙың бала үҫешенә булған ыңғай тәьҫире. Әлбиттә, улар тағы ла барҙыр, мин мөһим тип һаналғандарына ғына туҡталдым. Артабан тәбиғи уйындарҙың икенсе төрөнә—яңғыҙ (индивидуаль) уйындарға туҡталып китәйек.
Ҡайһы бер балалар яңғыҙы ғына уйнарға ярата. Уларға берәү ҙә кәрәкмәй. Өйҙә яңғыҙ ҡалғанда йәки бер бүлмәгә бикләнеп уйнайҙар. Был ун дүрт йәштәргә тиклем дауам итергә мөмкин. Ошондайҙарын яңғыҙ уйындар тип атайым. Бындай уйын барышында балалар үҙҙәренең фантазияһында—уйлап сығарған донъяһында йәшәй. Шул донъяһында ниндәйҙер кешеләр менән аралаша, изге эштәр башҡара, ғәҙеллек өсөн көрәшә... Мәҫәлән, ниндәйҙер үҙе яратып ҡараған фильмдың төп геройы булып уйнарға мөмкин. Ул унда уның батырлыҡтарын дауам итә. Йыш ҡына фильмдың сюжетын үҙгәртеп, ниндәйҙер ваҡиғалар өҫтәй. Киноның башҡа геройҙары менән һөйләшә, үҙе үк улар булып яуап бирә. Ҡулына эләккән һәр нәмә уйынсыҡҡа әйләнә. Әйтәйек, ябай ғына таяҡ мылтыҡ ролен үтәй йәки тылсымлы ҡылысҡа әүерелә. Fөмүмән, бала индивидуаль уйын барышында бөтә хыялын тормошҡа ашыра.
...Әлбиттә, уйын барышын ситтән күҙәтеп торған кеше баланы аҡылдан яҙған тип уйларға мөмкин. Сөнки ул тегеләй-былай йөрөй, ҡулдары менән ниндәйҙер хәрәкәттәр яһай, үҙ-үҙе менән һөйләшә. Шуға ата-әсәләре күреп ҡалһа, иҫәрләнеп бара инде әллә, тип уларҙы тыя башлай. Балалар быны үҙҙәре лә аңлай: кеше ҡарап торғанын күрһәләр, шунда уҡ уйындан туҡтайҙар. Бына минең күршелә 10-11 йәшлек бер малай йәшәй. Ул да ишек алдында үҙе генә уйнарға ярата. Мин килеп сыҡһам, ул ҡапыл туҡтап ҡала ла ипләп кенә мине күҙәтә башлай—киткәнемде көтә. Мин дә уны күрмәмешкә һалышам. Күҙенән юғалыуым була, тағы геү килеп уйынын да-уам итә...
Ата-әсәләргә шуны әйткем килә: бындай уйындан бер бала ла аҡылынан яҙмай. Киреһенсә, файҙаһы баһалап бөткөһөҙ. Сөнки уйындың мөһимлеге шунда: баланың ижади һәләттәре формалаша. Мәҫәлән, үҙ-үҙе менән һөйләшә икән—диалектик фекерләүенә орлоҡ һалына. Бындай фекерләү ижад йәки фән кешеләренең төп ҡоралы ул. Яңғыҙы уйнарға яратҡанына ла борсолмағыҙ. Белгегеҙ килһә, бөтә танылған ижади шәхестәр ҙә ниндәйҙер бүлмәгә бикләнеп йәки өйҙә яңғыҙ ҡалып, үҙҙәренең бөйөк әҫәр-ҙәрен ижад итә, фәнни асыштарын яһай. Күреүебеҙсә, ижад кешеләренең яңғыҙлыҡты яратыуы бәләкәйҙән үк башлана. Икенсе төрлө әйткәндә: ижад үҙе кешеләрҙән яңғыҙлыҡты талап итә. Әгәр инде ата-әсәйҙәр ундай уйындарҙы тыялар икән, буласаҡ ижад кешеһен юҡ иттеләр тигән һүҙ...
Бына тәбиғи уйындар тураһында ошолар. Fөмүмән, мин шуны күрһәтергә теләнем: яһалма уйындар балаларҙы, башлыса, йәмғиәттә йәшәргә өйрәтһә, тәбиғи уйындар уларҙың индивидуаль һәләттәрен үҫтерә. Беренсеһе, әлбиттә, бөтмәйәсәк—нимәгә икәне аңлашылалыр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аҙаҡҡыһы аҡрынлап юҡҡа сыға бара. Шуға беҙгә, ата-әсәләргә һәм тәрбиәселәргә, тәбиғи уйындарҙы һаҡларға мөмкин тиклем шарттар тыуҙырырға кәрәк. Бының өсөн, беренсе сиратта, һәр баланың шәхси ваҡыты булырға тейеш. Икенсенән, балалар бәләкәйҙән үк тәбиғи уйындарҙың тәмен тойһон. Күптәре үҙҙәре лә уйнап китә ала. Ләкин ҡайһы берәүҙәренә ата-әсәләрҙең дә ярҙамы талап ителә—йыш ҡына улар менән бергә уйнарға кәрәк. Артабан үҙҙәре лә дауам итерҙәр. Үҫә төшкән һайын уйнаған уйындары уларҙың ниндәйҙер һәләттәрен асыр. Ә ул, үҙ сиратында, яратҡан шөғөлөнә әйләнеп китәсәк...
Читайте нас: