Әммә бындай яуаптар мине икеләтә аптырата: нисек инде әсә телендә сыҡҡан баҫмала уҡырлыҡ нәмәләр булмаһын?! Дөрөҫ, ҡайһы саҡта «тоҙһоҙ» мәҡәләләр ҙә баҫылып ҡуя. Шулай булырға тейештер ҙә, бәлки, сөнки бешергәндә лә ашнаҡсылар йә тоҙон артыҡ күп тондора, йә һалырға онота… Ә иғтибар менән уҡыһаң, гәзиттең һәр һанында уйға һалырлыҡ, бәхәс ҡорорлоҡ хәбәр табырға була.
Сибай ҡалаһы.
Үҙен милләтенең ысын улы һәм ҡыҙы тип һанағандар «Атайсал»лыҡ ҡына аҡсаһын табырҙар ине, моғайын. Етмәһә, ул төбәгебеҙҙә иң арзан һәм уҡымлы матбуғат баҫмаһы. Ә үҙен алты ай буйына рәхәтләнеп гәзит уҡыуҙан мәхрүм итеп, өйөнә 400-500 һумлыҡ «берәй нәмә» алырға теләүселәрҙе йәлләргә генә ҡала… Шул тиклем бөтөрөнмәһәләр ҙә була бит инде…
Гәзиттең йөкмәткеһе иһә күп йәһәттән үҙебеҙгә, йәғни уны уҡыусыларға ла бәйләнгән, йәмәғәт! Әүҙемерәк булайыҡ, яҙышып торайыҡ, фекерҙәребеҙ менән уртаҡлашайыҡ, үҙебеҙ белгән һәм хөрмәт иткән кешеләр хаҡында бәйән итәйек, фәһемле фекерҙәребеҙ менән бүлешәйек!