Бөтә яңылыҡтар
Фекер
5 Декабрь 2016, 22:32

Һағынабыҙ һине, әсәй...

Донъяла һәр кем өсөн иң ҡәҙерлеһе әсәй. Ул ҡурсалаусы ла, яҡлаусы ла, кәңәш биреүсе лә, күңелгә йылы өләшеүсе лә... Үҙең буй еткереп, әсәй-атай булып бөткәндә лә уға сабыйҙай тартылаһың, ҡәҙерле кешең янында йыуаныс-ҡыуаныс табаһың. Әсәйле кеше—бәхетле.

Беҙҙең әсәй Тәржемәнова Таңбикә Абдрахман ҡыҙы фани донъяларҙан бер йыл элек китеп барҙы. Беҙ уны һағынабыҙ, юҡһынабыҙ. Ул сығышы менән Әбйәлил районы Әбдрәш ауылынан ине. 13 йәшендә ғаиләләре менән Сибайға күсеп килгәндәр. Бөйөк Ватан һуғышында күп яралар алып ҡайтҡан олатайыбыҙ гүр эйәһе булғас, ғаиләлә иң өлкәне булған әсәйебеҙгә үҫмер саҡтан эшләргә тура килә. Сибай ҡалаһын төҙөүҙә ҡатнашҡан йылдарын ул ғүмеренең иң бәхетле йылдары тип иҫкә ала торғайны.

Әсәйебеҙ Фирҙәүес Хафизова етәкселегендәге юлсылар бригадаһында эш башлай, әхирәттәре Фәғилә һәм Сабира Иҫәнбаевалар, Баныу Ваһапова, Әминә Моратова, Зәйнәп Илбулова, Камила Йәһүҙина, Фариза Ҡолмырҙина һәм башҡалар менән бергә карьерҙа тимер юл линияларын төҙөүҙә ҡатнаша. «Һәр беребеҙгә 16-18-әр генә йәш булһа ла бирешмәнек. Күп тапҡыр ярыш алдынғылары булып, фотоларға төштөк, почет грамоталарына лайыҡ булдыҡ»,—тип һөйләй торғайны.

2005 йылдың көҙөндә Сибай ҡалаһы төҙөлөүгә 50 йыл тулған көндәрҙә «Сибайский рабочий» гәзите биттәрендә ошо фотоларҙың береһен күреп, үҙенең һәм бергә эшләгән әхирәттәренең исем-шәрифтәрен уҡып, ихлас ҡыуанғайны ул...

Йәшлек йылдары шулай шаулап-гөрләп артта ҡала.

1960 йылдың матур бер көҙгө көнөндә әсәйебеҙ атайыбыҙҙы—Исламғолов Fәйнетдин Әфтәх улын осрата һәм Баймаҡ районы Күсей ауылына килен булып төшә.

Атайыбыҙ Күсей ауылы почта бүлексәһендә—начальник, әсәйебеҙ хат ташыусы булып эшләй. Дүрт ауыл халҡының (Күсей, Тоҡтағол, Басай, Иҫәнбәт) һәм Баймаҡ районы элемтә бүлеге етәкселәренең ихтирамына лайыҡ булып, күп һанлы Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнделәр. Икеһе лә хеҙмәтте яратты, ихлас һәм яҡты күңелле булды. Беҙҙең барыбыҙға ла матур тәрбиә бирҙеләр, һәр беребеҙгә юғары белем алырға ярҙам иттеләр, матур итеп туйҙар үткәрҙеләр.

Атайыбыҙҙы аралашыусан, ихлас тиһәләр, әсәйебеҙҙе аш-һыу оҫтаһы тип белделәр. Ул отпуск мәлдәрендә лә балаларҙың ял һәм хеҙмәт лагерында ашнаҡсы булды. Беҙ уның күпереп бешкән икмәктәрен, тәмле аштарын һағынып иҫкә алабыҙ. Сейә, муйыл, энәлек талҡандарын, еләк, ҡарағат, энәлек һәм әлморон ҡаҡтарын телеңде йоторлоҡ итеп әҙерләр ине.

Беҙҙән өлкәнерәк быуын апайҙарының, әсәйебеҙ теккән күлдәктәрҙе кейеп, түбәләре күккә тейеп йөрөгәндәре бер ҙә онотолмай. Карауат ябыуҙарының ситтәренә әсәйебеҙ бәйләгән селтәрҙәр үҙе бер сәнғәт ине!

Кәртә-ҡураһы тулы мал, урамы тулы ҡош-ҡорт, баҡсаһы тулы емеш-еләк, йәшелсә булды. Хәләл көсө менән һалып ингән өйөнөң өҫтәле түрендә һәр саҡ самауыры ҡайнап ултырҙы. Бер ҡасан да ризыҡ ҡыҙғанманы ул. Әсәйебеҙ яраштырған татлы аш-һыуҙарҙы күрше-күлән, ауылдаштар, туғандар ғына түгел, республикабыҙҙың бик күп күренекле кешеләре лә ауыҙ итте. Концерт, спектакль ҡуйырға килгән сәнғәт оҫталары өсөн йортобоҙ ишектәре һәр саҡ асыҡ ине. Бына улар: Мәғфирә Fәлиева, Наил Fәлиев (Николай Голов), Fәлим Латипов, Зифа Баязитова, Әлфиә Юлсурина һәм башҡалар—һанап та бөтөрөрлөк түгел!

«Кемдең арбаһына ултырһаң, шуның йырын йырларһың»,—ти бит халҡыбыҙ. Атайыбыҙ данлыҡлы ҡурайсы (уның исеме Туғажман тауындағы Ҡурай һәйкәлендәге төбәктең иң көслө 19 ҡурайсыһы араһында яҙылған), йырсы һәм сәсән булғас, әсәйебеҙ ҙә сәнғәткә ылыға. Етмеште уҙғанда ла ауылдағы ағинәйҙәр ҡороноң, фольклор ансамбленең алмаштырғыһыҙ ағзаһы ине ул... Йәштән ауылдаштары менән концерттар ойошторорға әүәҫ булған, үҙенең төп эшенән тыш комсомол комитеты секретары булып эшләгән сағында ВЛКСМ өлкә Комитетының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән атайыбыҙҙың юлын шулай лайыҡлы дауам итте әсәйебеҙ.

Доғалар уҡып, йәштәргә матур өгөт-нәсихәттәр биреп йәшәне ул. Былтыр 80 йәше тулыу уңайынан балаларын, туғандарын, ауылдаштарын йыйып, аҡ ҡорбандар салып, мәрхүм һәм мәрхүмәләргә арнап аяттар уҡытты...

Ҡәҙерлеләребеҙ арабыҙҙа булмаһа ла, уларҙың рухтары һәр саҡ беҙҙең яндарыбыҙҙа. Тыуған еребеҙҙе, тәбиғәтебеҙҙе, халҡыбыҙҙы, йолаларыбыҙҙы, йыр-моңдарыбыҙҙы, ғөмүмән кешелекте сикһеҙ яратыуҙың гүзәл өлгөләре булып, мәңге йәшәр улар беҙҙең күңелдәребеҙҙә!