Сибай ҡалаһының Алтын ҡасабаһында йәшәүселәр йәшәргә көс биргән саф һыулы шишмәләребеҙҙе һаҡлау, уларҙы тәрбиәләү һәр кемдең изге бурысы икәнен яҡшы аңлай. Улар күптән түгел Имам шишмәһе янын төҙөкләндерҙе һәм ағастар ултыртты.
Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылында йәшәгән Имаметдин Биктимеров ҡасандыр ата-бабалары йәйләгән, Биктимер кантон һыулаған шишмәне таба. 2018 йылда уны кәртәләп ала, тирә-яғын төҙөкләндерә. Шифалы шишмәгә уның исеме бирелә. Бөгөн инешкә килеүселәрҙең иҫәбе-һаны юҡ, шуға күрә кәртәләп алынған ҡоҙоҡ янына сүмес тә элеп ҡуйылған. Бында килгән һәр кем Имам шишмәһе һыуын тәмләп, һыуһындарын ҡандырып, тәненә һәм йәненә сихәт алып китә.
Үкенескә күрә, һыу алырға килеүселәрҙең барыһы ла тәртип һаҡламай. Кемдер уны бысрата, тирә-яғын ҡыйлай. Йәй көндәрендә шишмә янына мал көтөүе лә килә. Ошоларҙы күреп йөрөгән намыҫлы, ғәмле, атайсалын яратҡан замандаштарыбыҙ изге ғәмәл башлай. Алтын ҡасабаһында йәшәгән Камил Байегетов, Вадик Теләүкәев һәм Баймаҡтан Рәсимә Яналина бергәләшеп халыҡтан аҡса йыя һәм кәрәкле тимер бағаналар һатып алып, Имам шишмәһен өр-яңынан кәртәләүҙе ойоштора. Өмәгә халыҡ әүҙем ҡушыла: кемдер шишмә янын таҙарта, икенселәре тимер бағаналар ултырта, ҡатын-ҡыҙҙар өмәселәргә тәмле аштар бешерә. Шишмә янында ағастар ултыртыу өсөн майҙан кәртәләп алына һәм унда төрлө ағастар ултыртыла. Тиҙҙән был урында аллея барлыҡҡа килер, тип ышанғы килә.
—Бәләкәй саҡтан көтөүсе булып эшләнем, был шишмәне белә инем. Һирәкләп Сибайҙан бер урыҫ көтөүсеһе менән Хизбулла тигән бер ағай килеп уның ағастарын алып, тирә-яғын таҙалап киткеләй ине. Имаметдин Ғимал улы Биктимеров был шишмәне таҙартып, уны ағас ҡоймалар менән кәртәләп алғас, ул тағы ла ярһыбыраҡ ағырға тотондо. Ҡоролоҡ йылдарында ла Имам шишмәһенең һыуы ҡоромай, сылтырап ағыуын дауам итә. Һыуын Санкт-Петербург ҡалаһына махсус лабораторияға бирҙек, һыуҙа көмөш юғарыраҡ. Кемдең бауырында һәм бөйөрөндә таш бар, уны иретеү көсөнә эйә. Тик һыуҙы ҡайнатып эсергә ярамай, шул көйөнсә файҙаланыу кәрәк. Бөгөн шишмә янына көнөнә 25-30-лаған машина килә, һәр береһе һыу ала. Файҙаланһындар, эсһендәр, әммә тәртип тигән нәмәне лә онотмаһындар ине. Һыуҙы тәләфләп түкмәһендәр, тирә-яғын бысратмаһындар, тигән теләктә ҡалабыҙ,--ти Вадик Теләүкәев.
Уның һүҙҙәренә Камил Байегетов та ҡушыла: “Тәбиғәтте һаҡлау--һәр кемдең изге бурысы. Ул ябай әйберҙән башлана: тирә-яғыңды, һыу сығанаҡтарын таҙартыу, уны бысратмау, ағас ултыртыу һәм башҡалар. Бына үҙегеҙ ҙә күреп тораһығыҙ, теште ҡамаштырырлыҡ һыуыҡлығы ла һиҙелмәй, һыуы шул тиклем йомшаҡ, тәмле”,--ти ул.
Алтындарҙың изге эше маҡтауға лайыҡ. Шишмә һыуы ҡоромаһын, сылтырап аҡһын, ә янына ултыртылған үҫентеләр ҙә шаулап үҫһен. Уларҙың япраҡ шауы шишмә ағышына ҡушылып илаһи бер сихри моң тыуҙырыр, тигән өмөттәбеҙ.
КӘРИМӘ УСМАНОВА.