Ҡанифа юлы
Элек беҙҙең ерҙәрҙә Петербурҙан килгән Брагин тигән бер яуыз урыҫ байы булған. Уның һалдаттары ла булған. Тегене гел һаҡлап ҡына йөрөйҙәр икән.
Брагин аҡ таш ҡаҙҙыртҡан . Халыкты бушлай эшләтеп йонсотҡан. Өҫтәүенә, ҡатын-ҡыҙҙарҙы мыҫҡыл итеп, халыҡтың йәненә тейгән. Кейәүгә сығыр алдынан һәр бер ҡыҙ Брагин менән төн уҙғарырға тейеш булған. Әгәр риза булмаһалар, ҡыҙҙы ла, егетте лә, ата-әсәләрен дә һәләк иткән.
Бер көн ауылдың уҙамандары:
- Был Брагиндың осона сығайыҡ, - тип кәңәш итәләр.
Унда Әмин, Сураш батырҙар була. Сураш - Әминдең ағаһы. Сураштың яурыны алты сирек була.
- Брагин йәкшәмбе һайын Талҡаҫҡа балык аулай бара. Шунда беҙ уны ҡаплайыҡ, - ти Сураш.
Былар йыйылышып баралар. Сураш әйтә:
- Һеҙ күренмәгеҙ, мин эргәһенә барайым, - ти. Үҙе Брагин эргәһенә килә.
- Сураш, ни өсөн килдең? - тип һорай Брагин.
- Бына, балыҡ ашай килдем, - тип әйтә Сураш.
- Балыҡ ашай килгәс, төш, - ти Брагин быға, - Һин бик үҙгәреп килгәнһең, - ти.
Сураш балыҡ ашарға ултырҙы ла усы менән маңлайын һыпырҙы, ти. Шул саҡ эргәһенән генә шыйылдап уҡ үтеп китте, теймәне, ти.
- Ай, Сураш, һин мине үлтерергә килгәнһең икән, - тип, Брагин һыҙмаһына йәбешә. Сураш һыҙманы һыпыра тартып алып өлгөрә. Брагин кәмәгә ултырып, күлгә төшөп китә. Шул саҡ Сураш янын алып Брагинға ата . Уҡ яурыны үтә сығып кәмәнең башын ярып ебәрә.
Һалдаттар шул тирәлә икешәрләп, өсәрләп таралышҡан була. Берәм-берәм уларҙы ла үлтереп бөткәндәр. Ғауға ҡупкан арала, Брагиндың кухаркаһы һыуға төшөп, танауын өҫкә күтәргән дә, ҡамыш араһына ингән дә ятҡан, ти. Ыҙғышҡан арала форсат табып, бер ҡара бейә менән көрән бейәгә менгән дә ҡасҡан. Артынан ҡыуғандар. Етеп барғанда, ярышлап торган атты менде лә тағы сапты, ти, был. Етә алмай кире ҡайтып киткәндәр ҙә кәңәш ҡорғандар: «Йә, былай булмай. Беҙ бынан шыуып ултырайыҡ», - тип уйлашалар. Шунан ун ике өй ҡалҡынып, Троицкий аръяғына, Ҡустанай яғына сығып китәләр.
Аҙаҡ тикшереү килеп, соҡсоноп ҡараһалар , Брагинды үлтереүселәрҙең эҙенә төшә алмайҙар. Бер ни ҡәҙәр ваҡыт үткәс, ҡасҡындарҙы ярлыҡау тураһында ҡағыҙ килеп төшә.
Темәс, Әмин, Сура батыр бер йылдан һуң тыуған төйәктәренә кире ҡайтырға булалар. Тик ҡаҙаҡ байҙары Сура батырҙың ун өс йәшлек Ҡәнифә исемле ҡыҙын ебәрмәйҙәр икән. Сура батыр Ҡәнифәне ҡасандыр ҡаҙаҡтарға әсир төшкән бер башҡорт әбейенә ун һигеҙ йәшкә еткәнсе тәрбиәләргә ҡушып, шунан ғына кейәүгә биреү шарты менән ҡалдырып китергә була. Шуның өсөн ҡаҙаҡтар Сура батырға ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп, бүләктәр биреп оҙаталар. Ә Темәс менән Әминдең аҡтыҡ малын да тартып алып, икеһен дә йәйәү сығарып ебәрәләр.
Бер заман Ҡәнифәгә ун һигеҙ йәш тә тула. Тик бағып-ҡарап үҫтергән теге әбейҙең уны ҡаҙаҡҡа биргеһе килмәй. Ҡәнифәне ул үҙ иленә ҡайтарып ебәрергә юлға әҙерләй башлай. Бер төндә бетәһе лә йоҡоға киткәс, ҡыҙҙы алыҫ юлға сығарып ебәрә. Оҙатҡан саҡта:
- Бар, ҡыҙым, тик юл ҡырыйлап төндә генә атла. Тимерҡаҙыҡ йондоҙо һәр саҡ уң яғыңдараҡ булһын, - тип кәңәш биреп ҡала.
Иртән торһалар, ҡыҙ юҡ. Ҡазаҡтар, атҡа атланып, ҡыҙ артынан ҡыуа төшмәксе булалар. Тояҡ тауыштарын ишетеп, ҡыҙ ҡыуаҡ араһына боҫоп ҡала. Тегеләр бының эргәһенән сабып үтеп китәләр ҙә, аҙаҡ, бер кемде осратмағас, кире әйләнеп ҡайталар. Ә Ҡәнифә көн кисләгәнен көтөп ята ла, кеше аяғы һил булғас, юлын дауам итә.
Бер саҡ шулай уны бүреләр уратып ала. Ҡәнифә шунда, түшлегенән энәһен алып, бармағын энә менән ныҡ итеп сәнсә лә бөркөлөп сыҡҡан ҡанын бүреләрҙең береһенә һиптерә. Ҡалған бүреләр, кеше ҡанына буялған бүрегә ташланып, өҙгөләргә тотонғас, Ҡәнифә тағы хәлдән тайғансы ары йүгерә.
Ул шулай бик оҙаҡ килә торғас, аҙашып, юлдан яҙа ла Тамъян-Ҡатай иленә барып сыға. Бер йылға буйына туҡтап, еләк йыйып ашай ҙа, яратҡан бер йырын йырлап ебәрә. Уның моңло тауышын ишетеп, яҡындағы йэйәйләү кешеләре килеп етәләр, ҡайҙан, кем булыуын һораша башлайҙар. Ҡыҙ бер ни тип тә яуап бирмәгәс, уны Верхнеуралға илтеп ҡуялар.
Бындағы түрәләр тирә-яҡҡа, бер ҡыҙ табылды, тип хәбәр ебәрә. Сура батыр был хәбәрҙе ишетеп, Верхнеуралға килә, үҙ ҡыҙы икәнен таный ҙа Ҡәнифәне алып ҡайтып китә.
Бына шул замандан бирле Сура батыр ҡыҙы ҡайтып килгән юлды Ҡәнифә юлы тип йөрөтә башлайҙар. (Был юл ҡаҙаҡ далаларынан Ырымбур яғынан инеп Башҡортостан территорияһынан Хәйбулла, Баймаҡ, Әбйәлил райондары аша төньяҡҡа Верхнеуральск, Троицк ҡалаларына үтә. – автор иҫк.)
Күсеп киткән халыҡ кире ҡайта. Бер аҙы Әминдә ҡала. Сураш ҡарҙың иртә төшкән еренә күсә. Әлеге Иҫән ауылына нигеҙ һала. (Бәлки ҡыҙының иҫән-имен ҡайтыуы хөрмәтенә ауылына Иҫән исемен ҡушҡандыр. –автор иҫк.)
Борон ҡаҙаҡтар башҡорт халҡын күп урлаған. Ҡаса алмаһын өсөн ир тотҡондарҙың аяҡ табандарын ярып ҡыл һалып теккәндәр, баштарына еүеш тире кейҙереп киптергәндәр. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла күп урлағандар, кәләш итеп алғандар.
Шул эҙәрлекләүҙәрҙән ҡурҡмайынса, япа-яңғыҙы далалар-урмандар буйлап йәйәүләп оҙон юлға сығыусы йәш кенә башҡорт ҡыҙы Ҡәнифә бик ҡыйыу һәм тәүәккәл булған инде! Халҡыбыҙ ҙур юлға ул батыр ҡыҙҙың исемен ҡушып, уның батырлығына һоҡланыуын, ундай ҡыҙҙарыбыҙ менән ғорурланыуын быуындарҙан-быуындарға тапшырған.
Хәйбулла районы Ивановка (Иҫәнбәт) ауылы янындараҡ Ҡәнифә юлынан Түңгәүер юлы айырылып китә, ул Һабыр, Ҡаҙырша, Ырыҫбай ауылы аша үтә, ти Ҡараһыу ауылында йәшәүсе һикһән биш йәшлек Ғәлиаслан Иҙелбаев.
Атайым: «Ҡанифа – ул һыуайырғыс», - ти торғайны. Яйыҡ (яй, ығып ҡына аға), Таналыҡ, Һаҡмар йылғалары араһынан үткән тау һырттары буйлап һалынған юл инде ул.
Был риүәйәттәрҙе өйрәнеп, нимә әйтергә теләйем?
Рус халҡы Илья Муромец, Добрыня Никитыч кеүек батырҙарын онотмай, шуның кеүек беҙ ҙә халҡыбыҙ именлеге өсөн көрәшкән батырҙарҙы онотмаһаҡ ине. Был батырҙар тураһында яҙма материалдар бик юҡ, әммә халыҡ хәтере уларҙы һаман онотмай. Әмин ауылы, Таш ауылы (Ташауыл-Түшауыл), Ҡәнифә юлы, Сурай, Иҫән ауылдары юҡтан бушҡа ғына бар булмағандар бит инде! Беҙ ҙә был риүәйәттәрҙе мәктәп программаларына кертеп, балаларҙа милли үҙаң тәрбиәләргә тейешбеҙҙер, тием. Мин был мәҡәләмдә бер генә һүҙҙе лә үҙем өҫтәмәнем. Материалдарҙы күрһәтелгән әҙәбиәттәрҙән алдым.
Кужагильдина Вәғиҙә Рауил ҡыҙы, Хәйбулла районы Ивановка ауылы