Бөтә яңылыҡтар
Экология
28 Сентябрь 2023, 15:45

Йәшәгән еребеҙ йәшел, таҙа, төҙөк булһын!

Республикала “Йәшел Башҡортостан” акцияһы старт алды. Акцияның төп маҡсаты--республиканың ауыл-ҡалалары биләмәләрен таҙартыу, ипкә килтереү, йәшелләндереү.

Йәшәгән еребеҙ йәшел, таҙа, төҙөк булһын!
Йәшәгән еребеҙ йәшел, таҙа, төҙөк булһын!

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Экология” милли проектына ярашлы, республикала “Йәшел Башҡортостан” акцияһы старт алды.

23 сентябрҙә берҙәм экологик саралар көнө булды. Акцияның төп маҡсаты--республиканың ауыл-ҡалалары биләмәләрен таҙартыу, ипкә килтереү, йәшелләндереү.

Быйыл Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә өмәләр объекттарына “Уңайлы ҡала мөхите” федераль проекты нигеҙендә төҙөкләндерелгән йәмәғәт биләмәләре лә индерелгән. Акцияла студенттар, мәктәп уҡыусылары, ирекмәндәр, хеҙмәт коллективтары, власть органдары етәкселәре, хакимиәт башлыҡтары, дөйөм алғанда, йәшәгән урындарының торошона битараф булмаған һәр кем ҡатнашты. Сараға Урал аръяғында йәшәүселәр ҙә дәррәү ҡушылды.

Сибай

Сибай ҡалаһының ойошма, предприятие, учреждение хеҙмәткәрҙәре экологик акцияға баштан етди әҙерләнде. Был көндө ҡалабыҙ урамдарына 50 төп миләш ағасы ултыртылды. Күмәк өмәләрҙә шулай уҡ тирә-яҡ тәртипкә килтерелде, сүп-сар сығарып түгелде.
-Йәшәгән урыныбыҙҙың тышҡы йөҙөн матурлауға, йәшелләндереүгә, төҙөкләндереүгә өлөш индергән һәр кемгә ҙур рәхмәт белдерәм! Ә кем был сарала ҡатнаша алмаған, уларға ла эш бар: Матросов, Чайковский урамдарына, Интернациональ тыҡрығына ултыртылған үҫентеләргә һыу ҡойоп тора ала. Был үҙе ҙур яуаплылыҡ,--тине Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев.

Баймаҡ районы
Акция барышында Баймаҡ районының барлыҡ ауыл биләмәләрендә лә ағастар ултыртылды. Әммә иң ҙур өмә Баймаҡ ҡалаһының 5-се мәктәбендә үтте. Бында булдырылған “Геройҙар аллея”һына 130 төп ҡарағас өҫтәлде.

-Бындай сара экологик мәҙәниәтте үҫтерә һәм тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләй. Матурлыҡты, таҙалыҡты, йәшеллекте булдыра ла, уны һаҡлай ҙа белергә тейешбеҙ. Бөгөн күмәкләп бик ҙур эш башҡарҙыҡ. Беҙ ултыртҡан ылыҫлы ағастар тәрән тамыр йәйеп, ныҡлып үҫеп китеп, киләсәктә Баймағыбыҙға йәшел ҡалҡан булып торһон. Экологик өмәлә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт!—тине Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев. 

Йылайыр районы

Йылайыр районы урман биләмәһендә урынлашҡан. Был төбәк башлыса ҡатнаш урманы менән дан тота. Тәбиғәт шарттары башҡа ергә ҡарағанда ҡырыҫыраҡ булғанлыҡтан, был тарафтарҙа емеш ағастары насарыраҡ үҫә. Ошонан сығып экологик сара барышында район үҙәге Йылайырҙа груша, алма үҫентеләре, шулай уҡ ылыҫлы ағастар ултыртылды.

-Емешле ағас башта шаулап сәскә атып, унан инде алмалары, грушалары ҡыҙарып-һарғайып бешеп, кеше иғтибарын үҙенә йәлеп итә. Ә мәңге йәшел шыршы, ҡарағастар инде улар күҙҙе ял иттерә, һауаны яҡшырта. Шуға ла ошо үҫентеләргә был юлы айырым иғтибар бүлдек һәм улар район үҙәге урамдарын оҙаҡ йылдар йәмләп ултырһын тип тырыштыҡ,--тине Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов.

Башлыҡ шулай уҡ райондың барлыҡ ауылдары ла экологик өмәнән ситтә ҡалмауын әйтеп китте.
Хәйбулла районы

Хәйбулла районы халҡы экологик өмәне 22 сентябрҙә үк башлап, 23 көнө лә эшләүен дауам итте. Ике көн эсендә район биләмәһендә йәмғеһе 700-ҙән ашыу ағыс ултыртылған. Хеҙмәт коллективтары, ауыл биләмәләре хеҙмәткәрҙәре тирә-йүнгә йәм биреп ултырырҙай күк шыршы, ҡарағай, ҡайын һәм сирен ағастары сәскән.

-Ултыртҡан үҫентеләр шаулап үҫеп китһен! Был ағастарҙы беҙ ултыртҡайныҡ тип, оҙаҡ йылдар ҡыуанып йәшәргә яҙһын! Таҙалыҡ, тәртип, йәшеллек үҙебеҙ өсөн. Йәшәгән еребеҙ гөл-сәскәгә, йәшеллеккә күмелһен, донъялар тыныс булһын!—тине Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, экологик акцияға үҙ өлөш индергән һәр кемгә рәхмәт әйтеп.

7 октябргә ҡәҙәр дауам иткән “Йәшел Башҡортостан” экологик акцияһы һәр шәмбе уҙғарыла. Атайсал өсөн изге эштәр йылында һәр кем тыуған ере өсөн файҙалы эш башҡара ала—ағас ултыртып уны ҡарап үҫтереү иһә үҙе иң ҙур ғәмәл.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: