Ҡала халҡы “Йәшел Башҡортостан” акцияһына әүҙем ҡушылып, 40 йәш ҡарағай ултыртты. Сара шулай уҡ Бөйөк Еңеүҙең 78 йыллығына ла арналды.
Дүрт тиҫтәнән ашыу ҡарағай үҫентеһе Сармат ҡасабаһындағы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған медицина хеҙмәткәрҙәре иҫтәлегенә барлыҡҡа килгән аллеяға ултыртылды. Шулай уҡ бер нисә ылыҫлы ағас Урал аръяғы шифаханаһы биләмәһен биҙәй. Былтыр был урындарға ҙур ағастар ултыртылһа ла уларҙың күбеһе тамыр йәймәгән. Быйыл ҡороғандарҙы алып ташлап урынына яңылары ергә ҡаҙалды.
Йәшел Башҡортостан акцияһында Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Йәүҙәт Биккинов, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы, Урал аръяғы шифаханаһы вәкилдәре, шулай уҡ ҡала Советы депутаттары ҡатнашты.
Йәүҙәт Усман улы әйтеүенсә, ағас ултырыртыу изге эш. Депутат ҡалалаштарҙы дөйөм көс менән ултыртылған ағастарҙы даими бағырға, ваҡытында һыу ҡойоп торорға саҡырҙы.