АТАЙСАЛ
+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Экология
18 Май 2023, 08:15

МАТУРЛЫҠ ҮҘЕБЕҘ ӨСӨН!

Түбәнге Яйыҡбай ауылы халҡы спорт-һауыҡтырыу һәм мәҙәни майҙансыҡҡа ағастар ултыртты

МАТУРЛЫҠ ҮҘЕБЕҘ ӨСӨН!
МАТУРЛЫҠ ҮҘЕБЕҘ ӨСӨН!

--Республикала "Йәшел Башҡортостан" акцияһы иғлан ителгән ине, уның сиктәрендә Түбәнге Яйыҡбай ауылы активистары кисә спорт-һауыҡтырыу һәм мәҙәни майҙансыҡта булып, биләмәне сүп-сарҙан таҙартты, клумбаларына ағастар, үҫентеләр ултыртты. Комплексты тәртипкә килтереү, уны йәшелләндереү, ағастар ултыртыу алдағы көндәрҙә лә дауам итәсәк. Берҙән-бер теләк: һәр кемебеҙгә ултыртҡан сәскәләрҙе күҙ ҡараһы кеүек һаҡларға, ҡарап торорға кәрәк буласаҡ. Сөнки матурлыҡты, йәшеллекте хужалар, ситтән килгән кешеләр өсөн түгел, ә үҙебеҙ өсөн булдырабыҙ,--тип яҙа социаль селтәрҙә Рәүилә ХӘСӘНОВА.

Автор:Резеда Валиева