Был хаҡта БАШИНФОРМ яҙа:
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә муниципалитет башлыҡтарын үҙ биләмәләрендә тәртип урынлаштырырға ҡушты.
«Миңә халыҡты борсоған проблемалар хаҡында даими рәүештә еткереп торалар. Шуныһы ғәжәп: мөрәжәғәттәрҙең күбеһе биләмәләрҙе таҙартыуға бәйле, ҡайҙалыр һынып төшкән ботаҡтар ята, ҡайҙалыр сүп-сарҙы йыймайҙар. Быны күҙәтеп барыуығыҙҙы һорайым. Башҡортостан — таҙа республика, беҙҙең мәҙәнилек юғары, беҙ шуның өҫтөндә эшләйбеҙ. Һеҙҙең бурыс — биләмәләрҙе тәртиптә тотоу», — тине ул, ҡала һәм район башлыҡтарына мөрәжәғәт итеп.
Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, киләһе аҙнанан контроль төркөм биләмәләргә тикшереү менән сыға. «Күсмә төркөмдөң эше йомғаҡтары буйынса иң сағыу һүрәттәрҙе ВКС-та күрһәтербеҙ», — тип иҫкәртте республика етәксеһе.