АТАЙСАЛ
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Экология
25 Апрель 2023, 08:45

Тәбиғәтте бергәләп һаҡлайбыҙ

Экологик тәрбиә “Тирмәкәй” балалар баҡсаһында йыл әйләнәһенә тормошҡа ашырыла. Балалар тәбиғәтте күҙәтеп кенә ҡалмай, ә ҡулдарынан килгәнсә һаҡларға, яҡларға тырыша. Яңыраҡ “Сыйырсыҡ ояһы” акцияһы ҡоштарҙы ҡаршы алыуға йүнәлтелгән булһа, “Изгелек ҡапҡасы” планетабыҙҙы сүп-сарҙан ҡурсалау торҙо.

Тәбиғәтте бергәләп һаҡлайбыҙ
Тәбиғәтте бергәләп һаҡлайбыҙ

Мәктәпкә тиклемге балаларға экологик тәрбиә һәм белем биреү - бөгөнгө көндә иң актуаль мәсьәләләрҙең береһе. Сөнки, еребеҙҙе киләсәк быуынға һәләкәт хәлендә ҡалдырмаҫ өсөн, балаларҙа доньяға экологик ҡараш, экологик мәҙәниәт тәрбиәләү төп бурысыбыҙ.

Баланың шәхси үҫеүенә тәбиғәт бар яҡлап та булышлыҡ итә һәм мөмкинселек бирә. Өлкәндәр менән бергә тәбиғәтте күҙәтеү, саф һауала йөрөү, баланы фекерләүгә, тәбиғәттең матурлығын күреүгә һәм һиҙеүгә булышлыҡ итеп кенә ҡалмай, ә уны яратырға, экологик яҡтан белемен арттырырға, йәнле тәбиғәтте бөтөрөргә түгел, ә байытырға өйрәнә.

Экологик тәрбиә “Тирмәкәй” балалар баҡсаһында йыл әйләнәһенә тормошҡа ашырыла. Балалар тәбиғәтте күҙәтеп кенә ҡалмай, ә ҡулдарынан килгәнсә һаҡларға, яҡларға тырыша. Яңыраҡ “Сыйырсыҡ ояһы” акцияһы ҡоштарҙы ҡаршы алыуға йүнәлтелгән булһа, “Изгелек ҡапҡасы” планетабыҙҙы сүп-сарҙан ҡурсалау торҙо.

Әлбиттә, бындай ҙур саранан баҡсаның “Айыуҡай” һәм “Аҡ сәскә” төркөмө тәрбиәләнеүселәре ситтә ҡалманы. Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле булыуға ҡарамаҫтан, бәләкәстәр нисек итеп ҡулланылған әйберҙәргә икенсе һулыш бирергә белә.

Ҡулланылған пластик ҡалаҡтар, кескәйҙәрҙең оҫта ҡулдарында “Тирмәкәй” рус халыҡ әкиәтенең геройҙарына әйләнде. Яңы йыл күстәнәстәре һалынған ҡумта әкиәт геройҙарының тылсымлы йортона әүерелде.

Рәсем һәм йәбештереүгә тотонған ҡағыҙ һәм картондарҙы балалар ташламай, ә йыйып макулатураға тапшыра. Тотонолған ҡағыҙҙы эшкәртеп, артабанда ҡулланырға мөмкин икәнлеген улар бик яҡшы белә. Бөтә был эшкә ата – әсәләрҙә ихлас ҡушылды.

Бергә ойошторған эштәр кескәйҙәр күңелендә оҙаҡ һаҡланыр, киләсәктә уртаҡ йортобоҙ - Ерҙе яратырҙар һәм һаҡларҙар, тигән өмөттә ҡалабыҙ.

А.Ковалева, Г.Дәүләтбирҙина, Р.Солтанова, Э.Йәнтүрина, Г.Бикбирҙина.

Тәбиғәтте бергәләп һаҡлайбыҙ
Тәбиғәтте бергәләп һаҡлайбыҙ
Автор:Гульдар Кадаева