АТАЙСАЛ
+25 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Экология
7 Декабрь 2022, 09:05

Һары матур һайлаһаң

Тик ул һауыт матурлыҡ өсөн түгел, пластик ҡалдыҡтарҙы ташлар өсөн тәғәйенләнгән. Иғтибар иткәнегеҙ барҙыр, Сибай ҡалаһы һәм ҡасабалар урамдарындағы сүп-сар түгеү майҙансыҡтарында ҡарғусҡыл йәшел, күк, ҡыҙыл төҫтәге контейнерҙар урын алған. Ошо көндәрҙә улар янына һарылары ла өҫтәләсәк. Сибай ҡалаһына 100 контейнер килтерелде. Һары төҫтәге был пластик һауыттар ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын айырым йыйыу өсөн тәғәйенләнгән.

Һары матур һайлаһаң
Һары матур һайлаһаң

Башҡортостан Республикаһының экология министрлығы хәстәрләгән был ҡоролмаларҙың төбәккә икенсе партияһы ҡайтарылған. Әйткәндәй, сүп-сар йыйыу контейнерҙары урынлаштырыу “Экология” милли проектының “Ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы” федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Республиканың барлыҡ муниципаль райондарына һәм ҡала округтарына контейнерҙар ҡайтарыуға федераль һәм төбәк бюджеттарынан 172 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Ошо аҡсаға 11450 пластик һауыт һатып алынған һәм шуларҙың 300-ө Сибайға бүленде.

Республикала ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү тәртибенә ярашлы һары төҫтәге контейнерҙар пластик ҡалдыҡтары ташлау өсөн тәғәйенләнгән.

Был һауыттар ҡалала СанПиН талаптарына ярашлы төҙөкләндерелгән контейнер майҙансыҡтарына урынлаштырыласаҡ.

Һары матур һайлаһаң
Һары матур һайлаһаң
Автор:Гульдар Кадаева