
Сейә япраҡтарын ҡоймай тороп, күпме ҡар яуһа ла, барыбер иреп бөтә.

Ағас япраҡ ҡоймайынса ҡар ятмай.

Көҙ көнө ҡоштар түбән осһа - ҡыш һалҡын, юғары осһа - ҡыш йылы килә.

Ноябрь - сентябрҙең ейәне, октябрҙең улы, ҡыштың атаһы.

8 ноябрҙә ҡар ятһа, яҙ һуң килә.

24 ноябрҙә ағастарҙа бәҫ булып, 26 ноябрҙә ерҙе ҡар ҡаплаһа, ныҡлы сана юлы тиҙ генә булмай: епшек көндәр декабргә тиклем һуҙыла һәм көҙгө юл өҙөклөгө һаҡлана.

27 ноябрҙә бәҫ булһа - һолоноң уңыуына.

28 ноябрҙә яуған ҡар яҙһыҙ иремәй.