+5 °С
Болотло
Әйтергә кәрәк, был ҡыр хайуандары эңерҙә һәм төндә әүҙем.Ҡабандың ҡурҡыныслығы бар – борсоһаң, кешегә ташланыуы мөмкин. Аҙау тештәре 15 сантиметрға етә, шуға һөжүм итһә, иҫән ҡалыуың икеле. Ҡабандарҙың зыяны ла, файҙаһы ла бар. Баҫыуҙарҙы, бесәнлек ерҙәрен һөрөп, аҡтарып китеп, ҡабандар ныҡ ҡына зыян килтерә. Ә инде тау биттәрен һөрөп, йәш үҫентеләргә файҙа килтерә. Үләнгә төшкән ағас орлоғо шытып сыға алмай, ә ҡабан һөрөп киткән йомшаҡ ерҙә тиҙ үҫеп китә. Тәбиғәтте һаҡлайыҡ! Беҙҙең тыуған Башҡортостаныбыҙҙың тәбиғәте бик хозур, хайуандар донъяһы ла бай. Ошо хазинаны һаҡлап, юлдар аша үткән йәнлектәргә лә юл бирәйек.