Бөтә яңылыҡтар
Экология
23 Сентябрь 2022, 13:55

"Аҡмаған һыуҙы үлән баҫа, таҙалаһаң юлын аса”,

Баймаҡ районының Ишмөхәмәт ауыл биләмәһендә был йәһәттән һуңғы йылдарҙа шишмә, ҡоҙоҡтарҙы тергеҙеү, уларҙы таҙартыу, кәртәләү буйынса күп кенә эштәр башҡарыла. Әйҙәп йөрөүсе булып ауыл хакимиәте башлығы Ишмөхәмәтов Ильнур Мансур улы булһа, бөтә эште ир-егеттәр эшләй.

Бик изге эш эшләйегеҙ, Ер- әсә һеҙҙе онотмаҫ, аяҡ - ҡулдарығыҙ һыҙлауһыҙ, йөрәгегеҙ шишмә һыуылай саф булһын.
Бөгөн ауылыда икеләтә байрам булды. Тәүге өлөшө ауыл мәҙәниәте йортонда "Тәңкәле ҡыҙ" район конкурсының төбәк этабында йәш ҡыҙҙар һынау тотһа, икенсе өлөшөндә матур, йылы, ҡояшлы тәбиғәт ҡосағында "Карпат" ҡоҙоғо янында дауам ителде. Яңырыу кисергән ҡоҙоҡ яны үҙе бер байрам төҫө алды.

 Усаҡ тирәһендә артыҡ һүҙһеҙ генә ҡатындар үҙҙәренә йөкмәтелгән эште башҡара. Асия еңгәй ҡаҙан төбөнә ут тоҡандыра, Гөлниса еңгәй самауырға ҡуҙ һала, Альбина еңгәй икмәк телә, Фәнисә еңгәй ҡоҙоҡто биҙәй, Мәүлиәкилен шишмә һыуы килтерә, ҡыҫҡаһы, һәр береһе үҙҙәренең эшен белә, әйтеү кәрәкмәй. Улар бит ҡунаҡ көтә.
Был тынлыҡты мәктәп уҡыусыларының сыр -сыу килеп көлөшә - шаярыша автобустан төшөп, ҡоҙоҡ янына йүгерә башлауҙары боҙғандыр. Өйөлөшөп ҡоҙоҡ һыуы эсергә теҙелделәр, хәҙерге ваҡытта бик һирәк күренеш. Сөнки ауыл ерендә лә күп кенә өйҙәргә һыу үткән һәм шишмә, ҡоҙоҡтарға балаларҙың ғына түгел өлкәндәрҙең дә иғтибары кәмене.
Аҡмаған һыуҙы үлән баҫа,
Таҙалаһаң юлын аса”, тигән халыҡ мәҡәле бар
Ишмөхәмәт ауыл биләмәһендә был йәһәттән һуңғы йылдарҙа шишмә, ҡоҙоҡтарҙы тергеҙеү, уларҙы таҙартыу, кәртәләү буйынса күп кенә эштәр башҡарыла. Был эште башлап, әйҙәп йөрөүсе булып ауыл хакимиәте башлығы Ишмөхәмәтов Ильнур Мансур улы булһа, ә бөтә эште атҡарып сығыусылар, әлбиттә ауылдың ир – уҙамандары. Бик изге эш эшләйегеҙ, Ер- әсә һеҙҙе онотмаҫ, аяҡ - ҡулдарығыҙ һыҙлауһыҙ, йөрәгегеҙ шишмә һыуылай саф булһын.
Ҡоҙоҡ янына ауыл ҡатындары сәй табынына күстәнәстәрен тотоп йыйылыша башланылар. Сулпыларын сылтырлатып, башҡорт кейемдәрен кейеп ауылдың ағинәйҙәре райондан килгән ҡунаҡтарҙы ҡаршы алырға әҙерләнә башланылар. Күп тә көттөрмәйенсә беҙҙең "Карпат" ҡоҙоғон асыу байрамына ҡыуанысыбыҙҙы уртаҡлашырға Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ишембетов Ришат Вәкил улы килде, ул буш ҡул менән килмәгән, район хакимиәте башлығы Ф.Ғ.Аминевтың Рәхмәт хаттарын Асия Фитрат ҡыҙына, Асия Таһир ҡыҙына, Гөлниса Баязит ҡыҙына, Фирүзә Рәшит ҡыҙына, Зәкиә Сәлимйән ҡыҙына, Гөлдәр Ғилман ҡыҙына - ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашҡандары өсөн тапшырып үтте. Афарин ҡыҙҙар! Ришат Вәкил улы, шишмә - ҡоҙоҡтарҙың һыуын һаҡлау мөһимлеген бер нисә миҫал килтереп һөйләп үтте.
Шулай уҡ Сибай минэколгияһынан вәкил булып килгән Бастанов Вадим Рәмил улы шишмәләрҙе һаҡлау, кәртәләү эштәрен ыңғай баһаланы.
Йәшәйешебеҙҙең сығанағы булған, тәбиғәткә йән өрөүсе, беҙҙе тәмле, шифалы һыуҙары менән ҡыуандырған, йылғаларыбыҙҙы байытып торған шишмәләрҙе төҙөкләндереү туҡталып ҡалмаҫ тип ышанғы килә һәм киләсәк тә лә дауам ителер.

Фото һәм мәғлүмәт Баймаҡ үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы сайтынан. 

Автор:гульдар кадаева