АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Экология
6 Сентябрь 2022, 16:45

АЛМАЛЫҠ - АУЫЛ ЙӘМЕ

Баймаҡ районы Сәйғәфәр ауылы янында Иван төбәге тигән урын бар икән... Уны хәҙер Алмалыҡ тип йөрөтәләр. Яҙын алмағастар шау сәскәгә күмелһә, әле емеше менән һөйөндөрә. Ә һеҙҙең ауылда матур урындар бармы? Нисек атала ул ер?

АЛМАЛЫҠ - АУЫЛ ЙӘМЕ
АЛМАЛЫҠ - АУЫЛ ЙӘМЕ

Рәсәйҙең һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы ағзаһы, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары атҡаҙанған хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған журналисы Рәшиҙә Мәһәҙиева социаль селтәрҙәге битләүендә былай тип яҙа:

- Беҙҙең ауылда Һаҡмар буйының "изюминкаһы" булған алмағастарға инде 60 йылдан ашыу. Элек халыҡ был урынды Иван төбәге тип йөрөттө. Иван тигән кеше үҙе ултыртҡанмы, әллә уның башланғысында башҡарылғанмы был эш, һәр хәлдә 50-се йылдар аҙағында Сталиндың Тәбиғәтте үҙгәртеү планы буйынса ултыртылған улар. Баҫыуҙар араһындағы леса-полосалар ҙа шул пландың бер "пункты" булған.

Хәҙер был урынды Алмалыҡ тип йөрөтәләр. Яҙын ағастар сәскәгә күмелә, муйылдарҙың хуш еҫе лә килеп ҡушылғас, был тирә аҡ мөғжизәгә әйләнә. Кешеләр матурлыҡты күреп ҡалырға килә, фотоға төшә (өфөләр сакураға барған кеүек), йәйҙәрен ошонда осрашыуҙар үтә, ҡунаҡ саҡырып, табын ҡоралар, көҙөн ваҡ ҡына алмаларҙы йыйып алыусылар ҙа була.

Һаҡмар ауылыбыҙҙың йәме булһа, Алмалыҡ - Һаҡмарыбыҙҙың йәме. Дуҫтар, ә һеҙҙең ауылдың йәмле урындары ниндәй?

Автор:Резеда Валиева