Бөтә яңылыҡтар
Экология
5 Сентябрь 2022, 09:34

Сентябрь нисек булыр?

Сентябрь айына һынамыштар тәҡдим итәбеҙ.

Сентябрҙә күк күкрәһә — көҙ йылы, ҡыш ҡарлы булыр.

Сентябрь йылы һәм ҡоро булған һайын ҡыш һуңыраҡ килә.

Сентябрь һалҡын булһа – ҡар тиҙерәк ирей, яҙ иртәрәк килә.

Япраҡтар ҡойолорға ашыҡмаһа – алда зәһәр ҡыш көтә.

Әгәр сентябрҙә имән ағасында үрмәкестәр күп булһа – Раштыуа алдынан бурандар булыр.

Әгәр көҙөн ҡайын япраҡтары ағасының осонан һарғая башлаһа – яҙ иртә, ә аҫтан һарғая башлаһа — һуң килер.

Сентябрҙә ҡырмыҫҡалар үлән өҫтөнән йүгерешеп йөрөһә — ҡар тәрән булып ятыр, аҫтан йөрөһә - ҡыш оҙон булыр.

Торналар өҫтән осһа – матур, йылы көҙ оҙаҡ торор.

Ә хәҙер һәр көнгә ҡарата һынамыштар:

1 сентябрҙә һауа торошо булһа – көҙ шундай булыр.

2 сентябрҙә ел көньяҡтан иҫһә көн — йылыға, көнсығыштан – эҫелеккә, көнбағыштан – ямғырға, төньяҡтан – ҡоролоҡҡа тартыр.

3 сентябрҙә ҡайын япраҡтары һарғайып бөтһә — әбейҙәр сыуағы оҙаҡ һаҡланыр, һалҡын һуң килер.

4 сентябрҙә көн ҡояшлы булһа – октябрь йылы килер.

5 сентябрҙә кисен томан төшһә — көндәр йылы торор.

6 сентябрҙә яуған ямғыр ҡоро көҙгә һәм киләһе йылға муллыҡ юрай.

7 сентябрҙә төштән һуң ямғыр яуһа – ул оҙайлы булыр.

8 сентябрҙә ҡайын һәм имән япраҡтары ҡойолмаһа – ҡыш һыуыҡ булыр.

9 сентябрҙә күк йөҙөндә өр-яңы болоттар күренһә — ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуып үтер.

10 сентябрҙә үрмәкестәр күп күренһә — ҡыш ҡарлы һәм һыуыҡ булыр.

11 сентябрҙә торналар йылы яҡҡа китһә — ҡыш иртә килер.

12 сентябрҙә үрмәкестәр үҫемлектәргә уралһа – көндәр йылы торор.

13 сентябрҙә көньяҡтан иҫкән ел киләһе йыл уңышлы булыуын һөйләй.

14 сентябрҙә ҡояш ҡыҙарып байыһа – көндәр һыуытыр.

15 сентябрҙә кисен ел көсәйеп, йүнәлешен үҙгәртһә — көндәр боҙолор.

16 сентябрҙә иртән томан төшһә - ҡоро, аяҙ көндәргә ишара.

17 сентябрҙә иртән ямғыр яуһа – төшкә ҡарай туҡтар.

18 сентябрҙә урманда миләш әҙ икән – октябрь ҡоро, күп булһа – яуымлы килер.

19 сентябрҙә иртән ағастарҙа бәҫ күренһә — ҡыш ҡарлы булыр.

20 сентябрҙә шыршы тубырсыҡтары күп булһа – киләһе йылда иген культураһы, борсаҡ һәм ҡыяр уңыр.

21 сентябрҙә ҡуяндар тунын алмаштыра башлаһа – тиҙҙән ҡыш етә тигән һүҙ.

22 сентябрҙә серәкәйҙәр күренһә — ҡыш йылы килер.

23 сентябрҙә бәшмәктәр күп булһа – ҡар әҙ булыр һәм киреһенсә.

24 сентябрҙә ҡырмыҫҡалар ояларын бейек итеп өйһә — ҡыш һыуыҡ булыр.

25 сентябрҙә ел тынмай иҫһә һәм йүнәлешен көнбайышҡа үҙгәртһә — ямғырҙар килер.

26 сентябрҙә көнсығыштан иҫкән ел көнбайышҡа әйләнһә – ямғырҙар килер.

27 сентбярҙә ел көнбайыштан туҡтамай иҫһә — көндәр боҙола.

28 сентябрҙә торналар киткәндән һуң, өс аҙнанан һуң һыуыҡтар башланыр.

29 сентябрҙә йылы яҡҡа китмәгән сыйырсыҡтарҙы күрһәгеҙ – октябрь йылы килер.

30 сентябрҙә торналар осһа – рустарҙың Покрау көнө (14 октябрь) һыуыҡ булыр.

ә һеҙ һынамыштарға ышанаһығыҙмы?
эйе
юҡ
Яуап
Автор:гульдар кадаева