0 °С
Болотло
Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы икен йыл рәттән «Сылтыр шишмә» акцияһы үткәрә. Уға ярашлы ауыл биләмәләрендә шишмә-инештәр таҙалана, уларҙың яны төҙөкләндерелә, тәртипкә килтерелә.
Ишмөхәмәт ауылы ла (халыҡ телендә ҠАРАМАЛЫ) был акциянан ситтә ҡалмай. Һуңғы йылдарҙа ғына бында 9 шишмә кәртәләнгән.
Әйткәндәй, ауыл хакимиәте Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы уҙғарған «Башҡортостан шишмәләре» проектында еңеү яулап, 100 мең һумлыҡ сертификат алған. Әле ошо аҡсаға Карпат ҡоҙоғо төҙөкләндерелә.