Бөтә яңылыҡтар
Экология
30 Август 2022, 12:55

Быуа һайыҡмаһын

Сибай ҡалаһының “Сайран” базаһы күптәрҙең яратҡан ял итеү урынына әйләнде. Эшҡыуар Нәйлә Рәхмәтуллина был биләмәлә йәйен-ҡышын ҡалалаштарҙың һәм ҡунаҡтарҙың ялын күңелле һәм файҙалы итеп ойоштора. Быйылғы йәйҙә лә бында тормош гөрләп торҙо, ял итеүселәр һаны күп булды. Әммә һуңғы осорҙа ял базаһы урынлашҡан быуа күҙгә күренеп һайыҡты. Шуға күрә уны реабилитациялау буйынса эштәр башлау тәү шарт итеп ҡуйылды, -- тип яҙҙы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев.

Быуа һайыҡмаһын
Быуа һайыҡмаһын

Сайранды "Экология" милли проекты буйынса һҡлап алыу мөмкинлеге ҡарала.

Быуа һайыҡмаһын
Быуа һайыҡмаһын
Автор:Гульдар Кадаева