АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Экология
11 Август 2022, 08:15

Барып күрәйек

12 августа Сибай ҡалаһының бер төркөм әүҙемселәре өсөн Ишембай һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларының сүп-сар сортировкалау комплекстарына күсмә экскурсия ойошторола. Автобус үҙәк майҙандан иртәнге 07.00 сәғәттә ҡуҙғала. 07.15 сәғәттә ул Алтын ҡасабаһының "Пятёрочка" магазины янында буласаҡ. Кемдең экскурсияға барырға теләге бар алдан теркәлеү өсөн 8-965-657-54-55 телефонына шылтыратырға кәрәк.

Барып күрәйек
Барып күрәйек

Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев танышыу сараларын дауам итеп Алтын ҡасабаһында халыҡ менән осрашҡанда алтындар урында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сортировкалау комплексы төҙөүгә ҡаршы булыуҙарын белдерҙе.

Ҡала етәкселеге менән берлектә Алтындағы йыйылышҡа «Эко-Сити» йәмғиәтенең генераль директоры Игорь Федоров, Стәрлетамаҡтағы «Мохит-СТР» сүп-сар сортировкалау комплексы вәкиле Инайя Едренкина ла барҙы.

 Осрашыуҙа власть вәкилдәре менән урында йәшәүселәр бер генә фекергә килә алманы, шуға ла ике арала һөйләшеүҙәр дауам итәсәк. Төбәк операторы вәкилдәре әүҙемселәрҙе Стәрлетамаҡ ҡалаһында эшләп торған сүп-сар сортировкалау объектын барып күрергә саҡырҙы. Ҡыйҙы эшкәртеүҙе үҙ күҙҙәрегеҙ менән күрһәгеҙ бындай ризаһыҙлыҡтар юҡҡа сығасаҡ тип тә өҫтәне.

Алтындар әле үк ҡасаба янында рөхсәт ителмәгән урында ҡыйлыҡ барлыҡҡа килеүгә зарлана. Унда күптәр тәбиғәтте бысратыуҙарын да уйламай төҙөлөш ҡалдыҡтары, башҡа ҡый-һайҙы алып сығып түгә. Азамат Юлдашбаев ул урынға барып хәлде ысынбарлыҡта күрҙе һәм был мәсьәләне айырым контролгә алыуын белдерҙе.

 

Автор:Гульдар Кадаева