Бөтә яңылыҡтар
Экология
3 Август 2022, 11:00

Ял иткән еребеҙ таҙа булһын!

“Таҙа ҡала һинән башлана” Сибай ҡалаһының “Тиҫтер” үҫмерҙәр клубы һәм үҙәк китапхана хеҙмәткәрҙәре берлектә ошондай саҡырыуға ҡушылып Төйәләҫ йылғаһы буйында “Таҙа яр” акцияһы ойошторҙо.

Ял иткән еребеҙ таҙа булһын!
Ял иткән еребеҙ таҙа булһын!

Йылға ярында көн болотло торғанда ла ял итеүселәр һәм үҙҙәренән һуң ҡый ташлап китеүселәр күп. Эҫе мәлде әйтеп тораһы ла түгел, йәйге селләлә бында көнөнә 300-ҙән ашыу кеше йыйылып китә. Ял итергә яраталар, әммә үҙҙәренән һуң тәртип ҡалдырырға бик теләмәйҙәр. Ошондай күңелһеҙ хәлдәрҙе киҫәтеү маҡсатында "Тиҫтер" клубы хеҙмәткәрҙәре һәм китапханасылар йылға ярында тәртип тотоу мөһимлеген аңлатыусы сара уҙғарҙы.

Акцияға ҡала ирекмәндәре лә әүҙем ҡушылды. Улар бергәләшеп йәмәғәт урындарында таҙалыҡ һәм тәртипте һаҡлау мөһимелеген белдергән яҙыуҙар йәбештереп сыҡты. Ял итеүселәрҙән һуң ятып ҡалған сүп-сарҙы йыйып алыу ҙа улар өсөн ауыр булманы. Тик һәр кем таҙалыҡты үҙе булдырырға тейеш. Яр буйҙары даими таҙартып торғанға түгел, ҡыйламағанға таҙа булһын ине.

Автор:Гульдар Кадаева