АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Экология
1 Август 2022, 10:25

ТАҘАЛЫҠ БЕҘҘӘН БАШЛАНА

29 июль көнө Сибай ҡалаһының «Тиҫтер» йәштәр һәм үҫмерҙәр клубы, Үҙәк ҡала китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Төйәләҫ буйында «Таҙа яр» экологик акцияһын ойошторҙо. Уларға ирекмәндәр ҡушылды. Ойштороусылар Сибай ҡалаһы ҡала округы Советы депутаттары А.И.Малкинаға, Р.Р.Зәйдуллинға,Сибай автотранспорт предприятиеһы директоры В.Н.Косаревҡа оло рәхмәтле.

ТАҘАЛЫҠ БЕҘҘӘН БАШЛАНА
ТАҘАЛЫҠ БЕҘҘӘН БАШЛАНА

Бөгөн кешелектең эшмәкәрлеге шуға килтерҙе: донъя йылғаларындағы һыуҙың 70 проценты эсергә генә түгел, хатта һыу төшөү өсөн дә хәүефле. Уларҙың ярҙары ла ҡыуандырмай: сүп-сар тулған. Йәшәү сығанағы һыу бөтһә, ни булыр? Ошо хаҡта төптән уйланыусылар бармы икән? Тәбиғәт—ул барыбыҙҙың дөйөм йорто. Уның таҙалығы—һәр беребеҙҙең ҡулында.

29 июль көнө Сибай ҡалаһының «Тиҫтер» йәштәр һәм үҫмерҙәр клубы, Үҙәк ҡала китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Төйәләҫ буйында «Таҙа яр» экологик акцияһын ойошторҙо. Уларға ирекмәндәр ҡушылды.

Эйе, йәйге эҫе көндө һәр кем йылға, күл буйына ашыға. Тик ниңәлер халыҡта әле һаман ял итеү мәҙәниәте юҡ. Бер уйлаһаң үҙ артыңдан йыйыу ауыр ҙа түгел: тоҡ йә пакет алып барҙың да, ял иткәндән һуң бар ҡыйыңды тултырып алып ҡайтып махсус контейнерға ташланың... Юҡ шул, ултырған урында ҡалдырып китергә оялмаған кешеләр йыш осрай. Уны кем таҙаларға тейеш һуң? Аңлашылмай. Үҙ теләге менән акция ойошторған мәрхәмәтле, тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашлылар һәр кемдең артынан йыйыштырып йөрөй ҙә алмай бит.

Төйәләҫ ярында уҙғарылған «Таҙа яр» акцияһын ойоштороуға Сибай ҡалаһы ҡала округы Советы депутаттары А.И.Малкина, Р.Р.Зәйдуллин, ҡаланың Йәштәр паламенты ярҙам итте. Ә Сибай автотранспорт предприятиеһы директоры В.Н.Косарев транспорт бүлде. Һөҙөмтәлә ирекмәндәр йылға буйын барып таҙалауға өлгәште, тоҡ-тоҡ сүп-сар йыйҙы.

—Таҙалыҡ беҙҙән башлана. Хөрмәтле Сибай халҡы, зинһар үҙ артығыҙҙан сүп-сар ҡалдырмағыҙ. Беҙ бергәләп кенә йәшәгән еребеҙҙе таҙа тотоуға өлгәшәбеҙ,—тип өндәшә акцияла ҡатнашыусылар.

Беҙ иһә тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашлы, экологик акциялар ойоштороусы һәр кемгә рәхмәт белдерәбеҙ һәм барса халыҡты тирә-яҡҡа иғтибарлы булырға саҡырабыҙ.

Автор:Резеда Валиева