АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Экология
20 Июнь 2022, 16:20

Аллы-гөллө сәскәләр биҙәй Йылайыр урамдарын

Йылайыр районы үҙәге Йылайыр ауылы күҙҙең яуын алырлыҡ матур сәскәләргә күмелде. Ошо көндәрҙә бында матур йолаға әйләнә барған “Йылайыр ҡатын-ҡыҙҙары - тыуған ауылдың матурлығы өсөн” акцияһы үтте.

Аллы-гөллө сәскәләр биҙәй Йылайыр урамдарын
Аллы-гөллө сәскәләр биҙәй Йылайыр урамдарын

Төрлө ойошма, учреждениела эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар үҙәк майҙандағы түтәлдәргә, районға ингән ерҙә петунияның төрлө сорттарын ултыртты. Сарала ҡатнашыусылар был эштәрҙе атҡарып сығыуҙа бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән эшҡыуар Юлиә Сәйфетдиноваға ҙур рәхмәт белгертте.

Фото: Йылайыр район хакимиәте сайтынан.

Автор:Гульдар Кадаева