Хәйбулла районы Аҡнаҙар ауылы эргәһендәге ҡыйлыҡ бөтөрөлдө. Йәғни рекультивация эше үткәрелеп, туҙрап ятҡан ҡыйлыҡ тәртипкә килтерелде һәм етәкселек интернеттағы "Бәйләнештә" селтәрендәге төркөм аша халыҡҡа түбәндәгесә өндәште:
" Законға ярашлы һәм суд ҡарары менән бындай ҡыйлыҡтар бүтән булырға тейеш түгел!
Нимә буласаҡ?
1. Барлыҡ ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары (твердые бытовые отходы), йәки пластик, ҡағыҙ, картон, быяла, сепрәк-кейем, төрлө ҡулланылған әйбер (башлыса магазиндан сыҡҡан ҡый) ҡалдыҡтары контейнерҙарға һалынырға тейеш!!!
2. Ағас, ағас материалдары ҡалдыҡтары, үҫемлек ҡалдыҡтары, тиҙәкте сығарыу өсөн махсус урын булдырыласаҡ! Силос соҡоронда. Ул йылына ике тапҡыр таҙаланып, ундағы ҡый утилизацияланасаҡ (яғыу, күмеү) .
Ауыл тирәһен ҡыйламаҫҡа, ҡый менән категорияһыга ҡарап, аңлы эш итергә кәрәк! Билдәләнгән урындан ситкә ҡый түкмәҫкә.
Төрлө пластик, быяла, ҡалай, металл, ҡағыҙ-картон һәм башҡа "магазин ҡыйын" махсус урынға сығармаҫҡа!!! (Контейнерҙарға һалырға).
Ҡый менән эш итеү ҡағиҙәләрен боҙғандарға ҡарата административ яуаплылыҡ ҡаралған. (Штрафтар. Серьёзные штрафы).
Ауыл тирәһе таҙалығы үҙебеҙ өсөн. Үҙебеҙҙе һәм башҡаларҙы хөрмәт итәйек!"
Ә һеҙҙең тарафта ҡыйлыҡтар бармы?