Бөтә яңылыҡтар
Экология
28 Апрель 2022, 21:15

БЫЛ БЕҘҘЕҢ ЕР!

Сибай ҡалаһының күп профилле профиссиональ белем биреү колледжының ер аҫты байлыҡтарын эшкәртеү бүлегенең 3-сө курс студенттары уҡытыусылары—уҡыу йорто директорының тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары Гөлфиә Рауил ҡыҙы Рәхимова, экология уҡытыусыһы Ләйсән Нурмөхәмәт ҡыҙы Баййегетова, уҡытыусы Наил Нурғәле улы Ғәйнуллин һәм Сибай автомәктәбе хеҙмәткәре Нәзир Наил улы Баййегетов менән берлектә Ғәҙелша шарлауығы янына экологик өмәгә сыҡты.

БЫЛ БЕҘҘЕҢ ЕР!
БЫЛ БЕҘҘЕҢ ЕР!

Алда беҙҙе май байрамдары көтә. Әлбиттә, күптәр тәбиғәт ҡосағына ашҡынасаҡ. Усаҡ, шашлык, табын... Быларҙан һуң нимә ҡалыры ла билдәле. Эйе, халыҡтың нишләптер ял итеү мәҙәниәте үҫеп етмәгән. Байрам булғас, ниңәлер мотлаҡ эскелек ойошторорға, ҡырға алып сыҡҡан шешәләрҙе, һәр төрлө ҡаптарҙы, ҡағыҙҙарҙы ағас төбөнә ҡалдырырға “тейеш”һең... Бер кем дә киләсәген уйламай. Әгәр һин ҡыйлаған ерҙе кемдер килеп йыйыштырмаһа, икенсе йыл үҙең ҡалдырған сүп өҫтөндә байрам итәсәкһеңме? Саф һауа һулайым, йылға-күлдәргә, урманға һоҡланырға тип ҡырға сығаһың икән, уның матурлығын, таҙалығын ҡурсалай ҙа белергә кәрәк бит. Үҙеңдең ҡыйыңды бер тоҡҡа йыйып алып ҡайтыуҙың бер генә ауырлығы ла юҡ, шулаймы?

Әйткәндәй, бөгөн Сибай ҡалаһының күп профилле профиссиональ белем биреү колледжының ер аҫты байлыҡтарын эшкәртеү бүлегенең 3-сө курс студенттары уҡытыусылары—уҡыу йорто директорының тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары Гөлфиә Рауил ҡыҙы Рәхимова, экология уҡытыусыһы Ләйсән Нурмөхәмәт ҡыҙы Баййегетова, уҡытыусы Наил Нурғәле улы Ғәйнуллин һәм Сибай автомәктәбе хеҙмәткәре Нәзир Наил улы Баййегетов менән берлектә Ғәҙелша шарлауығы янына экологик өмәгә сыҡты. Колледжда белем алыусы 19 йәшлек 9 егеттең күптәре шарлауыҡты тәүгә күрә ине. Улар тәбиғәт ҡомартҡыһына һоҡланып ҡына ҡалманы, уның тирә-яғын ҡыйҙан таҙартты.

--Был беҙҙең ҡый түгел, әммә тәбиғәт беҙҙеке,--ти улар.

Сүп-сарҙы махсус тоҡтарға йыйып, Сибай автомәктәбе бүлгән машинаға тейәгәндән һуң, егеттәр саф һауала самауыр сәйе эсеп, тамаҡ ялғап алды. Таҙа тәбиғәт ҡосағында ултырыу күпкә яҡшыраҡ икәнен улар үҙҙәре лә тойҙо. Киләсәктә студенттар ғаилә ҡорор, ул-ҡыҙҙарын алып шарлауыҡ янына килер һәм уларҙы тәбиғәткә һаҡсыл ҡарарға өйрәтер, тип ышанғы килә.

Йәштәрҙе әрләп түгел, үҙ өлгөбөҙҙә тәрбиәләү күпкә отошлораҡ. Шуны онотмайыҡ!

Автор:Резеда Валиева