Бөтә яңылыҡтар
Экология
7 Ғинуар 2022, 09:30

Баймаҡтар әүҙем

“Атайсал” проекты Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән барлыҡҡа килгәйне. Ул яҡташтарҙың тыуған төйәгенә ярҙам күрһәтеү маҡсатын күҙҙә тота. Унда һәр район һәм ҡаланан ҡатнашырға теләк белдереүселәр күп булды һәм бихисап изге эштәр атҡарып сыҡты. Баймаҡ районы иһә республикала "Атайсал" проектында иң әүҙем ҡатнашыусылар рәтендә.

Баймаҡтар әүҙем
Баймаҡтар әүҙем

Баймаҡ районы баш­ҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, “Атайсал” проектына һәм “Сәләмәт ауыл” район конкурсына ярашлы, “Сылтыр шишмә” акцияһы иғлан итте. Өфө ҡалаһының Ленин районы баш­ҡорттары ҡоролтайы рәйесе, Әҙе­һәм Исҡужин исемендәге 9-сы музыка мәктәбе директоры, Буранбай ауылында тыуып үҫкән Әхиәт Ғәйетбаев был акцияны тәүгеләрҙән башлап ебәрҙе. Ул, ауылындағы Һыулүәк шишмәһенең башын таҙалап, кәртәләп алып, башҡаларға яҡшы өлгө күрһәтте.

Шулай уҡ ауыл янындағы йәнә бер шишмәне, йәғни Ташкит буйын таҙартыуҙы һәм төҙөкләндереүҙе лә Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, билдәле ҡурайсы Әхиәт Ғәйетбаев "Атайсал" проекты буйынса башҡарған. Был эшкә ауыл халҡы ла ихлас ҡушылып, шишмәне төҙөкләндереүҙә ҙур ярҙам күрһәткән.

"Атайсал" проекты урындағы биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә, унда уңайлыҡтар булдырыуға йүнәлтелгән. Йыл башында республикала балшланған проектҡа ярашлы, билдәле шәхестәр тыуған яҡтарына ярҙам күрһәтте. 

Йылдан-йыл ҡоролоҡ кисергән, яуын-төшөм булмағанлыҡтан, ауыл тирәһендәге һыу объекттары ҡороған мәлдә шишмәләрҙе кәртәләп алған, тәбиғәтебеҙгә һаҡсыл ҡараш күрһәткән ысын патриоттарыбыҙҙың булыуы батырлыҡҡа һәм һоҡланыуға лайыҡ. Тыуған ауылының ысын ир-азаматы, данлы Буранбай сәсән вариҫтарының береһе булған билдәле ҡурайсы Әхиәт Ғәйетбаевҡа ысын мәғәнәһендә рәхмәтле ауылдаштары.

Фото: "Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы" сайтынан.

Баймаҡтар әүҙем
Баймаҡтар әүҙем
Автор:Гульдар Кадаева