Бөтә яңылыҡтар
Экология
12 Октябрь 2021, 19:50

БАЛАЛАР ҮРНӘК КҮРҺӘТӘ

Регина һәм Наҙгөл Исмәғилевалар—Сибай ҡалаһы ҡыҙҙары. Баймаҡ районы Күсей ауылында йәшәүсе өләсәһе менән олатаһына ҡунаҡҡа барғанда әсәләренең ағаһына эйәреп тәбиғәткә сығалар һәм ундағы сүп-сарҙы күреп: “Беҙ урманға килдекме, әллә сүплеккәме?”—тип һорай улар.

Ысынлап та, урманда нимә генә тап итмәй улар? Ике кресло, шешәләр... Быларҙы күреп ҡыҙҙар: “Нишләп улайтып ташлап бөткәндәр, әллә ул ағай-апайҙарҙы балалар баҡсаһында өйрәтмәгәндәрме?”—тип аптыраулы һорау бирә.

--Нимә тип яуап бирергә белмәнем. Ауылдаштарымдың ошо ҡылығы алдында ике бәләкәй ҡыҙ алдында уңайһыҙланыу кисерҙем,--тип яҙа Вәсил Байназаров.

11 октябрь – Республика көнөндә, ике ҡыҙсыҡтың теләге буйынса, был урын сүп-сарҙан таҙартыла. Бәләкәс булһалар ҙа йүгереп йөрөп 4 тоҡ шешәне йыйып та ҡуя улар.

Ҡыҙҙарға – афарин! Уларҙа тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүсе ололарға ла рәхмәт!

Тик ҡыйлаусылар белһен ине: һеҙҙең арттан балалар ҡый йыйырға тейеш түгел бит! Ташламағыҙ тәбиғәткә сүп-сар, артығыҙҙан йыйып йөрөгөҙ һәм йәштәргә үрнәк булығыҙ!

Автор:Резеда Валиева