АТАЙСАЛ
+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Экология
18 Август 2021, 15:30

ХӘҮЕФЛЕ ҮЛӘН

Ҡоролоҡҡа бирешмәй, үҙе ағыулы... Был хәүефле үлән беҙҙең төбәктә лә күренә башлаған...

ХӘҮЕФЛЕ ҮЛӘН
ХӘҮЕФЛЕ ҮЛӘН

БАШИНФОРМ хәбәр итеүенсә, Хәйбулла районы биләмәһендә фитосанитар карантин зонаһы билдәләнгән. Шәхси эшҡыуар биләмәһенә ҡараған ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙә күп йыллыҡ ағыулы үлән үҫеп сыҡҡан. Ул 2020 йылда ла районда асыҡланып, 601 гектарҙа фитосанитар карантин режимы индерелгәйне.

Горчак—күп йыллыҡ, үтә ныҡ хәүефле ҡый үләне. Ул культура үҫемлектәрен ҡыҫрыҡлап баҫып алыуға һәләтле. Бынан тыш, тупраҡ сифатын кәметә. Ҡоролоҡҡа бирешмәй, тамырҙары 10 метрғаса китеп һыу таба. Улай ғына ла түгел, тамырҙары фенол бүлеп сығара. Шуға ла янындағы үҫемлектәргә зыян килтерә. Ә үләндең үҙе ағыулы, мал уны күп ашаһа үлеүе лә ихтимал. Ундай һыйырҙан һауылған һөт тә хәүефле.

 

Редакциянан: Горчак үләненең башҡортса атамаһын асыҡлай алманыҡ. Кемдәр белә, хәбәр итегеҙ.

Фото БАШИНФОРМ мәғлүмәт агетлығы сайтынан.

Автор:Резеда Валиева