Бөтә яңылыҡтар
Экология
15 Август 2021, 10:00

БЫЛ ЕРҘӘ ҺИҢӘ ЙӘШӘРГӘ, КЕШЕМ!

Һуңғы йылдарҙа халыҡ аңлай башланы, буғай. Төбәктәрҙә һәр төрлө өмәләр уҙғарыла. Уны ойоштороуҙы үҙ ҡулына алғандарға афариндан башҡа һүҙ юҡ. Тик бәғзе берәүҙәр нишләптер ҡушылыуҙы хуп күрмәй. "Ваҡыт юҡ", "Мин ҡыйлағаным юҡ", "Ана, башҡа эше булмағас, үҙе таҙалаһын," - бына ошондайыраҡ һүҙҙәр ишетелә. Йәмәғәт, был ер һинеке! Ул балаңа, ейәнеңә ҡала! Бер кем әйҙәмәһә лә сығып таҙалау - ул һинең бурысың. Өмә ойошторолғанын көтмә, үҙең ойоштор!

БЫЛ ЕРҘӘ ҺИҢӘ ЙӘШӘРГӘ, КЕШЕМ!
БЫЛ ЕРҘӘ ҺИҢӘ ЙӘШӘРГӘ, КЕШЕМ!

Булғандың ҡәҙерен белмәйбеҙ...Юғалтһаҡ, аптырайбыҙ, үкенәбеҙ... Һуңғы йылдарҙа беҙҙең төбәктә үтә ныҡ ҡоролоҡ. Ошо сәбәпле, күп кенә инеш-йылғалар ҡороно. Иң ҙур йылғаларыбыҙ - Һаҡмар, Таналыҡ, Төйәләҫ, Йылайыр ҙа бөтөү хәлендә. Ә кем ғәйепле һуң? Эйе, ҡорлоҡҡа ҡаршы бер ни ҙә ҡыла алмайбыҙ... Белгестәр әйтеүенсә, ерҙә дымды һаҡлау өсөн ағастың күп булыуы кәрәк. Ә беҙҙә киреһенсә: ағастар күпләп ҡырҡыла. Өҫтәүенә янғындар сығып, урмандар яна. Янғын һүндерергә лә һыуыбыҙ ҡалмаһа? Нишләрбеҙ? Уйлауы ҡурҡыныс.

Һауабыҙ бысраҡ, һыуыбыҙ бысраҡ, тәбиғәтебеҙ бысраҡ тип зарарланырға яратабыҙ. Ә үҙебеҙ уны яҡшыртыр өсөн бер ни ҡылмайбыҙ... Үкенес.

Һуңғы йылдарҙа халыҡ аңлай башланы, буғай. Төбәктәрҙә һәр төрлө өмәләр уҙғарыла. Уны ойоштороуҙы үҙ ҡулына алғандарға афариндан башҡа һүҙ юҡ. Тик бәғзе берәүҙәр нишләптер ҡушылыуҙы хуп күрмәй. "Ваҡыт юҡ", "Мин ҡыйлағаным юҡ", "Ана, башҡа эше булмағас, үҙе таҙалаһын," - бына ошондайыраҡ һүҙҙәр ишетелә. Йәмәғәт, был ер һинеке! Ул балаңа, ейәнеңә ҡала! Бер кем әйҙәмәһә лә сығып таҙалау - ул һинең бурысың. Өмә ойошторолғанын көтмә, үҙең ойоштор! Башҡалар ҡушылыр!

Яңыраҡ Баймаҡ районы Ҡуянтау ауылында Әселе йылғаһын таҙалау буйынса өмә ойошторолдо. Бик күп ҡый сығарылды. Был өмәне улар дауам итергә уйлай. Афарин! Ҡуянтауҙарҙан өлгө алығыҙ, йәмәғәт!

Тәбиғәтебеҙ, атайсалыбыҙ таҙа булһын!

Автор:Резеда Валиева