Бөтә яңылыҡтар
Экология
3 Июль 2021, 13:55

КЕМ ҒӘЙЕПЛЕ?

Талҡаҫ күле буйында автомобилдәр күлдең эсенә төшөп тигәндәй ултырған. Күлдә машинаның ковриктарын, вак-төйәген йыуалар . Оло инәйҙәр ейән-ейәнсәрҙәре менән шунда уҡ кер сайҡата...

“Мин Йылайыр, Баймаҡ, Ейәнсура, Күгәрсен, Көйөргәҙе яҡтарында булып ҡайттым. Экология ҡаҡшаған. Һаҡмар быуылған килеш тора. Йылайыр йылғаһында хәҙер кислота тәме сыға, тиҙәр. Магнитогорск яғынан Сибайға кергән ерҙә бик күп сүп-сар осоп йөрөй. Ямғыр юҡ. Мәҫәлән, Йылайыр районы Матрай ауылында инде нисәмә бөтөнләй йыл ямғыр юҡ. Үлән ҡап - ҡара булып көйөп, еләк-емеш кибеп ултыра. Тышта ноябрь айымы ни? Ағастар яланғас, ҡарышлауыҡ ашап бөткән. Самолёт менән июнь айында ағыу һиптергәндәр, бал ҡорттары үлеп бөткән, ҡарышлауыҡтар тороп ҡалған. Ниңә алдан урман хужалығы министрлығы алдан иҫкәртмәгән.
Талҡаҫ күле буйында автомобилдәр күлдең эсенә төшөп тигәндәй ултырған. Күлдә машинаның ковриктарын, вак- төйәген йыуалар .
Оло инәйҙәр ейән - ейәнсәрҙәре менән килеп, шунда кер йыуа.
Беҙҙең Башҡортостанға Хоҙай Тәғәләм шундай тәбиғәт биргән, шуны һаҡлай, яҡлай белмәйбеҙ.Ошо тәбиғәт башҡа төбәктә булһа, әкиәт иле яһарҙар ине.
Бына ошондай экологик темаларҙы ниңә киң мәғлүмәт сараларында күтәрмәйҙәр икән?
Бик күңелһеҙ күренеш”,--тип яҙа беҙгә Мәрйәм Зәкирйәнова.

Беҙ гәзитебеҙ уҡыусыһы менән тулыһынса килешәбеҙ һәм үҙ фекеребеҙҙе өҫтәп әйтәбеҙ.
Беҙ, әлбиттә, гәзит биттәрендә һәм сайтыбыҙҙа ла экология проблемаларын күтәргәнебеҙ бар. Талҡаҫ күле янына сит өлкәләрҙән килеп, палаткалар ҡороп, ике ағас араһына гамак элеп, ҡайҙа теләй шунда усаҡ яғып, сүп-сарын ташлап китеүселәр хаҡында ла, Ғәҙелша шарлауығы яны ҡот осмалы бысраҡ булыуын да, Әбйәлил районы ҡарағастарын ҡырғыусылар тураһында ла, Граф күлендә балыҡтар үлеүен дә, әле килеп Талҡаҫ ярында үлек ҡыҫалалар ятыуын да яҙҙыҡ, хәбәр иттек. Тик...үҙгәреш юҡ.
Талҡаҫ буйында, ысынлап та, ситтәр күберәк. Үҙебеҙҙекеләр бик һирәк бында, сөнки уларҙың башҡа мәшәҡәте күп – бесән әҙерләргә кәрәк, һыу төшөү ҡайғыһы юҡтыр.

Иң беренсе, халыҡ үҙе яуаплы. Сүп-сарҙы бер министр ҙа, түрә лә килеп ташламай. Беҙ үҙебеҙ ташлайбыҙ. Ниңәлер кешеләрҙә тәртип, намыҫ, выждан тигән нәмә юҡ. Беҙ, ярай, ҡыйларбыҙ ҙа үлеп китербеҙ. Балаларыбыҙға, ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә ни ҡала һуң? Һинең ҡыйыңды кем йыйып алырға тейеш? Һәр ял итеүсе артынан йыйырға, балаһына үрнәк күрһәтергә тейеш.
Мәҫәлән, минең ата-әсәйем Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында йәшәй. Атайым инде 70-те үткән, әсәйем етенсе тиҫтәһен ҡыуалай. Йыл да улар Һаҡмар буйын, урман ситтәрен таҙаларыға сыға. Ауылдаштарҙың береһенең дә килеп ҡушылып, ярҙам итеп, рәхмәт әйткәнен күргәнебеҙ юҡ. Әлбиттә, ата-әсәйем рәхмәт өсөн, дан өсөн эшләмәй. Намыҫ ҡушыуы буйынса йөрөй. Тәбиғәт бысраныуына көйә. Ә бәғзеләр юрый артынса буш ҡаптар, шешәләр ташлап китергә тартынмай, иҫтәре лә китмәй.
Был хәл бер ауылда ғына күҙәтелмәй, әлбиттә. Беҙгә берҙәм булырға кәрәк. Һәр кем үҙ ауылында өмә үткәреп торорға тейештер. Ағастар ултырта алһа, тағы ла яҡшы. Сөнки урман – дым сығанағы.
Һуңғы йылдарҙа ысынлап та беҙҙең төбәктә ҡоролоҡ. Ямғырҙың яумауы беҙҙең ошо ҡылығыбыҙға – тәбиғәт ҡәҙерен белмәүебеҙгә Аллаһы Тәғәләнең, бәлки, яуабылыр ҙа. Кем белә? Һыу ҡәҙере китте. Эскән һыуына төкөрөп йөрөүселәр күбәйҙе. Урмандар ҡырҡыла. Ҡоролоҡ булғас, билдәле, ҡорттар ҙа ҡотора, ағас буйлап өҫкә үрмәләй, япраҡтарҙы ашай. Самолеттан ағыу һибәсәктәрен алдан әйтеүен әйттеләр. Тик йәй көнө бал ҡортон ҡайҙа йәшерәһең дә ҡайҙа бикләйһең инде? Бәлки, ысынлап та, алдан ниндәйҙер ысул тәҡдим итергә кәрәк булғандыр ҙа.

Эйе, ябай халыҡ тәбиғәтте үҙе бысрата. Әммә уларҙы намыҫы туҡтата алмай икән, ҙур штрафтар, сикләүҙәр туҡтатырға тейеш. Бында инде юғарынан ҡаты закон кәрәк.

Гәзит уҡыусыбыҙҙың һәр ҡайһыныһына шундай һорау:
1.Проблеманан сығыу юлын нимәлә күрәһегеҙ?
2. Тәбиғәткә ял итергә сыҡҡанда сүп-сарығыҙҙы йыйып алаһығыҙмы?
3. Үҙ теләгегеҙ менән тәбиғәт таҙалауға сыҡҡанығыҙ бармы?

Һүрәттә: Ғәҙелша шарлауығы биләмәһе.
Автор:Резеда Валиева