Бөтә яңылыҡтар
Экология
16 Май 2021, 10:25

Ер аҫты байлыҡтарын ҡулланыусыларҙың эшмәкәрлеге тикшерелде

Әлеге кеүек сәнәғәтселәрҙең урындағы власть органдарын да, халыҡты ла иҫкәртмәйенсә килеп төшөп, ер аҫты байлыҡтарын эшкәртә башлауы, ятҡылыҡты вәхшиҙәрсә талап, үҙҙәренән һуң йыйыштырмай китеүе кеүек осраҡтарға юл ҡуйылырға тейеш түгел...

Баймаҡ ҡалаһында ер аҫты байлыҡтарын ҡулланыусыларҙың эшмәкәрлеге һәм был тармаҡта эшкәртеү ҡағиҙәләрен боҙоу мәсьәләләрен тикшереүсе ведомство-ара комиссияның ултырышы уҙҙы. Уны Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров үткәрҙе.

Ултырышта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән Президиум рәйесе Эльвира Айытҡолова һәм Башҡарма комитет ағзаһы Рәсих Хәмитов ҡатнашты. Рәсих Әғзәм улы -тәбиғәт ресурстарын файҙаланыу һәм экологик именлекте тәьмин итеү һорауҙары буйынса Башҡортостан Республикаһы Башлығы кәңәшсеһе лә.

“Республика Башлығы, Урал аръяғы райондары хакимиәттәре башлыҡтары, сәнәғәтселәр ҡатнашлығындағы ултырыш бик һөҙөмтәле уҙҙы. Ер аҫты байлыҡтарын эшкәртеү мәсьәләһе һуңғы арала бигерәк тә киҫкен тора, сөнки сәнәғәтселәр тарафынан лицензия шарттарын үтәмәү, әлеге лицензияларҙы тапшырыуҙа хилафлыҡтар кеүек осраҡтарҙы кисекмәҫтән хәл итергә кәрәк. Ултырышта республикалағы экологик хәүефһеҙлекте күҙәтеү буйынса ведомство-ара комиссия булдырыу тәҡдиме яңғыраны. Комиссияның составы, эш планы ошо көндәрҙә махсус күрһәтмәлә раҫланасаҡ. Радий Фәрит улы үҙенең сығышында экологик мәсьәләләрҙе хәл итеү мөһимлеген дә, шул уҡ ваҡытта ҡаҙылма байлыҡтарҙы эшкәртеүселәрҙең мәнфәғәттәрен яҡлау кәрәклеген дә һыҙыҡ өҫтөнә алды. Сөнки эре һәм кесе сәнәғәттең торошона Урал аръяғы райондары халҡының социаль тотороҡлолоғо туранан-тура бәйле. Шулай уҡ, Республика Башлығы билдәләүенсә, күп кенә экологик мәсьәләләрҙе хәл итеү юлы— федераль ҡануниәтте камиллаштырыуҙа. Республика йәмәғәтселегенең иғтибарын йәлеп иткән һорау: Талҡаҫ күлендә айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәһен ойоштороу мәсъәләһе лә күтәрелде”, - тип ултырыштан һуңғы тәьҫораттары менән уртаҡлашты Рәсих Хәмитов.

Киләһе аҙнала төҙөләсәк ведомство –ара комиссия был тармаҡтағы көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам итәсәк, ти кәңәшмәлә ҡатнашыусылар.

“Әлеге кеүек сәнәғәтселәрҙең урындағы власть органдарын да, халыҡты ла иҫкәртмәйенсә килеп төшөп, ер аҫты байлыҡтарын эшкәртә башлауы, ятҡылыҡты вәхшиҙәрсә талап, үҙҙәренән һуң йыйыштырмай китеүе кеүек осраҡтарға юл ҡуйылырға тейеш түгел. Был һорауҙар төбәк етәкселегенең күҙәтеүе аҫтында буласаҡ. Әле был йәһәттән алдыбыҙҙа ҙур эш тора- иҡтисади йүнәлеш тә тә зыян күрмәһен, шул уҡ ваҡытта экологик именлекте лә һаҡлап ҡалырға кәрәк”, - ти Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Эльвира Айытҡолова.

Сығанаҡ: https://vk.com/kurultaibashkir